Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
16 Декабрь 2018, 14:54

Ожмахҡа ышанып, тормошоңдо тамуҡҡа әйләндермә

Яңыраҡ күптән күрмәгән бер таныш апайҙы күрҙем. Бынан байтаҡ ҡына йылдар элек күрше йәшәгәйнек. Ата-әсәһе йәшләй генә гүр эйәһе булып, өләсәһе ҡарап үҫтергәйне уны. Өләсәй ҡулында үҫкәндәр башҡаларҙанайырылып торғанына иғтибар иткәнегеҙ барҙыр. Улар башҡаларҙан иплелеге,күндәмлеге, үҙен уратып алған ваҡиғаларҙы тынысыраҡ, түҙемлерәк ҡабул итеүеменән айырыла.

Яңыраҡ күптән күрмәгән бер таныш апайҙы күрҙем. Бынан байтаҡ ҡына йылдар элек күрше йәшәгәйнек. Ата-әсәһе йәшләй генә гүр эйәһе булып, өләсәһе ҡарап үҫтергәйне уны.

Өләсәй ҡулында үҫкәндәр башҡаларҙан айырылып торғанына иғтибар иткәнегеҙ барҙыр. Улар башҡаларҙан иплелеге, күндәмлеге, үҙен уратып алған ваҡиғаларҙы тынысыраҡ, түҙемлерәк ҡабул итеүе менән айырыла. Ғөмүмән, ундайҙарҙың тормошҡа, тирә-яҡ мөхиткә, кешеләргә ҡарашы бөтөнләй икенсе кеүек, минеңсә.

Вәсилә апай ҙа, беҙҙән артыҡ оло булмаһа ла, иҫ киткес сабырлығы, төплөлөгө, шул ваҡытта хыялға бирелеүсәнлеге менән айырыла ине. Береһенең үксәһенә икенсеһе баҫып үҫеп килгән өс улы ла үҙенә оҡшап, бик иғтибарлы, тәрбиәле булды. Тик ире генә ҡатынының ҡәҙерен белмәне. Бер ҡайҙа ла йүнләп эшләмәне, тапҡан-таянғанын эскегә тығып бөтөрҙө. Өҫтәүенә бер ниндәй сәбәпһеҙгә фәрештә кеүек ҡатынын һыу эскеһеҙ итеп туҡмап һалырға ла аптырамай ине.

“Ирҙең көсө беләктә лә йөрәктә инде” йәки “Туҡмай икән, тимәк ярата”, - тип апай һәр ваҡыт ирен аҡлай килде. “Айныҡ булһа, ҡул күтәрмәҫ ине, эскән кеше иҫерек менән бер инде”, - тип шаяртырға ла маташа ине хатта.

Беҙ, Вәсилә апайҙың күршеләре, төҫкә-башҡа сибәр, уңған был ҡатынды, ысын мәғәнәһендә йәлләй, ҡыҙғана инек. Береһендә абышҡаһы тора алмаҫтай итеп, ҡабырғаларын һындырғансы туҡмап һалып ҡуйғас, милицияға ғариза яҙырға кәңәш иткәйнек, “Ир йоҙроғо тейгән урын тамуҡта янмай”, - тип баш тартты. Һәм шуныһы ғәжәп: был һүҙҙәрҙе ул беҙҙең алда һынатмаҫ өсөн генә әйтмәй, быға ихлас күңелдән ышана ине.

Бер нисә йылдан һәр ваҡыт ҡурҡыу тойғоһо менән йәшәгәнгәме, яурындары бөршәйеп, кәүҙәһе бөкрәйеп оло ҡатындар ҡиәфәтенә инде.

Бына шунан алып ун биш йыллап осратҡаным юҡ ине. Әле бына тәү күргәндәге кеүек йылмайып баҫып тора. Кәүҙәһе лә туп-тура, үҙ-үҙен тотошо ышаныслы, ә ҡарашынан нур бөркөлә.

Күптән күрешмәгәс, яңылыҡтар күбәйеп киткән.

“Һай йылға тиҙ болғанған кеүек, ваҡсыл кешенең күңеле лә болғансыҡ була, уның нимә уйлағанын бер ваҡытта ла аңламаҫһың. Болғансыҡ һыу тәрән түгел, уның ҡарауы әҙәмде бысраҡлығы менән өркөтә, ваҡ күңелле кешенән дә һаҡланырға кәрәк, ундайҙар көнсөл, кенәсел була, ти торғайны өләсәйем”, - тип йыраҡтан башланы ул үҙенең бөгөнгө тормошо тураһында.

- Йәш саҡта бер ҡолағымдан инеп, икенсеһенән сыҡҡан һымаҡ булһа ла, йылдар үтеү менән аҙ һүҙле, әммә әйткәнен мәҡәл менән нығытып, дәлилләп һөйләргә ғәҙәтләнгән өләсәйемдең аҡыллы кәңәштәре иҫемә йыш төшә.

Уның әйткәндәре оло тормош ҡағиҙәһе булған икән дә. Үҙем өләсәй булғас ҡына аңланым шуны. Бөгөнгө аҡылым булһа, уның өгөт-нәсихәттәрен түкмәй-сәсмәй яҙып барған булыр инем. Яҙмыш елдәре текә ярға килтереп терәгәндә күрһәтмәләре һәләкәтле аҙымдан аҙ ҡотҡарманы мине. Күңелһеҙ хәлдәрҙе, хатта бәлә-ҡазаларҙы ла иҫкәртергә, кисектерергә ярҙам иткәне бар улар. “Аҙға ҡәнәғәт булмаған күбенә лә туймай, ҡомһоҙлоҡ беҙҙең иманға ҡаршы, нәфсеһен тыйғандың теләгәне алдына килер” тиер ине.

Ә улдарымды тәрбиәләүҙә ярҙамы ниндәй ҙур булды. “Ата-әсәнең балаһына биргән иң ҙур бүләге - ул яҡшы тәрбиә” тип ҡабатларға яратты. Аталарынан мәрхәмәт күрмәһәләр ҙә, күркәм тәрбиәле, көслө рухлы булып үҫте улдарым. Өләсәләренә оҡшап, йылы һүҙле, иғтибарлы, ярҙамсылдар. Мәктәптә лә яҡшы уҡынылар, арттарынан бер кем дә этеп- төртөп йөрөмәһә лә, юғары белемен дә алдылар. Быйыл кинйәм Азамат та юғары белемле белгес буласаҡ.

Өләсәйемдең гүр эйәһе булыуына иһә егерме йылдан ашыу инде. Үҙемдең ғаилә мәшәҡәттәре менән ҡәҙерле кешемдең фани донъя менән хушлашыуын ауыр ҙа кисергән һымаҡ булманым. Береһенең үксәһенә икенсеһе баҫып өс улым, мәңге айнымаҫ иремдән ары бер нәмә лә күрмәгән ваҡыт ине шул. Майы бөткән шәм кеүек ҡапыл ғына өҙөлдө лә ҡуйҙы ғүмере.

Балаларҙың атаһына килгәндә инде айырым йәшәүебеҙгә бер йылға яҡын. Быға тиклем ике донъя бер мөрйә булған ир, айнып, аҙыраҡ күҙе асылғайны, һәр тинде усына йомарланы ла ҡуйҙы. Уныһына ла түҙер инем, самаһыҙ иҫәпселгә әйләнеп, тик үҙ файҙаһын ғына ҡайғыртыуы, ваҡсыллығы теңкәгә тейҙе. Ваҡайлығы, һаранлығы менән беҙҙең дә, үҙенең дә тормошон ялҡытҡысҡа әйләндерҙе.

Айырылышырға тигән ҡарарға ҡапыл ғына килдем. Өләсәйемдең “кеше ожмахҡа ышанып, тормошон тамуҡҡа әйләндермәһен ул” тигән аҡыллы һүҙҙәре иҫкә төшкәс кенә тәүәккәллек иттем. Юғиһә, ир һуҡҡан урын тамуҡта янмай йәки был донъяла йәбер-золом күрһәң, ожмахҡа эләгерһең, тип ярты ғүмерем үтте. Өләсәйемдең рухы, моғайын, шатланған ғыналыр...


Лена АБДРАХМАНОВА.