Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Декабрь 2018, 18:13

Ҡыш бабайҙар парады

Башҡа байрамдарҙан айырмалы, балалар ҙа, өлкәндәр ҙә Яңы йылды берҙәй ашҡынып көтөп ала, уға күп өмөттәр бағлай, ниәттәр ҡора, унан ниндәйҙер мөғжизә көтә. Шуға ла, йыл да ҡабатланып тороуға ҡарамаҫтан, был байрам үҙ бәҫен юғалтмай һәм һис ялҡытмай.

Уҙған кесаҙна район үҙәгендә уҙған Ҡыш бабайҙар парады балалар өсөн генә түгел, өлкәндәр өсөн дә ҙур ваҡиғаға әйләнде. Шулай булмай һуң, утыҙ Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы, ҡырҡлап әкиәт геройын (Айыу, Бүре, Төлкө, Ҡуяндар араһында Яңы йыл “хужаһы” – сусҡа, ҡабан сусҡалары айырыуса күп ине) бер юлы ҡайҙа осратырға була әле!

Күңелдәрендә дәрт осҡондары һүнмәгән, үҙҙәренең дә, башҡаларҙың да күңелен күтәрергә ваҡыт һәм яй тапҡан был төркөм уйын-көлкө, йыр-моң менән З.Биишева һәм Ленин урамдары буйлап үтте һәм З.Биишева исемендәге ял паркына килеп, сәхнә түрен яуланы.

Әйткәндәй, 20 ауыл биләмәһе байрамға үҙҙәренең Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуын ебәргәйне. Район мәҙәнимәт һарайы хеҙмәткәрҙәре ойошторған дөйөм уйын-көлкөлә Исем, Теләүембәт, Ибрай, Юлдыбай, Түбәнге Бикҡужа, Мәҡсүт биләмәләре ҙур әүҙемлек күрһәтте.

Юғары кимәлдә ойошторолған саранан алған тәьҫораттар унда ҡатнашыусы һәр кемдең күңелендә уҙып барған йылдың иң сағыу хәтирәләренең береһе булып оҙаҡ һаҡланыр тип ышанабыҙ.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

А.ВАСИЛЬЕВА фотолары.
Читайте нас: