Туйөмбәт ауылында урынлашҡан күренекле әҙибә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева исемендәге йорт-музейҙың асылыуына егерме йыл тулды.
Министрҙар кабинетының 1997 йылдың 26 авгусындағы Ҡарарына ярашлы, БР Мәҙәниәт, халыҡ мәғарифы министрлыҡтары, Яҙыусылар союзы, район хакимиәте менән берлектә 2000 йылға ҡәҙәр Туйөмбәт ауылында З. Биишева исемендәге йорт-музей асырға ҡушыла.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төҙөлгән бинаның архитекторҙары – Архитекторҙар союзы ағзаһы, бихисап биналар проекты авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторҙары Рудоль Әүсәхов менән Наил Ғәлиев.
Тирмә тибындағы был йорт-музейҙың үҙенсәлекле тарихы ла бар. Ул Туйөмбәт ауылының перспективаһыҙ тип мөһөрләнгән осоро менән бәйле.
Зәйнәб Биишева тыуған яғына йыш ҡына Мәрйәм Бураҡаева менән ҡайтып йөрөгән. Шулай бер ауылға ҡайтҡандарында Туйөмбәттең “киләсәкһеҙ” –перспективаһыҙ ауылдар иҫәбенә индерелгәнлеген хәбәр итәләр. Әлбиттә, тыуған ерен, халҡын, милләтен һөйгән ике әҙибә лә был хәбәрҙе бик ныҡ ауыр кисерә. Мәрйәм апай ошо киләсәкһеҙ ауылдар проекты тураһында мәғлүмәт туплай башлай. Шулай итеп, “Совет Башҡортостаны” гәзитендә (1979 йылдың 6 декабрендәге һанында) “Бөгөнгөбөҙ һәм иртәгәһе көнөбөҙ хаҡына” тигән мәҡәлә донъя күрә. Ул мәҡәләнең йөкмәткеһен, оло быуын кешеләре, моғайын, яҡшы хәтерләйҙер. Был мәҡәлә Мәрйәм Бураҡаеваның Зәйнәб Биишева тураһындағы “Оло Эйек ҡыҙы” китабында тулы килеш бирелә. Шул мәҡәләгә ул ваҡыттағы Күгәрсен район Советы башҡарма комитеты рәйесе Мөхтәр Шәриповтан “Райондың генеральный планы буйынса Туйымбәт ауылы перспективаһыҙ ауылдар иҫәбенә индерелгән” тигән яуап килә. Ул осорҙа Туйөмбәттә 39 өйҙә 132 кеше йәшәгән, башланғыс мәктәп тә эшләгән, магазин, 500 баш һыйыр малы иҫәпләнгән ферма ла, тимәк, халыҡҡа әҙме-күпме эш тә була.
Яуаптар ҡәнәғәтләндерерлек булмағас, бер йыл тигәндә ошо уҡ темаға тағы бер мәҡәлә яҙа Мәрйәм апай. Был йүнәлештә һөйләшеү артабан да дауам итә. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы эргәһендәге Төҙөлөш һәм архитектура эштәре идаралығы начальнигы Хихлуха менән һөйләшә. Ул перспектив пландың халыҡ депутаттарының район Советтары башҡарма комитеттары тәҡдимдәре нигеҙендә төҙөлөүен әйтә.
Зәйнәб Абдулла ҡыҙы ул ваҡытта Мәскәүҙә була, хәбәр алғас, оҙаҡламай ҡайтып төшә һәм икәүләп (1962-1986 йылдарҙа министрҙар советы рәйесе) Зекериә Аҡназаровҡа инәләр. Боҙ ҡуҙғала һәм күп тә үтмәй Күгәрсен район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Степкиндан “Туйөмбәт ауылы перспектив ауылдар иҫәбенә индерелде” тигән яуап килә.
Ауылдың ҡалыуына иң ныҡ ҡыуанғаны, моғайын, Зәйнәб Абдулла ҡыҙы булғандыр, ти Мәрйәм апай. Үкһеҙ етемлектә үҫкән әҙибә өсөн тыуған ауылһыҙ ҡалыу – илһеҙ, телһеҙ ҡалыуға бәрәбәр булғандыр. “Тыуған ауылһыҙ ҡалыу ҙа етемлек бит ул, һылыу, һиңә рәхмәт, ауылдаштарым онотмаҫ был изгелекте”, - тип ихлас ҡыуана ул һәм ауылға ҡайтып йорт һалдырыу хыялы менән яна башлай. Ошо хыялын тормошҡа ашырыу маҡсаты менән ауылына тағы бер ҡайта әҙибә. Район етәкселеге ауылдың киләсәге тураһында һөйләп, ышандырғас, ныҡлы ҡарар менән Туйөмбәткә баралар.
“Элек үҙҙәре йәшәгән өй урынына икенсе хужалар йорт һалғас, “Исем” совхозының партком секретары Ғилметдин Яппаров, Суфиғәли ағай менән бергә байтаҡ ҡына йөрөгәндән һуң, бик күркәм бер урынды һайлап, мәсьәләне артабан хәл итеүҙе был уҙамандарға йөкмәтеп, Өфөгә ҡайтып киттек. Туйөмбәттән ҡайтышлай, Исемгә туҡталып, Ғилметдин Яппаров тәҡдиме буйынса боронғо бер йортто ҡараныҡ. Төҙөлөшө буйынса ғәжәп үҙенсәлекле бер йорт ине ул. Тирмә сүрәтендә, үҙе бүрәнәнән, тәҙрәләре дүрт тарафҡа ла уйылған. Зәйнәб апайға оҡшаны был йорт. “Бына бит боронғоса тирмәгә оҡшатып төҙөлгән. Архитекторға әллә ни уйларға ла түгел. Алдағы көндә музей итеп ҡалдырылһа ла, үҙенсәлекле”, - тине Зәйнәб апай. Шуныһы ғәжәп: аҙаҡ Туйөмбәттә архитекторҙар Рудоль Әүсәхов менән Наил Ғәлиевтарҙың проекты буйынса төҙөлгән йорт тап тирмә рәүешендә ҡалҡып сыға. Ә бит улар яҙыусының хыялы тураһында хәбәрҙар түгел ине”, - тип яҙа Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы.
Шулай итеп, Туйөмбәттәге йорт-музей, әҙибәнең вафатынан һуң булһа ла, уның изге хыялын тормошҡа ашырыу булып сыға.
Рудоль Рәйес улы Әүсәхов 1951 йылдың 7 ноябрендә Илеш районының Яңы Күктау ауылында донъяға килә. Мәскәү архитектура институтында юғары белем алып, 1975 йылда тамамлағандан һуң 1988 йылға тиклем “Башкиргражданпроект” институтының архитекторы, баш архитекторы, 1998 йылдан 2000 йылға тиклем директоры була. 1988-1998 йылдарҙа БР Төҙөлөш эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары, бер үк ваҡытта БР-ҙың баш архитекторы, 2002 йылда “Башгипронефтехим”, 2000 йылда – “Нефтегазпроект” институтында, 2013 йылда сәнәғәт һәм граждандар объекттарын проектлау институтында проекттарҙың баш архитекторы була. 1987-1994, 1997-2000 йылдарҙа- БР архитекторҙар союзы идараһы рәйесе, 150-нән ашыу проект авторы, БР-ҙың атҡаҙанған, РФ-ның почетлы архитекторы.
Әйткәндәй, Рудоль Әүсәхов менән телефон аша бәйләнешкә инеп, һөйләшеп тә алдыҡ.
- Был йорт –музей проектын беҙ Наил Ғәлиев тигән архитектор менән бергә эшләнек. У ваҡытта мин БР Төҙөлөш эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, БР баш архитекторы инем. Минең менән бергә эшләгән бер төркөм егеттәргә музейҙы ҡайһылай итеп күҙ алдына килтереүем тураһында идеяны, күҙаллауҙарҙы һүрәтләп биргәс, Наил Ғәлиев һыҙмаларын эшләне. Төҙөлөш ваҡытында ла барып, сифатлы кирбестәр һайлап, ҡарап йөрөнөк. Үҙ эшенең оҫталары булған төҙөүселәр йәлеп ителде. Милли һыҙатлы бынамын тигән бина килеп сыҡты, минеңсә. Уға тиклем Ғәлимйән Ибраһимовтың музейын проектлап, төҙөгәйнек, Кинйә Арыҫлановтың клуб-музейы бинаһын да проектлағайныҡ. Уларҙы ла милли характерҙа булһын тип эшләнек.
Үҙемдең ижадта һәр ваҡыт милли һыҙатҡа өҫтөнлөк бирергә, башҡорт архитектураһының йөҙөн булдырырға тырыштым. Өфөләге Профсоюздар йортон күргәнегеҙ барҙыр бит? Бына шуны проектлағанда ла, нисектер, эсендә тау араһынан барған һымаҡ тәьҫир булһын тип, өҫкө ҡатҡа көмбәҙләп тәҙрәләр ҡуйҙыҡ.
Бына шул архитектур ҡоролмаларға тиңләшергә, биналарҙа халҡыбыҙҙың асылын, тормошон, булмышын һынландырырға ынтылдым үҙемдең проекттарымда. Һуңғы йылдарҙа беҙҙә лә глобалләшеү күренеше киң таралды. Көнбайыштан килгән “хай-тек” еле ҡағылмай үтмәне. Уны заман талабы тиеп ҡарарға ярамай, минеңсә. Нимә генә проектлаһаҡ та, милли йөҙөбөҙ өҫтөнлөк итергә тейеш.
- Тимәк, биналарҙа ла милли асылыбыҙ сағылырға тейеш?
- Минең ижадымда бер инанысым бар: үҙенең тарихы, мәҙәниәте, ҡурайы булған милләт архитектурала ла үҙенең һүҙен әйтергә тейеш.
Милли тәрбиә алған, халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен һанлаған, мәҙәниәтен, сәнғәтен, рухиәтен баһалаған башҡорт архитекторҙары булғанда, милли архитектура ла үҫешәсәк.
Ысынлап та, архитектор өсөн иң мөһиме – матурлыҡты күрә белеү һәм шуны булдырыу. Бында белем генә түгел, Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән һәләт тә талап ителә. Үтә лә нескә ижади һөнәр эйәләре тыуҙырған мөһабәт биналар быуаттар аша киләсәккә тарихты ла юлларҙар әле.
Йорт-музей проекты авторҙарына ла күренекле әҙибә исемендәге премия тапшырыу быйыл – шул бинаға егерме йыл тигәндә, айырыуса әһәмиәтле булыр ине.