Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығы эшсәндәре был сарала ҡатнашып, бар оҫталығын һәм һәләтен күрһәтте. “Бейеү” номинацияһында (солист) беренселекте Айҙар Исҡужин яуланы (һүрәттә), “Инструменталь жанр” номинацияһында (солист) ҡатнашҡан Рәүф Хөснуллин 2-се дәрәжә дипломы һәм “Вокал”(коллектив) номинацияһында ҡатнашыусы ир-егеттәр вокаль ансамбле диплом менән бүләкләнде.