Минең бала саҡ урамым. Унда һәр ваҡыт аяҙ. Ҡыш көнө был урамдан маңлайында аҡ ҡашҡалы почта атын еккән Рауза инәй үтә. Арҡаһы һөйәнгесле сана үткәнен ҡарап ҡына торабыҙ ҙа, артынан йүгерәбеҙ. Аҫҡурамдың осонан конторға тиклем санаға йәбешеп барабыҙ. Рауза инәй өндәшмәй, беҙҙе әрләмәй. Конторға килеп еткәс, гәзит-журнал тулы ҙур сумкаһын күтәреп, инеп китә. Ә беҙ мал ҡарап ферманан ҡайтырға сыҡҡан Булат олатайҙы көтөп ҡалабыҙ. Конторҙан аҫҡурамға беҙ уның силос еҫе аңҡып торған санаһына йәбешеп ҡайтабыҙ.
Ә яҙын был урамда ауылда иң беренсе булып юл кибә. Тегеләй-былай сапҡан совхоз машиналарын әрләй-әрләй беҙ унда “мак” һыҙып уйнайбыҙ. Машина үтеп китһә, бысраҡ эҙе ҡала. Мәктәптән алған аҡбур менән яңынан һыҙабыҙ ҙа тағы уйнайбыҙ, тағы һикерәбеҙ.
Йәйен был урам көнө-төнө тынмай. Иртән беҙҙең ҡапҡа төбөнә йыйылабыҙ ҙа, күләгәне күҙәтәбеҙ. Ҡапҡанан төшкән күләгә эскәмйәне үтеп китһә, Эйеккә һыу инергә барырға рөхсәт.
Кисен шул ҡапҡа төбөнә тағы йыйылабыҙ. Өҫкурамдар көтөү ҡаршылай төшә. Тағы уйын, тағы күңелле.
Көҙөн был урамдан ҡарбуз тулы йөк машиналары ла үтә. Баҡсаның теге осонда картуф йыйып йөрөгән ерҙән йән-фарман урамға йүгерәбеҙ. “Күнәгенә-күнәк” тип торған алыпһатарҙар менән еңешеп бер күнәккә ике ҡарбуз һыйҙырып маташабыҙ. Һыя бит! Их, шул ҡарбуздарҙың тәмлелеге!
Минең бала саҡ урамымда мәктәптең ҡыңғырау тауышы ишетелеп тора, ә ферманың һауын машиналары геүләгәне менән сәғәт теүәлләйбеҙ.
Был урамдан һалмаҡ ҡына баҫып һыңар күҙле Ғыйбат ҡарт үтә. Ҡапҡа төбөндәге эскәмйәлә Маһиҙә инәй йөн иләй. “Бартавой” машинаға тейәлеп һауынсылар һауынға китә. Ауылды саңға күмеп көтөү ҡайта.
Минең бала саҡ урамымдан әле лә трактор-машиналар үтә, көтөү ҡайта, һирәк-һаяҡ егеүле аттар ҙа осрай. Тик ул хәҙер бөтөнләй башҡа балаларҙың бала саҡ урамы. Ә минең балаларым өсөн ул - өләсәй урамы.