Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
14 Февраль 2019, 11:52

Тамашанан рухи ял алдыҡ

2019 йыл бик хаҡлы рәүештә Театр йылы тип иғлан ителде. “Театр яҡтылыҡҡа, нурға илтә, ул – мәҙәниәт йөрәге, милләттең рухы, терәге”, - тип әйткән Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов. Туйөмбәт ауылында ла Театр йылына бағышланған бик матур сара – театрлаштырылған тамаша үтте.

2019 йыл бик хаҡлы рәүештә Театр йылы тип иғлан ителде. “Театр яҡтылыҡҡа, нурға илтә, ул – мәҙәниәт йөрәге, милләттең рухы, терәге”, - тип әйткән Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов.
Туйөмбәт ауылында ла Театр йылына бағышланған бик матур сара – театрлаштырылған тамаша үтте. Ауылыбыҙҙың ғына түгел, районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәренән өҙөктәр күрһәтелде.
Юлиә Ишарина үҙе үк автор, үҙе үк егет һәм ҡыҙ ролдәренә инеп, “Мөхәббәт һәм нәфрәт” поэмаһынан өҙөктө оҫта итеп сәхнәләштерҙе. Бөйөк Шекспирҙың “Донъя – театр, ә беҙ унда актерҙар” тигәненә тап килгән тормоштан алынған сценкалар тамашасыларға айырыуса оҡшаны. “Заправка” тип аталған күренеш көлә-көлә ҡаралһа, эскелек проблемаһы күтәрелгән тамаша ауыр уйҙарға һалды. Ролдәрҙе Лилиә Протасова, Гүзәл Рәхимова һәм башҡа һәүәҫкәрҙәребеҙ ихлас һәм йәнле башҡарҙылар.
Ниндәй сара йырһыҙ-бейеүһеҙ үтһен инде?!. Элвира Мырҙабаева, Фәнис Мөхәмәтшин, Камил Кәримов моңло тауыштары менән тамашасыларҙы әсир иттеләр. Ауылдың аҫыл егете Ислам Илбаевтың бейеүе күңелдәргә дәрт өҫтәне, бейеүсене сәхнәнән көслө алҡыштар менән оҙаттылар. Ауыл ҡыҙҙары башҡарыуында бейеү сараның матур биҙәге булды.
Театр йылын асыу тантанаһын ойоштороуға ил инәһе исемендәге йорт-музейҙың мөдире Зәбирә Кәримова менән клуб етәксеһе Зәкиә Кәримова көс һалды. Матур тамаша һәм ысын, рухи ял бүләк иткәндәре өсөн уларға, һәүәҫкәрҙәребеҙгә халыҡ сикһеҙ рәхмәтле ҡалды.

Люциә Һөйөндөкова, Рәмилә Алиева.

Туйөмбәт ауылы.
Читайте нас: