Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
3 Ғинуар 2019, 19:38

Оялған сусҡа (әкиәт)

Бер ваҡыт урманда ҡойолған сәтләүектәр менән тамаҡ туйҙырып йөрөгәнсусҡа ағастан ағасҡа, ботаҡтан ботаҡҡа һикереп йөрөгән тейенде күреп ҡала лауның үҙенә оҡшаған ғына сәтләүектәрҙе һайлап йыйыуына көнләшеп ҡарап тора.

Бер ваҡыт урманда ҡойолған сәтләүектәр менән тамаҡ туйҙырып йөрөгән сусҡа ағастан ағасҡа, ботаҡтан ботаҡҡа һикереп йөрөгән тейенде күреп ҡала ла уның үҙенә оҡшаған ғына сәтләүектәрҙе һайлап йыйыуына көнләшеп ҡарап тора. Шунан:

— Тейен! Һин ни эшләп бик бейеккә менеп киттең әле, ә? Төш бында, һөйләшеп алайыҡ! — тип ҡысҡырған. Тейен йәлп итеп аҫҡа эйелеп ҡараған да, матур ҡойроғон арҡаһына һуҙып һалып, йәтешләп бер ботаҡҡа менеп ултырған. Шунан һуң ғына сусҡаға:

— Ағас башында миңә тынысыраҡ. Ә ерҙә йыртҡыстарҙан ҡурҡыныс. Унан, ағас башындағы сәтләүектәр ерҙәгеләренән таҙараҡ та, тәмлерәк тә, — тип аңлатҡан. — Ергә ҡойолғандары күгәргән, үҙҙәре, өҫтәүенә, бысраҡ...

Сусҡаға тейендең яуабы бик ҡыҙыҡ тойолған. Шуға ла:

— Төш әле бында, төш. Гел генә ағас башында йөрөп, аяҡтарың талғандыр. Ҡурҡма, йыртҡыс- фәлән килеп сыҡһа, уларҙан һине үҙем һаҡлармын. Ағас башынан һөйләгәнең миңә насар ишетелә, әйҙә, бында һөйләшәйек. Мин һинең яныңа менә алмайым шул, ә һин ергә төшә беләһең, — тип, тейенде һаман үҙ янына саҡырған. Уның тейендәр тормошо хаҡында күберәкте белгеһе килгән. Тейен сусҡаның, йыртҡыстарҙан үҙем һаҡлармын, тигән матур һүҙҙәренә күңеле булып, ергә һикереп төшкән. Ләкин сусҡаның бысраҡ сәтләүектәрҙе ауыҙ тултырып ашауын күреп, ерәнеп киткән дә:

— Һин нишләп улай ҡомарланып, ҡомһоҙланып, сәтләүектәрҙе таҙартмай, һайламай-нитмәй ашайһың ул? — тип һораған. Сусҡа иҫе лә китмәйенсә:

— Миңә бата ул. Мин бит сусҡа, — тип кенә ҡуйған.

— Ә мин һиңә, әгәр теләһәң, ул сәтләүектәрҙең йылтыр тышлыларын, эреләрен, матурҙарын ғына һайлап, ағас башынан ташлай алам. Теләһәң, һин уларҙы үҙеңә ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуй, — тигән.

Ғүмере үҙенә ҡышҡа аҙыҡ әҙерләмәгән сусҡа был тәҡдимгә башта ни тиергә лә белмәйерәк торғандан һуң, тейенгә:

— Һи, улай булғас, аҙыҡты ҡышҡылыҡҡа бергәләп әҙерләйек һуң. Әйҙә, икебеҙгә лә бер өң ҡорайыҡ. Ағас башындағы кеүек ел-дауылдан һуғылып, өшөп-туңып ҡышламаҫһың, ерҙәге өңдә рәхәтләнеп торорһоң. Мейестән кәм йылытмам үҙеңде, — тигән тәҡдим яһаған. — Өң — өң булыр әле, ағас ҡыуышы булмаҫ!

Сусҡаның матур һүҙҙәре тейенде тамам арбап ала. Улар икәүләп ауған йыуан имән төбөндә өң яһайҙар. Өң эсендә ҡышҡа аҙыҡ туплау өсөн бер мөйөштә келәт тә эшләйҙәр. Был эш тамам булғас, тейен ағас башына йүгереп менеп китә лә йән-фарманға унан ергә сәтләүектәр ҡоя башлай. Һөйләшеп килешеү буйынса, сусҡа уларҙы келәткә ташырға тейеш булһа ла, күбеһен ҡорһағына тултырып тик йөрөй, ти. Тейенде бик яратһа ла, ҡомһоҙлоғон еңә алмай, ти, был мәскәй. Убыр кеүек емерелеп ашай ҙа ашай, ә үҙе һис тә туймай, имеш. Эшкә әүрәгән уңған тейен сусҡаның ни ҡыланғанын башта йүнләп иғтибарға ла алмаған. Хәлдән тайып, ергә төшһә, ни күрә — бирән сусҡа күбәләй булып бүҫелеп, хырлап йоҡлап ята. Келәткә тулырға тейешле аҙыҡтың күпселеге сусҡа ҡорһағында, ти. Тейен, сусҡаны уятмаҡ булып, төрткөләп, өндәшеп, өҫтөнә менеп һикергеләп ҡараған. Сусҡа уянмаған. Аптыраған тейен келәтте бер үҙе тултырырға керешкән. Тултырмаҫ ине лә, сусҡа йоҡлап ятҡан арала ҡыш яҡынлашҡан, көндәр һыуытҡан. Тейен келәтте шыплап тултырыуға, ниһайәт, сусҡа йоҡоһонан уянып киткән. Ҡараһа, өң әҙер, келәт тулы, тейен унда тәртип урынлаштырып, ҡойроғо менән сүп-сар һепереп, донъяны таҙалап йөрөй, ти. Сусҡа, ниндәй уңған дуҫ таптым, тип ҡыуанып, үҙенең һөмһөҙлөгөнә әҙ генә лә тартынмай-уңайһыҙланмай, әҙер ризыҡ янына инеп ятҡан. Өң ышыҡ, йылы, таҙа. Әммә уны тәртипһеҙ сусҡа тиҙ арала бысратып, болартып бөтөргән. Үҙ артынан бер ҙә генә йыйыштырырға яратмаған, ти, шул был әрпеш. Уның һәпрәлегенә йәне көйгән тейен бер туҡтамай өң таҙартҡан, тәртип урынлаштырырға тырышҡан, тик бер нисек тә дәү сусҡаның артынан йыйыштырып өлгөрә алмаған. Сусҡа иһә уның һайын оятһыҙланған. Тейенде ҡыуып сығарһа, үҙенә ашарға күберәк ҡаласағын аңлап, берҙән-бер көн ул: — Өҙлөкһөҙ йыйыштырынып йөрөп, тамам маҙама тейҙең, шул арҡала йүнләп йоҡлап та булмай, — тип тейенде өңдән ҡыуып сығарып ебәргән. — Ҡабат киләһе булма бында, — тип тейендең артынан таш атып ҡалған. Тейен, таштан да алдараҡ ырғып, ағас башындағы үҙенең элекке ҡыуышына һикереп менгән. Былтырҙан ҡалған аҙығын ашап, шунда ҡыш сыҡҡан. Ғәрлегенән ятып үлерҙәй булып әрнеһә лә, сығырҙан сыҡмаған, тырышып-тырмашып артабан йәшәп алып киткән. Ә теге өңдә ҡалған ҡомһоҙ сусҡа көнө-төнө тығынып ашанған да ашанған. Яҙ етеүгә, һимереүҙән саҡ ҡыбырлап, өңөнән урманға килеп сыҡһа, тамсы хәле юҡ, имеш, аяғында көскә баҫып торған. Өҫтәүенә, бороп-бороп эсе ауырта башлаған. Көсһөҙ тауышы менән ҡысҡырып, сусҡа урмандағы йәнлектәрҙән үҙенә ярҙам итеүҙәрен ялбарған. Ләкин янына берәү ҙә килмәгән. Сөнки улар сусҡаның тейен менән һөмһөҙ ҡыланғанын белгән, уның оятһыҙлығын ғәфү итергә теләмәгән. Хәл уртаҡлашырға элекке йөҙ дуҫынан береһе лә килмәгән. Сусҡа үлер сиккә етеп бөткәс, бер ваҡыт уның янына тып итеп ағас башынан тейен һикереп төшкән.

— Эй мәхлүк, шул тиклем итеп бер юлы кедр сәтләүеге ашайҙармы ни инде? Хәҙер мин һиңә имән сәтләүеге ҡоям, шуны эҙләп кенә аша әле, тиҙ үк йүнәлерһең, — тип ҡайтанан ағас башына менеп киткән дә унан ямғыр һымаҡ итеп сәтләүектәр яуҙыра башлаған. Үҙе эстән генә: «һин миңә ҡасандыр бер таш атҡайның да, бына мин һиңә аш атам, ошо аш ҡына һине тәүбәгә килтерһә килтерер, һуңғы тапҡыр һиңә ышанып ҡарайым, — тип уйлай икән. — Күрмәгән изгелегеңде минән күр әйҙә, аша, сусҡа, йә!» — тип тә һөрәнләгән.

Был хәлгә сусҡа бик ныҡ оялған. «Мөмкин булһа, оятымдан ер тишегенә инер инем», — тип, моронон булһа ла ергә тығып, һуҙылып ятҡан, ти.

Бына шулай, ышанығыҙ: тейендең сәтләүек ҡойғанын, оялған сусҡаның моронон ергә тығып ятҡанын үҙем күрҙем.

1988 йыл
Читайте нас: