Һәр ҡатнашыусы үҙе һайлаған авторҙың әҫәрен башҡарырға тейеш ине. Конкурсанттар шиғыр, фельетон, монолог, интермедия, сәхнә күренеше, пантомима һәм башҡа төрҙәге әҫәрҙәрҙе башҡарҙы, уларҙың күбеһе социаль, тәрбиәүи, патриотик темаға бағышланған ине.
Руслан Абдуллин республика бәйгеһендә Рәми Ғариповтың “Ауылдаштар” шиғыры менән 2-се урынды яуланы. Төп эштәренән тыш, төрлө конкурс һәм бәйгеләрҙә ҡатнашып, дәртләнеп, ең һыҙғанып эшләп йөрөгән йәштәрҙе беҙ ҙә еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!