Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Ноябрь 2018, 17:17

Сәхнәлә - иң шәп әсәйҙәр

Әсә көнө алдынан район мәҙәниәт һарайында “Мин – иң шәп әсәй” тип аталған ижади конкурс уҙҙы. Унда шәхси тормошта ла, эштә лә берҙәй өлгөргән, йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнашҡан һәм әлбиттә, балалары өсөн изге күңелле, өлгөлө әсәй булған гүзәл заттар ҡатнашты.

Әсә көнө алдынан район мәҙәниәт һарайында “Мин – иң шәп әсәй” тип аталған ижади конкурс уҙҙы. Унда шәхси тормошта ла, эштә лә берҙәй өлгөргән, йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнашҡан һәм әлбиттә, балалары өсөн изге күңелле, өлгөлө әсәй булған гүзәл заттар ҡатнашты.

Сара яҡты донъяға тыуырға әҙерләнгән сабыйҙың Аллаға мөрәжәғәте менән башланды: “Унда мине кем ҡурсалар?” Яуап ябай: “Бер нәмәнән дә ҡурҡма, һине әсә тигән фәрештә ҡаршы алыр”. Ә бит был һүҙҙәрҙә тулы хаҡлыҡ бар - әсә ғүмер буйына ул-ҡыҙҙарын һаҡлаусы фәрештә булып тора.


Сәхнәгә сыҡҡан алты конкурсант та бына тигән ул-ҡыҙҙар үҫтерә. Бар яҡлап та өлгөр булып сыҡты улар, һынауҙарҙың барыһында ла үҙҙәрен һәләтле, уңған итеп күрһәттеләр. Залда ултырған тормош иптәштәре, балалары, яҡындары, хеҙмәттәштәре иһә уларға дәрт өҫтәне, ҡанат ҡуйҙы.


Бәйгелә ҡатнашыусыларға үҙҙәрен төрлө яҡлап асырға мөмкинлек бирелде. “Визит карточкаһы” тип аталған һынау төрөндә һәр кем үҙ ғаиләһе, уларға ғына хас үҙенсәлектәр – бергәләп нисек ял итеүҙәре, эш эшләүҙәре һ.б. хаҡында бәйән итте, “Минең әсәйем – шәп ашнаҡсы” иһә өйгә эш итеп бирелгән ине, бында инде һәр ҡатын-ҡыҙҙың телде йоторлоҡ итеп аш-һыу әҙерләй белеүе генә түгел, был эшкә ижади ҡарауы, бешергәнен матур итеп өҫтәлгә ҡуйыуы ла иғтибарға алынды.


Тормоштан күренеүенсә, әсәләр балаларын бер ымдан, бер ҡараштан аңлай. “Әсәй, аңла мине” һынауында бәйгеселәр балалар баҡсаһына йөрөгән малай-ҡыҙҙар һүрәтләгән күренештәрҙең, әйберҙәрҙең нимә икәнлеген шунда уҡ аңлап, тойоп алды. Иң һуңғы һынау – “Әсәй-шоу”ҙа һәр әсә үҙенең ижади һәләтен күрһәтте. Ҡайһы берәүҙәрҙең сәхнәгә тормош иптәше, балалары менән сығыуы бигерәк тә һоҡланғыс күренеш булды. Уларҙың һәр ҡайһыһы маҡтауға лайыҡ.


Үҙ ғаиләһен тормош диңгеҙендә батмаҫ ғаилә итеп күргән Зөлфиә Шәһәрова (Тәүәкән) мәҙәниәт өлкәһендә эшләй. Тормош иптәше Рәсүл менән Рузилә, Наҙгөл, Нурсилә һәм Азалия исемле балалар үҫтерә, был ғаилә һәр ерҙә өлгөр, сәхнәлә сығыш яһарға ла, спорт ярыштарында ҡатнашырға ла яйын таба.


Мораҡ ауылында йәшәүсе Эльвира Мырҙабулатованы барыһы ла оҫта парикмахер булараҡ таный. Ҡыҙҙары, тормош иптәше менән тулы ҡанлы тормош алып барған ханым “Минең төп бурысым – яҡшы әсәй булыу, сөнки эшең һиңә сабыйың бүләк иткән наҙҙы бирмәй, өйөңә уның һымаҡ нур өҫтәмәй” тине.


Туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәгендә эшләгән ваҡытында Мария Юрова (Мораҡ) бар күңелен балаларға һала, уларҙы райондың, республиканың төрлө мөйөштәренә сәйәхәткә алып сыға. Әммә сабыйы һаулыҡҡа туйына алмағас, үҙен башкөлләй уға арнай. Мөмкин тиклем әүҙем тормош алып барырға тырышҡан әсәләрҙең береһе ул.


Исем ауылынан килгән Азалия Ишмөхәмәтованың ғаиләле булыуына күп ваҡыт та үтмәгән әле. Тормош иптәше менән Даян һәм Ислам исемле шуҡ малайҙар үҫтереүсе йәш әсә ҡул эштәренә оҫта, үҙ һәләттәрен бар яҡлап асырға ваҡытын йәлләмәй.


Район үҙәгендә парикмахер булып эшләгән Ләйсән Гловлюк та үҙ ғаиләһе өсөн ҡояш булып тора.
Мәҡсүт ауылының “Айгөл” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәсимә Рахманғолованың 6 бала әсәһе икәнлеген белгәс, тамашасылар уны көслө алҡыштарға күмде. Уның йөрәк йылыһы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә лә, үҙенең ул-ҡыҙҙарына ла етә.


Дөрөҫөн әйткәндә, һәр әсә “Иң шәп әсәй” исеменә лайыҡ ине. Шулай ҙа уларҙың булмыштарын һәр яҡлап асырға ярҙам иткән һынауҙарҙан һуң, баһалама төркөмө ағзалары бер фекергә килде. Шулай итеп, 1-се урынды Зөлфиә Шәһәрова, 2-се урынды Эльвира Мырҙабулатова, 3-сө урынды Азалия Ишмөхәмәтова алды. Гран-приға Рәсимә Рахманғолова лайыҡ тип табылды. Ләйсән Гловлюкка иһә “Тылсымлы әсәй”, Мария Юроваға “Һөйөү тулы иң ҙур йөрәк” номинациялары бирелде. Бәйгеселәрҙең һәр береһенә ҡиммәтле бүләктәр һәм сәскәләр тапшырылды.
Сара күңелле концерт номерҙары менән аралаш барҙы - район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Нәғим Нуриманов, Шәирә Әлимғужина, Гүзәлиә Миңлебаева, Илүзә һәм Илгиз Ниәғәмәтуллиндар, Елена Киршина, Эльвира Йыһаншина, Илдус Юнысов, Руслан Абдуллин, Евгения һәм Виталий Усовтарҙың, “Ҡыҙыл мәсет” төркөмөнөң, “Вдохновение” вокаль, “Калинка” балалар фольклор, “Ҡыпсаҡ” һәм “Гөлдәр” өлгөлө балалар бейеү ансамблдәренең дәртле йыр-моңдары, бейеүҙәре һәр кем өсөн байрам бүләге булды.


Гөлназ ҒӘЛИЕВА.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Читайте нас: