Мораҙым
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
1 Ғинуар 2019, 16:28

Яҡташыбыҙ Рушана Вәлиева «Голос. Перезагрузка» шоуының финалына үтте

Башҡортостандың Ауырғазы районы Талбазы ауылынан 19 йәшлек Рушана Вәлиева Беренсе каналдың «Голос. Перезагрузка» проекты финалына сыҡты. Ярымфиналда ҡыҙ яҡташы Земфираның «Аривидерчи» йырын башҡарҙы.

ӨФӨ, 2018 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостандың Ауырғазы районы Талбазы ауылынан 19 йәшлек Рушана Вәлиева Беренсе каналдың «Голос. Перезагрузка» проекты финалына сыҡты.
Ярымфиналда ҡыҙ яҡташы Земфираның «Аривидерчи» йырын башҡарҙы.
Ани Лорак әйтеүенсә, ул Рушананы бөтә ерҙә лә таный, сөнки ул үҙенең башҡарыу манераһын тапҡан. Ләкин Константин Меладзе башҡаса бер кемгә лә Земфираның хиттарын йырламаҫҡа кәңәш бирҙе, «был тәүҙән үк уңышһыҙ вариант». Әммә йәш йырсының остазы Сергей Шнуров уның яҡланы һәм Рушана Вәлиева өсөн 60%, ә Даниель Рөстәмовҡа 40% бирҙе.
Телевизор ҡараусылар һайлағансы, конкурсанттар Рәсәйҙең халыҡ артисы Филипп Киркоров менән «Цвет настроения синий» хитын башҡарҙы.

Һуңынан шоуҙы алып барыусы Дмитрий Нагиев тамашасыларҙың тауыш биреү һөҙөмтәһен иғлан итте: Даниель Рөстәмов — 30,1%, Рушана Вәлиева — 69,9%. Шулай итеп, яҡташыбыҙ телепроекттың финалына үтте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә үҙенә яҙылыусыларҙы Рушана өсөн тауыш бирергә саҡырҙы.
Читайте нас: