Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Февраль 2019, 16:45

Күңелкәйе тулы моң ғына

Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - заманса йырҙарҙы ла, халыҡ йырҙарын да үҙенә генә хас үҙенсәлек, халыҡсанлыҡ менән башҡарыу оҫталығына эйә булған, моңло тауышы менән район ғына түгел, республика тамашасыларын да күптән әсир иткән йырсы, композитор, ҡурайсы Нәғим Нуримановтың ижады талғын ғына аҡҡан мул һыулы тәрән йылғаға оҡшаш: тәбиғәттән бирелгән йыр-моңға һәләтен һис сайпылдырмай ул, ҡолас ташлап, кинәнеп ижад итә. Уҙған йыл аҙағында юбилейы айҡанлы үҙенең ижад кисәһен уҙғарған яҡташыбыҙ киләсәккә ниндәй уй-хыялдар менән яна – бөгөнгө әңгәмәбеҙҙә ошо хаҡта ла әйтелә.

Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - заманса йырҙарҙы ла, халыҡ йырҙарын да үҙенә генә хас үҙенсәлек, халыҡсанлыҡ менән башҡарыу оҫталығына эйә булған, моңло тауышы менән район ғына түгел, республика тамашасыларын да күптән әсир иткән йырсы, композитор, ҡурайсы Нәғим Нуримановтың ижады талғын ғына аҡҡан мул һыулы тәрән йылғаға оҡшаш: тәбиғәттән бирелгән йыр-моңға һәләтен һис сайпылдырмай ул, ҡолас ташлап, кинәнеп ижад итә. Уҙған йыл аҙағында юбилейы айҡанлы үҙенең ижад кисәһен уҙғарған яҡташыбыҙ киләсәккә ниндәй уй-хыялдар менән яна – бөгөнгө әңгәмәбеҙҙә ошо хаҡта ла әйтелә.
- Һүҙҙе шунан башлайыҡ әле: бөгөнгө көндә сәхнә түрен яулаусы йәш йырсылар бик күп. Тик уларҙың һирәктәре генә тамашасылар күңеленә тәрән үтеп инә. Тәжрибәле сәхнә оҫтаһы булараҡ әйтегеҙ әле, йырсы булыу өсөн нимә мөһим: тәбиғәттән бирелгән һәләтме, әллә тырышлыҡмы?
-Ысынлап та, сәхнәгә сығыусылар хәҙер бихисап. Әммә уларҙың күбеһенең ижады, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡытлыса ғына, сөнки бер төрлө генә йүнәлештә баралар. Бер үк нәмә тиҙ туйҙырған кеүек, бер төрлө йырҙар тамашасыны ялыҡтырып та китә. Һәр кем үҙенә килешле кейем һайлап ҡына кейгән кеүек, ижадта ла шулай: йырҙың тап ошо йырсыға, уның тауышына, тембрына тап килеүе кәрәк. Быны күптәр иҫәпкә алмай. Йырҙы халыҡҡа тәҡдим итер алдынан тауышыңды яҙҙырып, нимә өҫтөндә эшләргә кәрәк икәнлеген яҡынса күҙ алдына килтереү өсөн шул яҙманы ҡат-ҡат тыңлап ҡарау мотлаҡ. Мөмкинлегеңде лә самалау мөһим. Мәҫәлән, мин Шаляпиндың йырҙарын бер ҡасан да йырлай алмайым, йырлаған хәлдә лә тамашасылар мине ҡабул итмәйәсәк.

Ижадта һәләт тә, тырышлыҡ та үтә мөһим! Үҙен хөрмәт иткән йырсы тамашасылар алдына бер ҡасан да сейле-бешле йырҙарҙы алып сыҡмай.
- Килделе-киттеле йырҙар ҙа аҙ түгел.
- Эйе. Күп йырҙар шулай: тәү ҡарашҡа бына тигән һымаҡ, әммә бик тиҙ онотола. Йыр ижад итеү табала бәлеш бешереү түгел шул. 70-80-се йылдарҙа ижад ителеп, тамыр йәйеп ҡалған йырҙарҙы алайыҡ. Ниндәй улар! Йырҙың заманға, йырсының башҡарыу оҫталығына, тамашасыларҙың күңел торошона, зауҡына тура килеүе лә ҙур роль уйнай. Шул уҡ мәлдә уңышлы һайланған йыр йырсыны балҡытып ебәрә. Һәр нәмәлә алтын урталыҡ кәрәк. Йырсының эре ҡыланыуы, йә үтә “ваҡланып” китеүе лә ҡайһы берҙә йырҙың бәҫен төшөрә.
- Һеҙҙең ижад юлы ҡасан, нисек башланды?
- Ҡурай ҙа, йыр ҙа тормошома бергә килеп инде. Мин 5-се класта уҡығанда башҡорт теле уҡытыусыһы Ләлә апай Кинйәбаева йырлауға һәләтем бар икәнен һиҙеп ҡалып, йырлата башланы. Клуб мөдире Тәнзилә апай Ишаева ла ауылда үткән сараларға ылыҡтырҙы. 1985 йылда Ләлә апай яҙыусылар менән осрашыу була тип, “Йәнбикә” йырын өйрәтте. Бик яратып башҡарҙым уны. 1986 йылда иһә Ниғәмәтйән олатай Ҡәҙерғоловтан ҡурай һыҙғыртырға өйрәндем.
- Әйткәндәй, һеҙ профессиональ ҡурайсы ла бит әле?
- Мәктәпте тамамлағас, ҡурайсы булыу теләге мине Өфө сәнғәт училищеһына алып килде. Мәшһүр ҡурайсы Ғата Сөләймәновтың уҡыусыһы – данлыҡлы музыкант Ришат Рәхимовтың класында белем алдым. Бүлмәләш дуҫтарым Филүс Ҡалмырҙин менән Ришат Ғәлиханов ( хәҙер билдәле йырсылар – авт.) - йыр, Ғаяз Шәйәхмәтов һуҡма уйын ҡоралдары бүлегендә уҡый ине. Шөғөлләнгән ваҡытта барыбер ҡолаҡҡа һеңеп ҡала бит инде - бер-беребеҙҙән күп нәмәгә өйрәндек. 90-сы йылда Ғаяз менән кәңәшләштек тә, дуҫтарыбыҙ менән “Амин” тигән төркөм ойошторҙоҡ. “Урал моңо”нда ҡатнашып, 2-се урын яуланыҡ. “Аманат” студияһында шөғөлләнә торғайныҡ. Алмас Ғафаров, Рәмил Ихсанов, Урал Иҙелбаев, Роберт Юлдашевтар менән аралашыу ҙа күп нәмәгә өйрәтте. Шул йылдарҙа М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһенә лә күтәрелергә насип булды. Мәрхүм Илфат Йомағолов “Башҡорт туйы” спектакленең масссовкаһына саҡырҙы. Беҙ, йәш ҡурайсылар, ай ярыммы, ике аймы тирәһе шул тамашаға ҡурай уйнарға йөрөнөк. Режиссеры Рифҡәт Исрафилов ине, беҙҙең өсөн йондоҙ булып тойолған Гөлли Мөбәрәкова, Заһир Вәлит, Хөрмәтулла Үтәшев кеүек танылған сәхнә йондоҙҙары менән көн дә бергә репитицияға йөрөнөк, премьерала ҡатнаштыҡ.

- Хеҙмәт юлығыҙҙы ҡайҙа башланығыҙ?
- 1992 йыл ине. Уҡыуҙан һуң район мәҙәниәт йортона эшкә ҡайтҡайным, Әлфир Ғайсин мине 2-се мәктәпкә - хәҙерге гимназияға музыканан уҡытырға саҡырҙы. Тәүге дәрескә барғаным әле лә иҫтә. Класс журналын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып дәрескә инергә торһам, оло ғына уҡытыусы килеп сыҡты ла, “Һин ҡайһы кластан, нишләп дәрестә түгел?” - тип һорай. Мин ҡаушаған тауыш менән: “Мин, ней, уҡытырға килгәйнем”, - тигәс, “Ә-ә, һин теге йәш уҡытыусымы ни?” – тип көлөп ебәрҙе. 3 ай самаһы уҡытҡас, хәрби хеҙмәткә алындым. “Мосфильм” эргәһендәге 11-се айырым кавалерия полкына эләктем, оркестрҙа хеҙмәт иттем.
- Оркестрҙа тигәндән, яҡындан белгәндәр һеҙҙе күп кенә музыка уйын ҡоралдарында уйнай, тиҙәр.
- Күп тип.... Тенор, торба, баритон, гитара, бас-гитара, тынлы, һуҡма уйын ҡоралдарында уйнайым былай. Фортепьяно буйынса дәүләт экзаменын бирҙем. Аранжировкалар эшләгәндә төрлө уйын ҡоралдарында уйнарға тура килә.
- Һеҙ - күп ҡырлы ижадсы. Шулай ҙа күңелегеҙгә ҡайһы өлкә яҡыныраҡ?
- Йыр менән ҡурайһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Икенсеһе күңелгә бигерәк тә яҡын. Тәрән, серле ул ҡурай... 1986 йылдан бирле уйнайым, серҙәренә һаман да төшөнөп етерлек түгел. Ҡурайҙың “үҙ холҡо” бар. Мәҫәлән, кемдер нисек кенә тырышһа ла, ҡоро тауыш ҡына ишеттерә, икенсе берәү саҡ ҡына “ауылсараҡ” уйнаһа ла, уның моңо “терерәк” килеп сыға.

- Һеҙҙе район ғына түгел, республика тамашасылары ла ярата, көтөп ала. Ҙурыраҡ сәхнәләргә сығырға, айырым концерттар менән сығыш яһарға ваҡыт етте, тип уйламайһығыҙмы?
- Кәрәкме икән ул? Былай ҙа сәхнәнән айырылған юҡ. Ошо арала Бикбулатта, Тәүәкәндә булдыҡ, бөгөн Ялсыла, унан Йомағужа, Төйлөгән...
Тормоштоң мәғәнәһе нимәлә? Үргә ынтылыумы, аҫҡа төшөүме, йә булмаһа икенсе бер позицияла тороумы? Минең ҡарашым шулай – әҙәм балаһы кеше булып тыуа, кеше булып үлеп китә. Ғүмер арауығында ниндәй генә кимәлгә күтәрелмәһен – барыбер шул исемгә кире ҡайта. Эш кемдең кем булыуында түгел, минеңсә, иң тәү сиратта КЕШЕ булып ҡалыу кәрәк. Минең өсөн дәрәжә, исем, нисек тә киңерәк танылыу яулау тигән нәмә юҡ. Шуға ла әллә нимәгә ынтылмайым. Дуҫтарым бик күп. Уларҙың дәрәжәһе, вазифаһы минең өсөн мөһим түгел. Кем өсөндөр тау һымаҡ бөйөк булып тойолһалар ҙа, улар шул тиклем ябай. Бына шулай ябай булып ҡалырға кәрәк тә...
Ниндәйҙер үрҙәр, еңеүҙәр яулайһың, исемдәр алаһың икән – яҡшы, әммә улар юҡ икән – ер тырнап бошоноу кәрәкмәй. Күңелеңә ятҡан юл менән бараһың, үҙең, яҡындарың иҫән-һау икән, шул етә.
“Шунда – шунда нишләп бармайһың” тип күп әйтәләр. Уларға һәр саҡ “миңә бында ла ҡыйын түгел” тип әйтәм. Унан килеп, гастролдәрҙә йөрөһәң, ғаиләңдән йыш һәм оҙаҡҡа айырылып торорға тура килә. Ә минең иң яратмағаным – ғаиләмдән ситтә булыу.
Берәү ҙә мәңгелек түгел. Бер нисә тиҫтә йыл үткәс, бына шундай-шундай йырсы, ҡурайсы була торғайны тип халыҡ иҫләй икән – бына шул инде ул иң ҙур баһа! Амбицияларҙан азатмын, кешегә көнләшә белмәйем.
- Һеҙ күңелегеҙ менән тормош ваҡ-төйәктәренән өҫтөн тораһығыҙ, ҡалай бәхетле кешеһегеҙ!
- Шулайҙыр, күрәһең. Тормоштағы күп хәл-ваҡиғаға философия күҙлегенән ҡарарға кәрәк. Үткәндә “ҡаҙынмайым”, бары тик үҙемә һығымта яһайым. Мәҫәлән, кисәге концертта кемдер утты яңғылыш һүндерҙе, шулай ҙа йырлауымды туҡтатманым, музыкаһыҙ ғына йырлап бөтөрҙөм. Уңышһыҙлыҡтарҙан һабаҡ алаһың, был да бит насар түгел.
- Атайығыҙ Зәғәфүрән ағай халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡара. Нәҫелегеҙҙә тағы ла йырсылар бармы?
-Ҡартайым да, ҡәрсәйем дә йырға маһир ине. Ғәлим менән Фәнил ҡустыларымдың йырлағанын ишетеп, аптырағаным бар. Урын-еренә еткереп, үҙҙәренсә бик матур йырлайҙар.

- Ҡыҙығыҙ медицина юлын һайлаған, улығыҙ иһә әлегә мәктәп уҡыусыһы. Уларҙың һеҙҙең юлдан китеүен теләр инегеҙме?
- Һәр кемдең донъяға үҙ ҡарашы, үҙ хыялы. Теләктәре бар икән, мин ҡаршы килмәйәсәкмен. Башҡа юлдан китәләр икән, бик хуп.
- Тормош иптәшегеҙ һеҙҙең ижадты нисек ҡабул итә?
- Ғаиләм – иң ҙур бәхетем. Мине бер ҡараштан аңлаған тормош юлдашы, балалар биргәне өсөн яҙмышҡа рәхмәтлемен. Кеше эшен ни тиклем яратһа ла, уның менән генә тулыһынса бәхетле була алмай. Донъяң түп-түңәрәк булһын өсөн эргәңдә яҡындарыңдың булыуы кәрәк. Миңә бар яҡлап та терәк булған ҡатыныма сикһеҙ рәхмәтлемен. Ижадымды ситтән генә күҙәтмәй ул. Бына шул йыр һинең тауышыңа тап килер ине, ә бына быныһының һүҙҙәре матур тип йырҙар ҙа һайлаша.
- Бер генә йырымды ла һатҡаным юҡ. Ниңә йәлләргә? Ғәлим Дәүләтов, Динә Талхина, Розалия Фәизова, Гөлнара Сабирова һ.б. һүҙҙәренә яҙылған йырҙарымды үҙ итеп, урын-еренә еткереп башҡаралар икән – быға ҡыуанырға ғына ҡала.

- Һуңғы мәлдә яҙғанығыҙ бармы?
- Аҙаҡҡы йырым “Яңғыҙлыҡ” тип атала. Уны әлегә бер нисә кеше генә ишетте. Өҫтәйһе, эшләп еткерәһе урындары бар, шуға сәхнәгә сығармай торам. Сейле-бешле килеш халыҡҡа ишеттерергә теләмәйем. Сөнки ярай, һуңынан тамамлап ҡуйырмын тип уйлаһаң, шулай китә лә бара.
- Ижад юлында ҡыҙыҡ хәлдәргә лә йыш тарып тораһығыҙҙыр.
- Булғылай. Бер тапҡыр ижадташ дуҫтар менән Ғәзим Ильясовтың альбомын яҙҙырыу өсөн Өфөгә барҙыҡ. Ғәзим менән Ришат Бәҙретдиновтың эштәре оҙаҡҡараҡ һуҙылды. Эш араһында ҡапҡылап алырға әҙерләү минең өҫкә төштө. Күберәк йә тиҙ әҙерләнә торған “Роллтон” әҙерләйем, йә колбаса ҡурам. Бындай аҙыҡ ялҡытты бит әй, ҡайтып килгәндә “кәләш тә колбаса ҡурып ҡуйһа, вәт ҡыҙыҡ була инде” тип әйтә ҡуйҙым. Ҡайтып ингәс тә Әлфиә: “Роллтон менән колбаса ғына ҡурғайным бит әле”, - ти. Шаярырға яратҡан дуҫтарым алдан ҡатыныма “Әлфиә, нимә генә бешереп ҡуйһаң да, Нәғимгә ҡайтып инеү менән “Роллтон бешерҙем” тип әйт” тип шылтыратҡан икән.
Икенсе тапҡыр Салауат көндәренән ҡайтып киләбеҙ. Йонсоғанбыҙ. Беҙ тирмәләрҙе бушатҡансы, еңел машина водителе сумкаларыбыҙҙы өйгә алып барып ҡалдырырға булды. Шул арала Ғәзим өс ҙур кирбесте гәзиткә матурлап урап, сумка төбөнә тыға һалған. Өйҙә ҡатын “Кит инде, кеше шул тиклем күстәнәс тейәп ҡайта микән” тип ауыр сумкаларҙы көскә һөйрәп, өйгә алып ингән. Етмәһә, был нишләп кирбес алып ҡайтты икән тип аптыраған.
1999 йылда булһа кәрәк, күмәкләп Өфөгә китеп барабыҙ. Эй, һыуһаттырҙы. Автобус тулы тоҡ, сумкалар. Кемдер студент балаларына, кемдер туғандарына күстәнәс тейәгән. Кемдә сәй бар, тип һорағас, Ғәзим бер тоҡтан “полторушка” алып, миңә һона һалды. Уны-быны уйлап тормай уртлаһам, көнбағыш майы икән... Дуҫтарымдың ҡыҙыҡтары күп инде, сәхнәгә кейеп сыға торған кейемдәрҙе бер-береһенә бәйләп ҡуйһындармы, нимәнелер йәшерһендәрме...
- Киләсәккә ниндәй ниәттәр ҡораһығыҙ?
- Алда – ижадташ дуҫтарымдың юбилейҙары, уларҙың байрамдарын матур итеп үткәрергә ине. Ғөмүмән, буй етмәҫлек хыялдар менән йәшәмәйем. Бына ошолай, йырҙарымды йырлап, ижад итеп йәшәргә хыялланам.
- Амин! Киләсәктә лә моң-даръяларығыҙ сылтырап аҡһын, ижад юлығыҙ ғүмерле булһын!

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА әңгәмәләште.
Читайте нас: