Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Февраль 2019, 18:54

Уҡырға ла, ял итергә лә ваҡыт таба студент

Билдәле булыуынса, сессиянан сессияға тиклем студент күңелле йәшәй. Ниһайәт, буласаҡ программистар, иҡтисадсылар, табиптар һәм башҡалар өсөн ауыр осор булған имтихандар мәле артта алды һәм кинәнеп ял итеү өсөн форсат тыуҙы. Йәштәрҙең ялын тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ, файҙалыраҡ уҙғарыу өсөн ауыл мәҙәниәт йорто, моделле китапхана һәм үҫмерҙәр-йәштәр клубы хеҙмәткәрҙәре Йомағужа күп функциялы клубында студенттар көнөнә арнап, “Уҡы, студент, ял ит!” тип аталған мәҙәни сара ойошторҙо.

Башта ҡатнашыусылар студент көнө тарихы һәм уның йолалары менән таныштылар, аҙаҡ иһә студент тормошона башкөлләй сумдылар: “Әҙәби викторина”ла ҡатнаштылар, “Шпаргалка”ға ода яҙҙылар, “Лекция дәфтәре” серҙәрен систеләр, төрлө уйындар уйнанылар, үҙҙәрен “Имтихан”да профессор һәм студент ролендә һынап ҡаранылар. Уйын-көлкөгә бай кисә күңелле дискотека менән тамамланды.

Каникулдар аҙағына ла яҡынлаша. Алда иһә йәштәрҙе мөғжизәләргә бай оҙон тормош юлы көтә. Йәшлек бер генә килә, студент, һәр көнөң күңелле лә, файҙалы ла уҙһын!

Зәйтүнә ӘБДРӘШИТОВА.
Читайте нас: