Мораҙым
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Февраль 2019, 11:48

Ағасты – япраҡ, кешене хеҙмәт биҙәй. Ысын мәғәнәһендә һәләтле ул

Һәләтте йәлләмәгән уға Хоҙай. Уның кешелекле, юғары интеллектлы икәнлеген белеп, их, ниндәй ҙә булһа ижади коллективтың ғәҙел етәксеһе була алыр ине, тиһең. Йор һүҙле уҙамандың баянда, бас-гитарала өҙҙөрөүен күреп-белгәндәр :“Ниндәй сәхнә йондоҙо юғалып йөрөй”, - тип көрһөнәлер. Төплө белемле, тос фекерле, телгә маһир, бала йәнле хәстәрлекле атай икәнлеген иҫәпкә алып, их, мәғариф юлын һайлаһа, ниндәй оҫта педагог һәм телсе сығыр ине унан, тип уйлап ҡуяһың. Тик донъяға үҙенсәлекле ҡарашлы уҙаман күптән инде ғүмерлек һөнәрен һайлаған, намыҫлы хеҙмәте һәм күркәм булмышы менән тирә-яҡтың ихтирамын яулап өлгөргән. Һүҙебеҙ 28 йылға яҡын ғүмерен мәҙәниәт өлкәһенә бағышлаған, төрлө йылдарҙа республика кимәлендә үткән конкурстарҙа ҡатнашып “Иң яҡшы оператор” исеменә лайыҡ булған “Күгәрсен” район телестудияһының тауыш режиссеры Әсҡәт Әлимғолов хаҡында.

Һәләтте йәлләмәгән уға Хоҙай. Уның кешелекле, юғары интеллектлы икәнлеген белеп, их, ниндәй ҙә булһа ижади коллективтың ғәҙел етәксеһе була алыр ине, тиһең. Йор һүҙле уҙамандың баянда, бас-гитарала өҙҙөрөүен күреп-белгәндәр :“Ниндәй сәхнә йондоҙо юғалып йөрөй”, - тип көрһөнәлер. Төплө белемле, тос фекерле, телгә маһир, бала йәнле хәстәрлекле атай икәнлеген иҫәпкә алып, их, мәғариф юлын һайлаһа, ниндәй оҫта педагог һәм телсе сығыр ине унан, тип уйлап ҡуяһың. Тик донъяға үҙенсәлекле ҡарашлы уҙаман күптән инде ғүмерлек һөнәрен һайлаған, намыҫлы хеҙмәте һәм күркәм булмышы менән тирә-яҡтың ихтирамын яулап өлгөргән.
Һүҙебеҙ 28 йылға яҡын ғүмерен мәҙәниәт өлкәһенә бағышлаған, төрлө йылдарҙа республика кимәлендә үткән конкурстарҙа ҡатнашып “Иң яҡшы оператор” исеменә лайыҡ булған “Күгәрсен” район телестудияһының тауыш режиссеры Әсҡәт Әлимғолов хаҡында.
Матур тәбиғәт ҡосағына һыйынып ултырған, хәҙер инде күптән район картаһынан юҡҡа сыҡҡан, егәрле ул-ҡыҙҙар үҫтергән йәмле Һөйөш ауылында тыуған ул. Хеҙмәткә һәм тормошҡа сәмлелек, һүрелмәҫ дәрт-дарман, күп ҡырлы һәләт тә уға нәҡ изге төбәгенән, көмөштәй Ырғыҙлы һыуынан һәм егәрле ат-әсәһенән бирелгән дә инде.

“Һөнәрле үлмәҫ”...
4-се класҡа Мораҡ 2-се урта мәктәбенә (хәҙерге гимназия) уҡырға килгән үҫмер уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәй, Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбендә “баян” класында шөғөлләнеп тә айырым уңыштарға өлгәшә. Оҫта педагогы, ысын остазы - Николай Петрянин тураһында йылы хәтирәләрҙе ул һаман йөрәк түрендә һаҡлай. Күңелендә киләсәктә юрист булыу теләге йәшәһә лә, 8-се кластан һуң Салауат музыка училищеһына “Халыҡ инструменттары” бүлегенә уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағас, хеҙмәт юлын 1988 йылда Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбендә “баян” класы преподавателе булараҡ башлай. Әрме хеҙмәтенә алынғас та, ”учебка”нан һуң медицина батальонына эләккәс тә ябай ауыл егете юғалып ҡалмай: “Пульс” ансамбленең алмаштырғыһыҙ бас-гитарисы була, ансамбль менән үҙешмәкәр сәнғәт конкурсында ҡатнашып, лауреат исемен яулайҙар, унан тыш радиостанцияның начальнигы вазифаһын да уңышлы алып бара. Ил алдындағы бурысын үтәп, өлкән сержант званиеһында ҡайтҡан егет эшен Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбендә аккомпаниатор булып дауам итә, аҙаҡ, шул осорҙа район мәҙәниәт һарайы директоры вазифаһын башҡарған Тәлғәт Ишемғолов эш тәҡдим иткәс, 1991 йылдың авгусынан район мәҙәниәт һарайына аккомпаниатор булып күсә, 1994 йылдан мәҙәни-ағартыу эштәре буйынса методист вазифаһын иңдәренә ала. Был өлкәлә ул үҙен киң ҡарашлы, тәрән белемле, ярҙамсыл белгес итеп күрһәтә, әммә күберәк ваҡытын һәм иғтибарын өйрәнелгән һәм күңеленә яҡын төп эше – тауыш операторы хеҙмәтенә бүлә.
Оператор тигәндән, мәҙәниәт эшсәненең ҡулына камера алып һәр сараны, ваҡиғаны төшөрөүгә әүәҫләнеп китеүенең үҙ тарихы бар.
- 1993 йылда БР-ҙың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, “Башинформсвязь”дың ул ваҡыттағы генераль директоры Салауат Ғайсин районға 1-се видеокамераны бүләк итте. Мәҙәниәт бүлеге мөдире Харис Әбдрәхимов, әйҙә, төшөр, тип уны миңә тотторҙо. Ул заманда яңы техниканы белгән-күргән кеше юҡ, үҙаллы серҙәренә төшөнөп, өйрәнеп алырға тура килде. Өфө ҡалаһына барып, Ельцинды, Лужковты, Путиндың үҙен дә видеоға төшөрөү бәхете тейҙе, - тип иҫкә алды Әсҡәт Зәки улы.
Әлеге “Күгәрсен” телестудияһының ҡаҙаныштарына ла беренсе баҫҡысты һалған кешеләрҙең береһе ул Әсҡәт Әлимғолов. Тик ул ваҡытта урында телестудия “Оло Эйек” тип аталған була. Иң беренсе тапшырыу 1999 йылдың 27 февралендә эфирға сыға. Был – телестудияның беренсе видео операторы Әлимғолов һәм тәүге мөхәррире, үткер ҡәләмле ысын журналист Роберт Собханғоловтың берҙәм хеҙмәт емеше була.
Телестудияға нигеҙ ташын һалыусы Роберт Шакир улы ул йылдар тураһында бына нимә ти:
Рөстәм Алламоратов, коллегаһы, монтажлау буйынса яуаплы белгес:
- Әсҡәт менән яҡындан танышыуыбыҙға 2 тиҫтәгә яҡын йыл үткән. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәҙәни-ағартыу техникумында уҡыған сағымда диплом эше менән мәшғүлмен, практика үтер өсөн мәҙәни сара үткәрергә кәрәк, нәҡ шул ваҡытта Юлдыбай ауылындағы кисәне ул төшөрҙө. Шунан алып беҙ бергә, тәүҙә район мәҙәниәт һарайында, хәҙер инде байтаҡ йылдар телестудияла уртаҡ эш башҡарабыҙ, кәрәк булғанда бер-беребеҙҙе алмаштырабыҙ. Әсҡәт эшсән булараҡ та, дуҫ булараҡ та ышаныслы һәм кешелекле, ярҙамсыл кеше. Бергә “сплавта” ла булдыҡ, тәмәке тартыуҙы ташланыҡ (көлә), йәшәүҙәрҙең ҡәҙерен белеп сәләмәт йәшәү рәүешен һайлайбыҙ. Артабан да татыу ғына ошо өлкәлә хеҙмәт итеү – уйыбыҙ.
Ринат Әлимғужин, “Күгәрсен”район телестудияһы мөхәррире:
- Уны районда һәр икенсе кеше белә тиһәк, һис хата булмаҫ. Күгәрсен районында беренселәрҙән булып профессиональ телекамера артына тороусы, урыҫсалап әйткәндә, “оператор от Бога”. Әсҡәт ағай менән бына биш йыл инде иңгә-иң терәшеп татыу эшләйбеҙ. Әйткәндәй, районыбыҙҙа рәсми телевидение асылыуға тиҙҙән 20 йыл тула. Ошо ҙур ҡаҙаныш нигеҙендә нәҡ Әсҡәт ағай менән Роберт Собханғоловтың оло хеҙмәте ята. Оҫтабыҙ төшөргән видеотаҫмалар архивы меңдән ашыу кассеталарҙа, дискыларҙа, гигабайттарҙа һаҡланып килә. 90-сы йылдар башында ҡулына тәү тапҡыр камера алғандан бирле ул төп “ҡоралын” ташламай, оҫталығы, тынғыһыҙлығы менән беҙгә лә өлгө булып тора. Ҡаҙаныштар, яңы үрҙәр алда булыр тип ышанам, хөрмәтле эшсәнебеҙ тағы ла яҡтыраҡ, матурыраҡ кадрҙар менән беҙҙе,халыҡты һөйөндөрөр әле!

Матур ғаиләһе – илһам сығанағы
Гүзәл йәшлек таңында осратҡан Мораҡ ауылы һылыуы – Резеда Хәлил ҡыҙы менән ҡауышып, шатлыҡ-көйөнөстәрҙе уртаҡ итеп, тормош һуҡмағынан бергә-бергә атлауҙарына хәҙер 27 йыл. Уларҙың ҙур һәм татыу ғаиләһен йәштәргә һәр яҡлап өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Бәғзеләр һаман бушҡа өмөт итеп, дәүләт ярҙамында фатирлы булһалар, Әлимғоловтар хәләл көстәре менән йорт һалып инеп, бәләкәстәренә ыңғай шарттар тыуҙырыр өсөн йәндәрен аямайынса тырыша. Эшһөйәр, тынғыһыҙ уҙаман заманында видеокамераһы ярҙамында аҡса эшләп, ғаиләһенә матди яҡтан ныҡлы терәк булырға ла әмәлен тапҡан.
Атанан күргән - уҡ юнған, тигәндәре лә шулдыр: улдары ла ҡалын елкәле, сос, тормошта һис юғалып ҡала торғандарҙан түгел. Өлкәне – Артур хәҙер үҙе атай булған, бер ҡыҙ үҫтерә, ғаиләһе менән Мәскәү ҡалаһында йәшәй. Ҡартаһы һәм атаһына оҡшап математика яғынан әүәҫ егет БДУ-ның прикладная математика бүлеген тамамлаған, илебеҙ баш ҡалаһында ла йәненә ятышлы һөнәрен тапҡан, ә кәләше – Әлфиә медицина хеҙмәткәре. Заман артынан ҡыуып мөхәббәт емештәре – ҡыҙҙарына бер ҙә сит-ят исем бирмәгәндәр, ә саф башҡортса, Айһылыу тип атағандар. Икенсе улдары – Айрат та үҙ белеме, үҙ көсө менән БДУ-ға уҡырға ингән, тик “был-минеке түгел”тип, юғары уҡыу йортонда белем алыуҙан баш тартҡан. “Һин дә түрә, мин дә түрә, атҡа бесән кем һала”тип халыҡтың хаҡ әйткәнен үҙләштергәне өсөн әсә-атаһы асыулана буламы һуң инде! Киреһенсә, ысын эшсе һөнәрен һайлап, себер тарафтарында иретеп йәбештереүсе булып эшләүен хуплай ғына. Әйткәндәй, Артур менән Айрат та мәктәптә уҡыған саҡтарында параллель рәүештә Мораҡ сәнғәт мәктәбендә лә уңышлы шөғөлләнеп, тынлы оркестрҙа уйнағандар. Өсөнсөһө – Айҙар, спортҡа әүәҫ булып, Мораҡ 1-се урта мәктәбендә уҡыуҙан алдынғылыҡты бирмәһә лә, 9-сы кластан Ишембай нефть колледжына уҡырға инә, хәҙер инде 2-се курс студенты. Ояһында ни күргән... тигәндәй, электрикка уҡыған егет видеотаҫмалар эшләүҙе яратҡан шөғөлөнә әүерелдергән, атаһы өлгөһөндә ул да киләсәктә эш мәсьәләһендә аптырап тормаҫ әле. Ниһайәт, дүртенсеһе – Асҡар Мораҡ 1-се урта мәктәбендә 1-се класта ғына уҡый әле. Кинйә булһа ла, һис наҙлыҡай түгел, һәр нәмәне үҙаллы өйрәнергә, үҙләштерергә әүәҫ. Математиканан отҡор, шуҡ һәм ҡыҙыҡһыныусан малайҙан да бынамын тигән һөнәрмән сыҡмаҫ тимә!
Улдарына бирелгән һәләт ғаилә башлығынан ғына түгел, әсә һөтөнән, әсә тамырҙарынан да бирелгәндер. Күгәрсен ауылын намыҫлы хеҙмәте менән данлаусы Вәлитовтар нәҫеленән булған Резеда гимназияла ашнаҡсы булып эшләй. Үҙ һөнәре буйынса китһә, бәлки, оҫта тегенсе тигән даны ла булыр ине. Улдар айырым иғтибар талап итеүсән, бөркөттәй дүрт ул тәрбиәләр өсөн дә күпме көс, сыҙамлыҡ кәрәк. Дүрт балаһына ла йөрәк наҙын берҙәй бүлеп, һәр береһен яратып бағыусы изгелекле әсә, кәрәккәндә тормош юлдашына иңен ҡуйыусы, сәмләнеп эшләр һәм йәшәр өсөн уға илһам биреүсе тоғро һәм һөйөклө ҡатын да, ҡәҙерлеләрен тәмле аштары менән һыйлаусы уңған хужабикә лә ул. Нәҡ шул ғаилә терәге булған һөйөклөһөндә һәм йәндәй ғәзиз улдарында ла инде Әсҡәт ағайҙың төп илһам сығанағы!

Һуңғы һүҙ урынына
Күптәрҙе ябай, тик ал-ялһыҙ эшенә мөкиббән һөнәрмәндең тормошто нисек бар шулай яратыуы, хатта күңелһеҙ хәл-ваҡиғаның да ыңғай яғын, яҡшылығын күрә белеү һәләтенә эйә булыуы һоҡландыра. Ни тиһәң дә, кешене бер ниндәй ҙә дан-дәрәжә түгел, ә күркәм холҡо һәм намыҫлы, емешле хеҙмәте биҙәй шул. Быға беҙ ысын ир аҫылы – Әсҡәт Әлимғолов өлгөһөндә тағы ла бер ҡат инандыҡ.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: