Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
14 Февраль 2019, 11:50

Театрҙан йәм тапмаған – тормоштан да йәм тапмаҫ

Театр тураһында һүҙебеҙҙе заманында Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрының күренекле актрисаһы Зинира Атнабаеваның аһәңле шиғыр юлдары менән башлап ебәрһәк, һис яҙыҡ булмаҫ: Кит бер аҙға театр донъяһына, Сап-сабый саҡ һуҡмаҡтарына. Күҙең йом да йыр-моңдарға күмел, Тирбәл, сайҡал театр донъяһында... Ысынлап та, театр тигәнең нишләптер аңда нәҡ шул эскерһеҙ, бәхетле бала саҡ иле менән кәүҙәләнә шул. Элгәре бит, кәрәҙле бәйләнеш, интернет селтәре ауына эләгеү сиренән азат булған, ауылдарҙа тик ике канал ғына күрһәткән мәлдәрҙә, һәр ял һайын һәр өйҙә ғаиләң менән йыйылышып зәңгәр экрандан спектакль ҡарау ғәҙәткә әүерелгән ине.

Театрҙа – бала саҡ төҫө
Театр тураһында һүҙебеҙҙе заманында Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрының күренекле актрисаһы Зинира Атнабаеваның аһәңле шиғыр юлдары менән башлап ебәрһәк, һис яҙыҡ булмаҫ:
Кит бер аҙға театр донъяһына,
Сап-сабый саҡ һуҡмаҡтарына.
Күҙең йом да йыр-моңдарға күмел,
Тирбәл, сайҡал театр донъяһында...
Ысынлап та, театр тигәнең нишләптер аңда нәҡ шул эскерһеҙ, бәхетле бала саҡ иле менән кәүҙәләнә шул. Элгәре бит, кәрәҙле бәйләнеш, интернет селтәре ауына эләгеү сиренән азат булған, ауылдарҙа тик ике канал ғына күрһәткән мәлдәрҙә, һәр ял һайын һәр өйҙә ғаиләң менән йыйылышып зәңгәр экрандан спектакль ҡарау ғәҙәткә әүерелгән ине. Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, Зинира Атнабаева кеүек мәшһүр талант эйәләрен күктә янған йондоҙҙарға тиңләнек,их шуларҙы яҡындан күрһәң ине тип хыялландыҡ. Шөкөр, хыялдар ғәмәлгә ашты, уларҙың йондоҙ түгел, ә яп-ябай кешеләр икәненә лә төшөндөк, тик уларҙы шәхес булараҡ та, бөйөк талант булараҡ та ихтирам итеүебеҙ бер ҙә кәмемәне. Бала саҡ хистәре – иҫкермәҫ тә, тапланмаҫ та, күңелдәрҙән мәңге юйылмаҫ иң саф хистәр бит ул!
Тормош көҙгөһө булған театрһыҙ донъяларҙың йәме булмаҫ ине. Әлдә районыбыҙҙа һирәк-мирәк булһа ла, драма әҫәрҙәрен оҫта сәхнәләштереп, берсә тылсымлы бала саҡ иленә, берсә гүзәл йәшлек таңдарына алып ҡайтыусы театр коллективтары бар. Уларҙың 4-һе лайыҡлы рәүештә халыҡ исемен йөрөтә.
Район мәҙәниәт һарайында Театр йылын асыу уңайынан уҙғарылған сарала улар был исемгә ысынлап та лайыҡ икәндәрен тағы ла бер ҡат раҫланы, уңышлы сәхнә емештәре менән тамашасыларҙы бер көлдөрҙө, бер илатты, йәшен дә, ҡартын да тылсымлы театр донъяһына әүрәтте.
“Наҙлыйылға” наҙ өләште
Тамашасы күңелен сиртерлек пьесаларҙы сәхнәгә сығарған талантлы режиссерҙарыбыҙ – Әхтәм Ҡарағолов, Зәйтүнә Аҙнабаева, Минзәлә Вәлиева, Вәсим Хәмиҙуллин, Наилә Ҡолшәрипова, Римма Йәрмөхәмәтова, Гүзәл Фәхретдинова, Рәмил Ҡотлоғужин, Рөстәм Алламоратов, Рәил Хөсәйенов...
Ә бөгөн театрҙы йәш, талантлы режиссер Руслан Абдуллин һәм уның ярҙамсыһы Гүзәлиә Миңлебаева етәкләй. “Наҙлыйылға”ла 25 йәштән алып 70 йәшкә тиклемге 20 актер иҫәпләнә. Театр йылын асыу сараһында улар тамашасы иғтибарына Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” спектакленән өҙөк тәҡдим итте.
Нисә тапҡырҙар ҡаралған спектакль булыуына ҡарамаҫтан, тамашасы уны беренсегә күргәндәй ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны, тимәк, йәштәр был әҫәргә өр-яңынан йән өрөп, мауыҡтырғыс итеп сәхнәгә сығара алды. Йәштәребеҙҙең һис Өфө артистарынан кәм түгеллеген беләбеҙ инде, бына үҙ ролдәрен ихлас башҡарыусы Ришат Бәҙертдинов менән Рәмзиә Хөснуллина, Мәҙинә Рәхмәтуллина ысынлап та сәхнәлә икенсе яҡтан асылды – әйтерһең дә, ғүмер буйы спектаклдәрҙә уйнап йөрөгән актерҙар!
“Ҡайынтау”- Юлдыбайҙың рухи терәге
Юлдыбай ауыл мәҙәниәт йортоноң “Ҡайынтау” башҡорт халыҡ театры мәртәбәле сараға Наил Ғәйетбаевтың “Аты барҙың – дәрте бар” спектакленән өҙөк әҙерләгәйне. Тормош һабағын биргән драма әҫәрҙе сәхнәгә сығарыу өҫтөндә эшләгән һәм ролдәрен оҫта башҡарыуҙары менән тамашасы һөйөүен яулаған ауыл таланттары: Хәйҙәр, Нәсимә, Лира һәм Зөбәйер Миңлебаевтар ысынлап та маҡтауға лайыҡ. Һәләтле бейеүсе, намыҫлы мәҙәниәт хеҙмәткәре Лира Ғәрифйән ҡыҙы театрҙың әүҙем актрисаһы ғына түгел, ә уның талантлы етәксеһе лә.
Әйткәндәй, таланттарға бай төбәктә йәштәр һәм ауыл һәүәҫкәрҙәре йыйылышып, электән концерттар, спектаклдәр менән күрше-тирә ауылдарға ла “ҡунаҡ”ҡа йөрөй торғайны. Ә театрҙы етәкләү бурысын тәүгеләрҙән булып Исмәғил Ғүмәр улы Ғилманов 2009 йылда иңдәренә ала.
Һәләтле режиссер үҙ коллективына күп тырышлыҡ һала, профессиональ үҫеш өҫтөндә күп эшләй, 2015 йылда был коллектив, Н. Асанбаевтың “Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта” спектаклен ҡуйып, халыҡ театры исеменә лайыҡ була. Был уңыш “ҡайынтау”ҙарҙы тағы ла ҡанатландыра, артабан дәртләнеп эшләргә, театр репертуарын байытырға булышлыҡ итә. Әлеге ваҡытта “Ҡайынтау” халыҡ театрында 17 йәштән алып 75 йәшкә тиклемге 15 һәүәҫкәр актер тамашасыны яңынан яңы спектаклдәр менән һөйөндөрөп тора. Исемле йылда ла өр-яңы спектаклдәр ҡуйып, ауыл халҡын дәртләндереп торор, уның рухи терәге булыр әле “Ҡайынтау”!
“Умырзая”... үтмәһен ғүмер зая!
Исемле йылды асыу тантанаһына улар Әсхәт Мортазиндың “Ләйсән” драмаһынан өҙөк алып килгән.
Илебеҙгә ҡәһәрле һуғыш килтергән мең ғазаптар, миллион ҡорбандар, Еңеү хаҡына тыл эшсәндәренең ал-ялһыҙ хеҙмәте, әсәләрҙең ҡанлы күҙ йәштәре... – оҫта ҡуйылған спектакль аша бөтәһе лә хәтерҙә тергеҙелде. Бер яҡта бер бөртөк улын яу ҡырында юғалтҡан, әсе ҡайғыһын онотор өсөн йәнен аямай колхозда егелгән һәм халыҡты ла “Фронт өсөн! Еңеү өсөн!” тип эшләтә белгән ғорур Әсә, ә икенсе яҡта – үҙенең һәм ике йәтим балаһын астан үлтермәҫ өсөн 8 кило арыш урлап тотолған хәстәрлекле, тик бур – Әсә. Икеһе лә хаҡлы кеүек, икеһе өсөн дә йән өҙөлә... Тетрәндергес өҙөктө бар нескәлектәре менән бирә алған, тамашасыны илатҡан таланттарға “афарин!”дан башҡа һүҙ юҡ.
Яҙыусы исеменә тап төшөрмәҫтәр
Бикбулат халҡы электән йыр-моңға әүәҫ булған. Оҙаҡ йылдар бында клуб мөдире булып эшләгән Миңлегөл Кинйәбаеваның ауыл таланттарын йыйып, матур спектаклдәр ҡуйыуына үҙем дә шаһит булғайным. Театр хәҙер ошо төбәктә тыуып-үҫкән арҙаҡлы яҙыусы Шакир Янбаев исемен йөрөтә, уның етәксеһе – Гөлсәсәк Солтанморатова. 2012 йылда халыҡ театры исемен алыуға өлгәшкәс, театр тағы ла әүҙемерәк эшләй башлай, әлеге көндә театрҙа 8 йәштән алып 71 йәшкә тиклемге 24 талант эйәһе ҡатнаша.
Тамашасылар иғтибарына бикбулаттар Әнғәм Атнабаевтың “Законлы никах менән” спектакленән өҙөк тәҡдим итте. Балалар баҡсаһында эшләгән Гөлсәсәк Ғәббәсованың “сәхнә йондоҙо”на әүерелеүе күптәр өсөн яңылыҡ булғандыр, ҡурайсы һәм гармунсы Таһир Ишемов та был юлы оҫта актер булараҡ асылды. Ғөмүмән, Гөлсәсәк Зәбир ҡыҙы етәкләгән театр үҙенең ысынлап та “халыҡ” исеменә лайыҡлы икәнен иҫбатланы. Бикбулаттар яҙыусы исеменә лә тап төшөрмәҫ, яңы әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереп, тамашасыны һөйөндөрөр әле киләсәктә!
Һын ҡатырҙы, уйландырҙы театр
Исем һәм Мәҡсүт, Ишбирҙе ауылдары мәҙәниәт усаҡтарының театраль коллективтары сығыштары алда һанап кителгән коллективтарҙан һис ҡалышманы. “Әсә күңеле балала” драма әҫәренән өҙөктө сәхнәләштергән исемдәр образдарҙы йәнле башҡарыу оҫталығы менән айырылып торҙо. Элегерәк районда Рәмил Ҡотлоғужин етәкселегендә ойошторолған “Театр яҙы” конкурсында ҡатнашып, жюри һәм тамашасыны хайран иткән мәҡсүттәр был юлы яратҡан совет кинофильмы – “Девчата”нан өҙөктө сәхнәләштерҙе. Һәм, һәр ваҡыттағыса, тамашасы һөйөүен яуланы. Ә бына ишбирҙеләр, үҙҙәре сәхнәләштергән үтә лә тормошсан, һын ҡатырғыс, шул уҡ ваҡытта уйланырға мәжбүр иткән күңелле сценкалары менән КВН –да ҡатнашһа, һис шикһеҙ, иң юғары балдарға лайыҡ булыр ине!
Йәм тигәндән, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, ғалим Ғайса Хөсәйенов: “Театрҙан тәм тапмаған әҙәм тормоштан да йәм тапмаҫ!”- тигән. Исемле йылға арналған сарала театр донъяһына башкөллө сумып, унан ләззәт алған тамашасыларҙың байтаҡ булыуы һөйөндөрҙө. Тимәк, хас элеккесә, театрҙан халыҡ рухи аҙыҡ ала, тормош йәмен таба! Юҡҡа ғына ил етәкселеге лә Театр йылын иғлан итмәгән.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор һәм Н.Кушнерова фотолары.
Читайте нас: