Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
22 Ноябрь 2018, 16:53

Йырла, Нәғим, киреп киң күкрәгең!

Туймазыла башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсын үткәреү матур йолаға әүерелде. Ошо күркәм йыр бәйгеһе башҡорт халҡының бай тарихы, күңел сафлығы сағылған оҙон көй сәнғәтен артабан үҫтереү, рухи ынйыларыбыҙҙы барлау, халыҡ таланттарын эҙләү, йыр фольклоры традицияларын киләсәк быуынға еткереү маҡсатын ҡуя.

Быйыл конкурс күңелендә халыҡ моңона оло һөйөү һәм ихтирам йөрөткән, оҙон көйҙәрҙе үҙ иткән төрлө йәштәге таланттарҙы үҙенә унынсы тапҡыр йыйҙы. Шуныһы ҡыуаныслы, бәрәкәтле Туймазы ерендә үткәрелгән моң байрамы хәҙер йылдан-йыл киңерәк танылыу ала бара. Быйылғы бәйгелә Башҡортостандың 8 ҡала һәм 21 районынан, шулай уҡ күрше Татарстандан, Силәбе өлкәһенән, Ҡаҙағстандан килгән 70-кә яҡын йырсы ҡатнашты.

Был мәртәбәле конкурста беҙҙең район данын матур, бәрхәт тауышы менән районда ғына түгел, ә бөтә республикала, күрше өлкәләрҙә меңәрләгән тамашасылар күңелен арбаған, күптән инде киң танылыу яулаған район мәҙәниәт һарайының сағыу таланттарының береһе Нәғим Нуриманов яҡланы һәм 2-се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.
Йыр-моң байрамынан күңелен, рухын байытып ҡайтыусы Нәғим Зәғәфүрән улын беҙ ҙә ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар, ижади үрҙәр теләйбеҙ! Боронғо йырҙарҙы яратыусылар, таратыусылар булғанда, халыҡ йыры мәңге яңғырар, онотолмаҫ!
Әйткәндәй ноябрь аҙаҡтарында үҙенсәлекле тауышы менән һәр сараның, һәр кисәнең сағыу биҙәге булған Нәғим Нуриманов үҙенең ижадын яратыусылар өсөн матур сара – ижад кисәһен әҙерләй. Үҙе йырҙар ижад иткән, уларҙы оҫта итеп оранжировкалаған, һыҙҙырып ҡурайҙа ла уйнаған күп ҡырлы талант эйәһенең ижадын яратыусылар өсөн был үҙе ҙур бүләк түгелме!?

Р.ИСҠУЖИНА.

А.ҒӘҘЕЛШИН ФОТОҺЫ.
Читайте нас: