Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
1 Ғинуар 2019, 15:15

Иң яҡшы алып барыусы билдәләнде

ЗАГС бүлеге йылды үҙенсәлекле сара - “Никах теркәү тантанаһын иң яҡшы алып барыусы” тип аталған ижади конкурс менән йомғаҡлап ҡуйҙы.

ЗАГС бүлеге йылды үҙенсәлекле сара - “Никах теркәү тантанаһын иң яҡшы алып барыусы” тип аталған ижади конкурс менән йомғаҡлап ҡуйҙы.

Бәйге шарттары буйынса унда үҙен никах теркәү тантанаһын алып барыусы ролендә һынап ҡарарға теләүселәр ( барлығы ун өс кеше) тәүҙә интернет-турҙа ҡатнашырға тейеш ине. Уны уңышлы үткән дүрт конкурсант йомғаҡлау этабында бәйге тотто.
Ҡатнашыусылар – “Күгәрсен” телевидениеһы дикторы Гөлсөм Байбулатова, хужабикә Земфира Хәсәнова, бер ай элек кенә кейәүгә сыҡҡан Полина Кошкина һәм 11-се класс уҡыусыһы Алһыу Әлмөхәмәтова иң тәүҙә һорауҙарға яуап бирҙе, үҙҙәре тураһында һөйләне.
Сығыштарҙы биш кешенән торған жюри баһаланы.

Быйыл көҙ генә өйләнешкән йәш пар Юлия менән Дмитрий Тумановтар никах теркәү тантанаһы тойғоларын ҡайтанан кисерергә ризалашҡан. Ни өсөн никах теркәү ысын булманы тиеп һорарһығыҙ. Беҙ ҙә тәүҙә “Их, ысын туй булһа, ҡалай шәп килеп сығыр ине” тип уйлағайныҡ. Баҡтиһәң, уның да әтнәкәһе булған икән.

Никах теркәүселәрҙе оҫталыҡтары, матур телмәре буйынса ғына түгел, теге йәки был хәл-ваҡиғанан нисек сыға алыуҙарына ҡарап та баһаланылар.

Мәҫәлән, тәүге конкурсант йәш кәләштең ғаилә антын бирергә теләмәүенә юлыҡты. Тәүҙә баҙап ҡалғандай булһа ла, нисектер яйын тапты. Туй тантанаһы кеүек тулҡынландырғыс байрамда ни генә булмай тигәндәй, икенсе бәйгесе һынау тотҡанда ҡыҙҙың әсәһенә ҡапыл “ҡыйын булып китә”. Бөтә иғтибар “ауырып киткән” әсәгә йүнәлтелгәндә, алып барыусы ла тулҡынланып китте. Ә өсөнсө һынау инде бигерәк ҡыҙыҡ: алып барыусының йәш кәләш менән кейәүгә “хәҙер инде бер-берегеҙҙе ҡотлағыҙ” тиеүен генә көткәндәй, йәштәр донъяларын онотоп үбешергә керешә. Мәктәп уҡыусыһы ғына булһа ла, Алһыу был хәлдән лайыҡлы сыҡты: йәштәрҙе матур ғына итеп туҡтатып, ҡулдарына таныҡлығын тапшырып ҡуйҙы.

Әйткәндәй, конкурсант та бындай стандарт булмаған һынау тураһында алдан хәбәрҙар түгел ине. ЗАГС бүлеге начальнигы Лилиә Сафина әйтеүенсә, никах тантаналарында ошоға оҡшаш төрлө хәл-ваҡиғалар ҙа йыш булып тора, шуға күрә алып барыусылар ҙа мораль яҡтан әҙер булырға тейеш.

- Был бәйгене үткәреү теләге күптән яралғайны. Йәйгеһен туйҙар күп үтә, йәштәр ғүмерҙәренең иң сағыу көндәренең береһен үҙенсәлекле итеп ойошторорға тырыша. Кемдер тәбиғәт ҡосағында, кемдер район үҙәгендәге яңы паркта никах теркәү тантанаһын үткәрергә теләй. Тик беҙгә документтарҙы бинала тапшырырға ғына рөхсәт ителә. Ошондай алып барыусылар конкурсы үткәреп, еңеүселәрҙе махсус танытма менән билдәләгәндә, йәштәргә лә үҙҙәренең тантанаһын асыҡ һауала, теләгән ерендә үткәрергә мөмкин булыр тип, уйланыҡ. Ул саҡта инде йәштәр рәсми рәүештә ЗАГС-та теркәлеп, ә никахлашыу сараһын ҡайҙа теләйҙәр –шунда үткәрә ала. Бары тик оҫта итеп алып барыусыны ғына һайларға ҡала.

Был әлегә тәүге бәйге. Киләһе йылдарҙа ла ошондай үҙенсәлекле саралар үткәрергә ниәтләйбеҙ, - ти Лилиә Зөфәр ҡыҙы бәйгенең маҡсаттары менән таныштырып.

Шулай итеп, һөҙөмтәләр буйынса “Артислыҡ” номинацияһында Гөлсөм Байбулатова, “Үҙенсәлеклек” номинацияһында - Полина Кошкина бүләкләнде. Земфира Хәсәноваға иһә Рәхмәт хаты тапшырылды. Ә иң төп бүләк – “Никах теркәү тантанаһын иң яҡшы алып барыусы” таныҡлығына Алһыу Әлмөхәмәтова эйә булды.


- Мин бындай сарала тәүгә ҡатнашам. Бик оҡшаны. Үҙемде яңы өлкәлә – алып барыусы ролендә һынап ҡарау һөнәр һайлағанда ла ярҙам итер тип уйлайым, - ти ул.
Тантанала шулай уҡ 55 йылдан ашыу ғүмер иткән Айһылыу Әбдрәхим ҡыҙы менән Ишмөхәмәт Хәсән улы Азаматовтарҙы тәбрикләнеләр. Уларға республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбировтан Ҡотлау хаты менән бүләк тапшырҙылар.

- Беҙ студент йылдарында өйләнешкән кешеләр. Бишенсе курста йүнәлтмә буйынса эшкә ебәрергә тейештәр ине. Икебеҙҙе ике яҡҡа ебәреп ҡуймаһындар тип, дүртенсе курс аҙағында өйләнешергә булдыҡ. Аллаға шөкөр, матур йәшәйбеҙ. Йәштәргә лә изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ғаиләләр ныҡ булһын, үҙҙәре татыу булһын. Ғаилә ҡорғанда иң беренсе түҙемлек булырға тейеш. Сабырлыҡ төбө –һары алтындан да ҡиммәт тигәндәр. Әгәр бер-береңде аңлап, хөрмәт итеп йәшәһәң, ғаилә лә ныҡ була, - ти Айһылыу инәй теләктәрен еткереп. Уның һүҙҙәрен Ишмөхәмәт олатай ҙа ҡеүәтләй.
- Егәрле, матур йәшәгәндәрҙән үрнәк алып, бер-береңде аңлап, ауырлыҡтар (улары инде бер ғаиләне лә урап үтмәй) булһа ла, һынмай, баш эймәй, матур йәшәргә ынтылырға кәрәк. Олоғайған көндә лайыҡлы йәшәгәнеңә ғорурланып, балалар өсөн ҡыуанып, күңел тыныслығында йәшәүгә етәме ни?- ти уҙаман.

Бәйгене йомғаҡлап, еңеүселәрҙе тәбрикләгәс, байрам кәйефтәрен күтәреп, залға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу сыҡты. Район мәҙәниәт һарайы йырсылары Шәйрә Әлимғужина, Гүзәлиә Миңлебаева, Руслан Абдуллин, Евгения Усова, Линар Абдуллин, Елена Киршиналарҙың матур йырҙарына ҡушылып йырланы, бергәләшеп бейеп, күңел асты.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Неля КУШНЕРОВА фотолары.
Читайте нас: