Мораҙым
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
14 Декабрь 2018, 17:58

Үҙ илеңдә солтан булғың килһә...

Көн һайын төшкөһөн БЮТ (БСТ) каналының “Бәхетнамә” тапшырыуындамәҙәни яңылыҡтар менән таныштырып барған алып барыусы – Бикбулат ауылы ҡыҙыНурия Кинйәбаеваның исеме беҙҙең район гәзите уҡыусыларына ла яҡшы таныш. СөнкиНурия журналистикалағы тәүге аҙымдарын нәҡ беҙҙең гәзиттән башлағайны. Уныңмәктәп хәбәрҙәре, тиҫтерҙәре, ауылдаштары, ветерандар, ауылда үткән саралархаҡындағы мәҡәләләре үҙенә күрә оло табыш була торғайны.

Көн һайын төшкөһөн БЮТ (БСТ) каналының “Бәхетнамә” тапшырыуында мәҙәни яңылыҡтар менән таныштырып барған алып барыусы – Бикбулат ауылы ҡыҙы Нурия Кинйәбаеваның исеме беҙҙең район гәзите уҡыусыларына ла яҡшы таныш. Сөнки Нурия журналистикалағы тәүге аҙымдарын нәҡ беҙҙең гәзиттән башлағайны. Уның мәктәп хәбәрҙәре, тиҫтерҙәре, ауылдаштары, ветерандар, ауылда үткән саралар хаҡындағы мәҡәләләре үҙенә күрә оло табыш була торғайны. Ҙур һыуға, оло юлға илткән инеш башы, илһамлы сығанаҡ булды беҙҙең “Мораҙым” уның өсөн. “Районка”ла өйрәнсек булыуы уның журналистикала ысын мәғәнәһендә һөнәрсе, үҙ һөнәренең оҫтаһы булыуына нигеҙ һалғандыр ҙа инде.
Бөгөн беҙ Нурияның үҙенән интервью алырға булдыҡ. Ғүмерен журналистикаға бағышлаған кеше өсөн интервью биреүе еп-еңел тип уйлайһығыҙҙыр. Юҡ икән шул. Тәүге һорауым да шул турала.
- Нурия, интервью алыуы еңелерәкме, әллә биреүеме?
- Әлбиттә, икеһе лә ҙур әҙерлек талап итә, минеңсә. Бер аҡыл эйәһе әйткән бит: һорауға яуап бирер өсөн аҡыл кәрәк, ә һорау бирер өсөн тәрән аҡыл кәрәк.
Интервьюла һорау биреү алымын, ғәҙәттә, ике төргә бүлеп йөрөтәбеҙ бит инде: асыҡ һәм ябыҡ. Тәүге алымға яуаптар “эйе” йәки “юҡ” тигән формала ғына бирелһә, икенсеһендә төплө яуап алыр өсөн хәбәрсе үҙенә кәрәкле яуапҡа йүнәлеш, йәғни, этәргес бирә. Үҙеңә кәрәкле мәғлүмәт, кәрәкле, дөрөҫ яуап алыр өсөн дөрөҫ һорау бирә белеү мотлаҡ беҙҙең эштә.Шуға күрә журналист бер ни тиклем психолог та булырға тейештер.


- Ә һөнәр һайлауға һиңә нимә төп этәргес булып торҙо? Бала саҡ хыялымы, нимәме тигәндәй...
- Бала саҡта ауылда иҙән йыуып йөрөгән ваҡытта радионан һөйләгән апайҙарҙың тауышына һоҡланып, эх, ошонан һөйләп ултырһаң ине, тип уйлағанымды хәтерләйем. Мораҡ башҡорт гимназияһын тамамлағас, күп кеше менән аралашыу мөмкинлеге биргән ошо һөнәрҙе һайланым да, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенты булып киттем. Артабан “Башҡортостан” дәүләт унитар предприятиеһына практикаға килдем һәм “Юлдаш” радиоһына эшкә индем.
- Журналист ул халыҡ менән эшләй, һүҙ менән эш итә торған һөнәр эйәһе бит инде, һинең был тәңгәлдә фекерҙәрең, ҡараш-һығымталарың ниндәйерәк булыр?
- Һүҙ - энергия. Матур һүҙ менән кешене дауаларға, кеше күңеленә сихәт өҫтәргә, уйландырырға, шатландырырға, шул уҡ ваҡытта яман һүҙ менән ағыуларға ла мөмкин. Был бик мөһим һәм кире ҡаҡҡыһыҙ х1ҡиҡәт. Кеше һыуҙан тороуы, һыу бөтә мәғлүмәтте һеңдереүе, һыуҙың дауалау көсө тикшерелгән факт булған кеүек, һүҙ оҫталары ла үҙенең һүҙенә хужа булырға тейеш, “Юлдаш” радиоһында эшләүселәр ошо яуаплылыҡты белеп эшләй. “Юлдаш” көндө көйләүсе, йәмләүсе, мәртәбә өҫтәүсе мәғлүмәт сығанағы икәнен халыҡ араһында ишетеп торабыҙ. Халыҡ өсөн эшләгәс, халыҡ та үҙ итә беҙҙе, шуныһы ҡыуаныс.


- Нимә яҡыныраҡ: гәзитме әллә телевидениемы?
- Тәүге аҙымдар һәр журналиста “районка”ға яҙышыуҙан башланалыр инде. Фекерләү ҡеүәһен үҫтерергә өйрәтеүсе мәктәп ул - район гәзиттәре. Мәҡәләң менән нимә әйтергә теләгәнеңде еткерә белеү мөмкинлектәрен дә нәҡ ошонда асаһың. Был юҫыҡта район гәзите буласаҡ журналистар өсөн яҡшы ғына майҙан. Минең осраҡта - студент йылдарында үҙемде һынаған киң мәғлүмәт сараһы. Әммә эшемде радиола дауам иткәс, мин күберәк ошо донъя кешеһелер, радио миңә яҡыныраҡ.
- Әйткәндәй, телевидениеға нисегерәк барып эләктең? Шул хаҡта ла һөйләп үт әле.
- “Бәхетнамә” проекты авторы Гөлназ Яҡупова тапшырыуҙың “Афиша” рубрикаһын эшләргә тәҡдим итте. Ә мин иһә йәш кеше булараҡ, яңылыҡтарға, ниндәйҙер яңы һөнәр йәки шөғөл үҙләштереүгә һәр саҡ асыҡ. Был юлы ла тәжрибә, үҙеңде асыу мөмкинлеге һәм үҫеш юлы барлығын тойоп-күреп, шунда уҡ риза булдым. Әммә телевидение донъяһы радио түгел, радиола барыһын да һөйләгән һүҙең хәл итә, ә телевидениела - һүрәт. Идеаль осраҡта һүрәт, телмәр, мәғлүмәтлелек мөһим.
- Бөгөнгө заман йәштәрен нисегерәк баһалайһың? Маҡсатлымы улар? Тормошҡа, донъяға ҡарашы ниндәй замана йәштәренең?
- Маҡсатлы, өлгөр һәм отҡор. Бөгөн йәштәргә үҫеш өсөн бөтә нәмә лә бар. Иманлы, үҙаңы башҡорт булараҡ асылған, маҡсаттарына ирешеүсән улар. 18 йәштә эшҡыуарлыҡҡа килгән, 20 йәштә китап сығарған, 30 йәштә сәйәсәттә карьера яһаған йәштәр бихисап. Улар араһында сәйәхәт итеүсе, сит телдәр өйрәнеүсе һәм донъяны асырға ынтылыусылар булыуы ҡыуандыра. Ә бына ундайҙар күберәк булһын, уларға башҡалар ҙа эйәрһен өсөн улар хаҡында мөмкин тиклем йышыраҡ, күберәк һөйләргә кәрәк.


- Һинең иң ҙур ҡаҙанышың? Уңыштарға еңел өлгәшәһеңме? Уңышлы булырға ниндәй сифаттарың ярҙам итә?
- Беҙ көн дә ниндәй ҙә булһа ҡаршылыҡты еңергә мәжбүрбеҙ. Бәләкәй генә ҡаҙаныштар ҙурына илтә. Уңышҡа өлгәшер өсөн быға ышанырға кәрәк. Ыңғай юҫыҡта фекерләү, һөҙөмтәнең картинаһын күреү – уңыштың төп шарттары. Үҙемде һәр кис алдағы көнгә ыңғай көйләргә тырышам. Мөмкин тиклем йышыраҡ ошолай эшләгән һайын, һөҙөмтәһе лә уңышлыраҡ була. Был ғәҙәткә әйләнергә тейеш.

- Әлбиттә, үҙ ереңдә йәшәү, үҙ телеңдә һөйләшеү, мәҙәниәтеңде ентекле өйрәнеү. Мин быны сит илдәргә сәйхәйт иткәндә аңланым. Әйткәндәй, бик күп сәйәхәт иттем, иҫәптә Европа илдәре (Германия, Польша, Голландия, Франция ), Англия, Иран, Төркиә. Һәр кем үҙ урынында тыуған-үҫкән ерен данларға, уның матур киләсәге өсөн тырышырға тейеш. Әммә, ҡапҡа артында ожмах юҡ, киреһенсә, беҙ үҙебеҙ матур, тыныс, иркен илдә йәшәйбеҙ. Тик ҡәҙерен белмәйбеҙ һәм сит илдә шулай, былай, тегеләй, тип яр һалабыҙ. Ә сере ябай: таҙа илдә йәшәгең килһә - таҙала. Туҡ илдә йәшәгең килһә - үҫтер. Иманлы илдә йәшәгең килһә - дингә баҫ. Эшһеҙлек йонсотһа - эшкә тотон. Үҙ илеңдә солтан булғың килһә - бул. Балаларың өсөн борсолаһың икән, үҙеңдең тәртибеңде рәтлә, холҡоңдо төҙәт, сөнки улар өлкәндәрҙән күреп үҫә. Бына шундай тәү ҡарашҡа ябай ғына тойолған мөһим тормош ҡағиҙәләре.
- Ижади һөнәр эйәһе булараҡ, ниндәй уй-ниәттәр менән янаһың, ниндәй проекттар өҫтөндә эшләйһең?
- Башыма килгән бөтә идея етәкселәрем тарафынан һәр саҡ ыңғай баһалана һәм ҡабул ителә, Аллаға шөкөр. Киләсәктә лә һөнәрем буйынса эшләргә, күберәк донъя күрергә, күргәндәремде радиотыңлаусылар менән бүлешергә теләйем. “Юлдаш”, “Ашҡаҙар” радиоларында “Телһөйәр”, “Тыуған төйәк”, “Мәҙәни майҙан”, “Осҡон” кеүек тапшырыуҙар эфирҙа байтаҡ барҙы, даими тыңлаусылар майҙанын булдырҙы. Заманына яраҡлаштырылған башҡа матур проекттар ҙа булыр, Алла бирһә. Әлегә “Юлдаш” радиоһында “Юлдашлы кис” тип аталған проектты эшләйбеҙ. Киске сығарылышыбыҙ йәштәргә арналған.
- Нурия, әңгәмәң өсөн һиңә ҙур рәхмәт. Изге уй-ниәттәрең һәр саҡ тормошҡа ашып торһон, йәштәр мәнфәғәтенә йүнәлтелгән үҙенсәлекле проекттарың уңышлы булһын тип теләйбеҙ. Тағы ла яңы башланғыстар менән радио тыңлаусыларҙы, телевизор ҡараусыларҙы ҡыуандырып тор!
- Рәхмәт! “Мораҙым” гәзите уҡыусыларын да ошо программаларҙа ҡатнашырға, әүҙем булырға саҡырам.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА әңгәмәләште.
Читайте нас: