Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
30 Ғинуар 2019, 11:27

Башҡортостандың яратҡан рәссамдары

Бына ниһайәт беҙҙең Күгәрсен районы ла “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” проекты ойоштороусыларын ҡаршы алды. Сарала күренекле рәссам, беҙҙең яҡташыбыҙ, Заһир Исмәғилев исемендәге Сәнғәт академияһының художество-графика факультеты деканы Әмир Мәжитов, уның бер туған ҡустыһы, балалар сәнғәт мәктәбе директоры, шулай уҡ рәссам Наил Мәжитов, проекттың авторы – нефть-химия тармағы белгесе, фән кандидаты Наил Мәхмүтов ҡатнашты. Уларҙы район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев тәбрикләне, үҙенсәлекле проект менән таныштырыу ойошторғандары өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы, иҫтәлеккә Күгәрсен районы тураһындағы китап та бүләк итте.

Бына ниһайәт беҙҙең Күгәрсен районы ла “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” проекты ойоштороусыларын ҡаршы алды.
Сарала күренекле рәссам, беҙҙең яҡташыбыҙ, Заһир Исмәғилев исемендәге Сәнғәт академияһының художество-графика факультеты деканы Әмир Мәжитов, уның бер туған ҡустыһы, балалар сәнғәт мәктәбе директоры, шулай уҡ рәссам Наил Мәжитов, проекттың авторы – нефть-химия тармағы белгесе, фән кандидаты Наил Мәхмүтов ҡатнашты.
Уларҙы район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев тәбрикләне, үҙенсәлекле проект менән таныштырыу ойошторғандары өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы, иҫтәлеккә Күгәрсен районы тураһындағы китап та бүләк итте.
Һынлы сәнғәт оҫталарын барлай проект
Был проект 2017 йылдың 1 июнендә башланған. Уның авторы Наил Мәжит улы сығышы менән Стәрлебаш районынан. Төп һөнәре сәнғәткә бөтөнләй ҡағылышы булмаған уҙаман тәүҙә документалистика менән мауыға. Тора –бара ошо өлкәне ныҡлы өйрәнеп, ун бер йыл эсендә “Яҡташтар” тигән проект буйынса 13 китап сығарыуға ла өлгәшә. Ул альманахҡа төҙөлөш отрядтары, комсомол ойошмалары, шул осорға бәйле ваҡиғаларға, йәшлек йылдарына, хатта Юрий Шевчук ижадына ла арналған китаптар ингән. Ә “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” проекты рәссамдар ижадын берләштереүгә, яңы исемдәр асыуға, уларҙы бөтә илгә танытыуға йүнәлтелгән, рәссамдар ижады аша Башҡортостандың һынлы сәнғәтен киңерәк даирәгә еткереүҙе, мөмкин тиклем күберәк кешене башҡорт рәссамдары менән таныштырыуҙы ла маҡсат итеп алған.
Был өлкә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “һайланма кешеләр” өсөн булып, тулыһынса асылмай.
Арҙаҡлы рәссамдар ижады мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында (махсус факультеттарҙан башҡа) бик өйрәнелмәй. Бында, әлбиттә, рәссамдарҙың бер ғәйебе лә юҡ, улар шундай халыҡ – пиар кеүек төшөнсәләр ят, үҙ алдарына ғына тыныслыҡта ғына картина яҙалар.

Ғәйеп беҙҙә - йәмғиәттә. Матди байлыҡ, ваҡытлыса төшөнсәләр артынан ҡыуып, мәңгелек ҡиммәттәрҙе баһаламайбыҙ, күрмәйбеҙ, аңламайбыҙ, тоймайбыҙ.
Шунлыҡтан үҙебеҙҙең ерлектә тыуған оҫталарҙың ижад өлгөләрен халыҡҡа еткереү теләге менән ошо проектҡа нигеҙ һалдыҡ. Киңерәк даирәгә тәҡдим итеү маҡсаты менән интернетта artrb.ru сайтын да асып ебәрҙек. Унда рәссамдарҙың халыҡҡа тәҡдим иткән эштәре урынлаштырылды, сайт асыҡ форматта, һәр кем үҙ эшен үҙ аллы ҡуя ала, - ти Наил Мәжит улы.
Китап киң ҡатламға тәғәйенләнгән китап, автор фекеренсә, йәштәр күңелендә лә илһөйәрлек тойғоһо, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләүгә лә булышлыҡ итәсәк.
Башҡортостанда ғына илен, халҡын һөйгән, уның матур тәбиғәтенә дан йырлаған йырсылар, шағирҙар, рәссамдар тыуалыр. Быға иҫбатлау итеп шуны әйтергә була- проект сиктәрендә 1250-нән ашыу яңы исем асылды, сайтта урынлашҡан алты мең ярымдан ашыу картинаны донъяның 104 иленән 2 миллиондан ашыу кеше ҡараған, - ти Наил Мәхмүтов.
Яҡташыбыҙ Әмир Мәжитовтың да картиналары, уның тураһындағы йөкмәткеле мәҡәлә лә ошо китапҡа ингән.
Әмир Миңлевәли улының ижади биографияһы бик бай.
Күгәрсендең күренекле рәссамы
Әмир Мәжитов беҙҙең райондың Үрге Һаҙ ауылында тыуып үҫә. Һынлы сәнғәт, һүрәт төшөрөү менән бала саҡтан мауыға. Уның нәҫелендә рәссамдар юҡ. Һүрәт төшөрөү серҙәренә уны атаһының бер туған апаһы – Миңниса инәһе өйрәткән. Быума сире менән яфаланған инәй ваҡыт уҙғарыу өсөн ике йәшлек кенә Әмиргә һүрәт төшөрөгән, шул рәүешле уны һынлы сәнғәт донъяһына ылыҡтырған.
- Ап-аҡ ҡағыҙ битенә ҡайын урманын, сәскәле туғайҙарҙы, йылмайып торған ҡояшты төшөрә торғайны инәйем. Уға ҡарап мин дә нимәлер һыҙмаҡлаған була торғайным.
1995 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағас, ул Рәсәй художество академияһы аспирантураһында белем ала. Йәш рәссам Әхмәт Лотфуллин етәкселегендә эшләй. Әмир Миңлевәли улы Әхмәт Фәтҡулла улын, билдәле график Эрнст Сәйетовты, рәссам Михаил Назаровты үҙенең остазы тип иҫәпләй.
Әмир ағай халыҡ –ара, Бөтә Рәсәй, республика кимәлендәге күргәҙмәләрҙә студент йылдарынан уҡ ҡатнаша. М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы уның бер картинаһын да шул студент йылдарында уҡ һатып ала.
Рәссам күберәк яҡшылыҡ менән яуызлыҡ, ғаилә, ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат кеүек мәңгелек темаларға мөрәжәғәт итә.
- Әлеге көндә яҙып ятҡан “Рәссам” серияһында иң нескә ижад серҙәренә төшөнөргә, уны асырға, Мандельштам, Пастернак теле менән, метафоралар арҡылы үҙемдең тормошто ҡабул итмешемде асып бирергә тырышам. Беҙҙең йәшәгән һәр мәлебеҙ, һәр секундыбыҙ ул –мәңгелеккә илткән юл, - ти рәссам. Ул һынлы сәнғәтте “зауыҡлы биҙәкле бер ҙур балаҫ” итеп ҡабул иттә, “һинең бәләкәй генә эшең дә ошо балаҫҡа бер сәнсем биҙәк булып төшә икән, тимәк, тарихта ҡалды тигән һүҙ”.
- Рәссам ул шағир ҙа, философ та, тарихсы ла, күҙәтеүсе лә булырға тейеш. Иң мөһиме – сәнғәткә ғашиҡ кеше булырға. Мин быны үҙемдең уҡыусыларыма ла тылҡыйым. Эшһөйәрлек тә, еренә еткереп эшләү ҙә, яуаплылыҡ та ҙур әһәмиәткә эйә. – Әмир Миңлевәли улының уҡыусылары араһында Ю. Әминев, Э. Зәбдинова, И. Калабухова, Д. Ҡыяметдинова, А. Әхмәтшин, Л. Мөхәмәтова, Е. Осокина кеүек танылған рәссамдар ҙа бар.
Әмир Мәжитов - Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, РФ һәм БР рәссамдар союзы ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, “Рухлылыҡ, традициялар, оҫталыҡ” алтын миҙалы, РФ рәссамдар союзы секретариатының көмөш миҙалы менән дә бүләкләнгән, АҠШ (МБО) “Сәнғәт өлкәһендә йыл кешеһе” исеменә лайыҡ була.
Әмир ағай үҙен уратып алған кешеләргә, дуҫтарына, һәләтле уҡыусыларына, ижад менән һуғарылған бай эстәлекле тормошона рәхмәтле. Уның ҡыҙы Аида ла сәнғәт кешеһе – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисткаһы.
Проект асҡан исемдәр
СССР-ҙың почетлы шахтеры Ғиниәт Алламоратов тураһында белмәгән кешеләр юҡтыр. 1934 йылда Юлдыбай ауылында тыуа, 1956 йылда комсомол юлламаһы буйынса Донбасҡа ебәрелә, Донецк ҡалаһының “Трудовская” шахтаһында 28 йыл эшләй. 1964 йылда ситтән тороп Мәскәү халыҡтар ижады йортон тамамлай. СССР-ҙың почетлы шахтеры исеменә ул 1983 йылда уҡ лайыҡ була.
Бик үҙенсәлекле кеше булды ул олатай. Рәссам кеше шулай булалыр инде: Ғиниәт олатай ҙа тормошҡа, тәбиғәткә ғашиҡ кеше ине. Картина яҙыу менән бер рәттән баҡсаһында ҡыр сәскәләрен дә үҫтерҙе. Ниндәй генә дарыу үләне, ниндәй генә сәскә, ниндәй генә үҫемлек булманы уның гөлбаҡсаһында.
Ул йәшәгән йорт ҡапҡаһына һоҡланмаған кеше булдымы икән? Шикләнәм. Йәшәгән йорто әллә ни хайран итерлек мөһәбәт булмаһа ла, ҡапҡаһындағы һүрәте йорт хужаһының эске донъяһын асып һала ине.
Уның картиналары үҙе эшләгән шахта музейында ла, беҙҙең район музейында ла һаҡлана.
Тәүәкән ауылында йәшәгән Мирхәт Әбдрәхимовты инде беҙ ағас оҫтаһы булараҡ беләбеҙ. Ағастан төрлө һындар булһынмы, көнкүреш кәрәк-ярағы булһынмы – сынъяһау итеп эшләп тә ҡуя.
Проектта ҡатнашыусылар араһында балалар ижады үҙәге педагогы папье-маше технологияһы буйынса ҡурсаҡтар эшләүсе Айгөл Сәйфуллина менән милли биҙәүес әйберҙәр эшләүсе Фаянур Акимбаева ла бар. Уларҙың эштәре менән сарала ойошторолған күргәҙмәлә таныштыҡ.
Сараның уңышлы үтеүе алып барыусының оҫталығына бәйле. Был тәңгәлдә инде “Вся Уфа” телеканалы дикторы Денис Ғәниев һис шикһеҙ үҙ эшенең оҫтаһы булып танылды. Рәссамдар ижадына арналған кисәне музыкаль яҡтан беҙҙең район мәҙәниәт һарайы йырсылары менән бергә “VIA ЧАППА” рэп-төркөмө, “Old School” төркөмө солисткаһы Евгения Сафина, проекттың арт-директоры, бард, автор-башҡарыусы Рәмил Бәҙәмшин биҙәне.
PS:
Алып барыусының сара башланыр алдынан сәхнә артынан “Кемдәрҙең телефондары бар, алҡышлағыҙ! Ә хәҙер телефондарҙы сығарҙыҡ (беҙ сылдырлатып һүндерә лә башлағайныҡ инде-авт.), инстаграмға индек һәм сараны башланыҡ!” тип килеп сығыуы көтөлмәгәнсә булды. Ғәҙәттә, ниндәй генә сара үтһә лә, иң беренсе сиратта йәш-елкенсәк, бала-саға “тегеләй-былай йөрөмәйһегеҙ, телефондарығыҙҙы һүндерәһегеҙ” тигән тыйыуҙар ишетә бит инде. Бына ошондай үҙенсәлекле “иркенлек” аша бала күңеленә юл һалды сәнғәт әһелдәре, йәштәрҙең иғтибарын йәлеп итте.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Н.КУШНЕРОВА фотоһы.
Читайте нас: