Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
28 Декабрь 2018, 16:42

Мөғжизәләр ысынға ашҡан мәлдә...

25 декабрҙә район мәҙәниәт һарайында уҡыу алдынғылары һәм аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар өсөн район хакимиәте башлығының Шыршы байрамы үтте.

25 декабрҙә район мәҙәниәт һарайында уҡыу алдынғылары һәм аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар өсөн район хакимиәте башлығының Шыршы байрамы үтте.

Фойеға үтеү менән, иғтибарҙы Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы әҙерләгән совет дәүеренән һаҡланған шыршы уйынсыҡтары күргәҙмәһе йәлеп итте. Эргәһендә боронғоса биҙәлгән шыршы бала саҡ хәтирәләрен яңыртты. Туғандары менән кемуҙарҙан мамыҡтарҙы ҡар бөртөгө итеп, ҡағыҙҙарҙан сылбыр эшләп, тәмлекәс кәнфиттәрҙе уйынсыҡтар менән бер рәттән элеп “урман ҡунағы” н матурлағанын кем һағынып иҫләмәй икән?!

Иң тәүҙә байрамдың төп сәбәпселәрен район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев ихлас тәбрикләп, уларға аҡ теләктәрен еткерҙе. Ул мәртәбәле сараға иң әүҙем, һәләтле 80 уҡыусы килеүен, спорт һәм уҡыу өлкәһендә ҡаҙаныштар яулаған һәр баланың Өфөлә һәм Мәскәүҙә – Кремлдә уҙғарылған Шыршы байрамдарында ҡатнашыу мөмкинлеге барлығын, бының өсөн тик тырыш булырға кәрәклеген әйтеп үтте.

Ниһайәт, сәхнә асылды, талғын моң ағылды. Ҡупшы итеп биҙәлгән шыршы тирәләй аҡ күлдәктәренән паклыҡ бөркөлгән “ҡар бөртөктәре” бөтөрөлдө. Урман радиоһы бар йәнлектәрҙе Яңы йыл тамашаһына Ҡыш бабай эргәһенә саҡырып оран һалды. Был тамашала Ҡар бабай (Анна Куприянова) менән Белодонна (Евгения Усова), ҡасҡан йыл хужаһы – Фунтик (Гүзәлиә Миңлебаева)менән Бандиттар (Илдус Юнысов, Илүзә Ниғмәтуллина), Һоро Бүре (Руслан Абдуллин) менән Клоун (Гүзәл Ғәбитова), Ҡарһылыу (Елена Киршина) менән Ҡыш Бабай (Виталий Усов) залдағыларҙы сихри әкиәт донъяһына алып инде.

Яҡшылыҡ менән изгелек ерҙә барыбер яуызлыҡты еңә идеяһы менән һуғарылған район мәҙәниәт һарайы эшсәндәре әҙерләгән театрлаштырылған тамашаны балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны, үҙҙәре лә әүҙемлек күрһәтте. Балалар сәнғәт мәктәбе таланттарының дәртле бейеү-йырҙары тамашаға тағы ла йән һәм йәм өрҙө.

Рәфидә Әҙелғужина, уҡытыусы:
- Беҙ Түбәнге Һапаш ауылы башланғыс мәктәбенән Искәндәр Сләучинды, Хоҙайбирҙин мәктәбенең 6-сы класс уҡыусылары Айгизә Әбйәлилова һәм Алтынай Буранбаеваны алып килдек. Бындай байрамда ҡатнашыу ауыл балалары өсөн ҙур мәртәбә, һөйөнөшөп килделәр. Уларға мәҙәниәт эшсәндәре әҙерләгән ҡыҙыҡлы тамаша бик оҡшаны.

Данир Сафин, Бикбулат мәктәбе уҡыусыһы:
- Мин 4-се класта уҡыйым, үҙем ҙур ғаиләнән. Апайым Мораҡ башҡорт гимназияһында белем ала, мин дә киләсәктә гимназияла уҡырға хыялланам. Ҙур матур сарала шиғыр һөйләп, Ҡыш Бабай күстәнәсен алыуыма сикһеҙ ҡыуандым. Урман йәнлектәре ҡатнашлығында тамаша ҡыҙыҡлы булды.

***
Икенсе көндө, 26 декабрҙә,үҙенсәлекле балалар өсөн уҙғарылған район хакимиәте башлығының Шыршы байрамы тағы ла йәнлерәк, йәмлерәк булды.

- Һеҙ – беҙҙең киләсәгебеҙ! Ҙур оптимизм менән тормошҡа бағыуығыҙ, ата-әсәләрегеҙҙең һәм һеҙҙең сыҙамлылыҡ, һынмаҫ рух көсөгөҙ бар тирә-яҡҡа өлгө булырлыҡ. Мин һеҙгә шәхес булараҡ асылып, тормошта үҙ урынығыҙҙы табыуығыҙҙы теләйем, - тине Ғайса Янбаев ысын йөрәктән балаларҙы байрам менән ҡотлап. – Йортоғоҙҙа һәр саҡ бәхет, шатлыҡ һәм тыныслыҡ хакимлыҡ итһен, Яңы йыл ҡыуаныстар ғына килтерһен!

Йыр-моңло, бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы тамашаны балалар ихлас ҡараны, урмандан килгән ҡунаҡтар менән хатта тыпырҙап бейергә лә төштө. “Бәйембәт” төркөмө егеттәренең, Елена Киршинаның (Ҡарһылыу) моңло, дәртле йырҙары байрам кәйефен тағы ла нығыраҡ күтәрҙе. Аҙаҡ шыршы тирәләй уйнап-көлөп, үҙ һәләтен күрһәтеп, Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыуҙан күстәнәстәр, бүләктәр алып ҡыуанышты балалар.

Эйе, район хакимиәте башлығының Шыршы байрамдары быйыл айырыуса йәнле, матур үтте, Ҡыш Бабай ҙа, башҡа йылдарҙағы менән сағыштырғанда, күпкә йомарт булды.

Эльвира Шахмаева, Мораҡ ауылы, күп балалы әсә:
- Шыршы байрамына Эльмира, Рената ҡыҙҙарым һәм Әмир улымды алып килдем. Уны ҙур түҙемһеҙлек менән бергәләшеп тулҡынланып көтөп алдыҡ. Ололап саҡырғандары өсөн “Инвалидтар ойошмаһы”на, матур байрам ойошторғандары өсөн район етәкселегенә, район мәҙәниәт һарайы эшсәндәренә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Был сара беҙҙең балалар өсөн бик әһәмиәтле, улар бит тылсымға ышана – нәҡ ошонда мөғжизәләр, хыялдары ысынға аша, Ҡыш Бабай бүләген алып, күңел асып сикһеҙ ҡыуана улар.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор һәм Наилә Кушнерова фотолары.
Читайте нас: