Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Ноябрь 2018, 14:18

Ул һаман да тере

5 ноябрҙә билдәле публицист, 30-лап китап авторы, Башҡортостандыңхалыҡ шағиры Александр Филипповҡа бюст асыу тантанаһы үтте.

5 ноябрҙә билдәле публицист, 30-лап китап авторы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Александр Филипповҡа бюст асыу тантанаһы үтте. Бюст хаҡлы рәүештә Йомағужа 1-се урта мәктәбе ҡаршыһында урын алды, сөнки нәҡ ошо мәктәптә танылған шәхес төплө белем, киләсәктә ялҡынланып ижад итер өсөн оло тормош юлына бөтмәҫ көс-дәрт, һүнмәҫ илһам алған.
Йомағужа ауылы ғына түгел, район тарихында әһәмиәтле сараға килгән район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғускаров, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин, “Газпром газораспределение Уфа” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика комитеты рәйесе Венир Аҙнағолов, З.Биишева исемендәге хәйриә фонды президенты Әхмәт Искәндәров, РФ һәм БР журналистар союзы ағзаһы Сәрүәр Сурина, Башҡортостан Респбликаһының атҡаҙанған киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Ғәлиән Хәсәнов – һәр ҡайһыһы яҡташыбыҙ Александр Филипповтың Күгәрсен халҡы өсөн ҙур ғорурлыҡ булыуын, тәрән ихтирам-хөрмәт йөҙөнән уға бюст асыу шәхестең исемен һәм ижадын мәңгеләштереүгә булышлыҡ итәсәген билдәләне.

Сығыш яһаусылар был эште башҡарыу өсөн матди ярҙам күрһәткән хөрмәтле яҡташыбыҙ, ил ағаһы Мортаза Рәхимовҡа, уңышлы ижади эше менән йомағужаларҙы, район халҡын һөйөндөргән скульптор Хәлит Ғәлиуллинға оло рәхмәтен белдерҙе. Өфөнө һәм республикабыҙ ҡалаларын үҙенең күп ҡырлы, мауыҡтырғыс “хеҙмәт емештәре” менән биҙәгән скульпторҙың сараға килеүе тантанаға мәртәбә өҫтәне.

Йомағужа 1-се урта мәктәбе уҡыусылары Александр Филипповтың шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Тантаналы рәүештә бюст асып, уға сәскәләр һалғас, сараның ҙур ҡунаҡтары музейға сәйәхәт ҡылды, мәктәп фойеһында яҡташ шағирҙың ижадын яҡтыртыусы эстәлекле күргәҙмә менән танышты. Ҡунаҡтар, тамашасылар иғтибарына Йомағужа балалар сәнғәт мәктәбе коллективтары, Йомағужа һәм район мәҙәниәт һарайы артистары тарафынан әҙерләнгән концерт тәҡдим ителде.

Күпселек кешеләрҙе, айырыуса интеллигенция халҡын, бай йөкмәткеһе менән арбаған “Истоки” журналының һәләтле мөхәррире, үткер ҡәләм оҫтаһы булараҡ танылған билдәле мәшһүр яҡташыбыҙға 7 ноябрҙә 86 йәш тулған булыр ине. Ташморон, Сорғояҙ, Иртөбәк, Аҡауаз, Ҡырҡкиҫәр, Аҡбута, Ағиҙел кеүек ер-һыу атамалары аша тыуған төбәгенә тәрән һөйөүен белдергән, йөрәк йырҙарында Йомағужаһын, изге Күгәрсен ерен данлаған шағирҙың исемен бөгөн йылы итеп телгә алабыҙ, шиғырҙарын яттан һөйләйбеҙ икән, - тимәк, ул һаман да тере, ул һаман да беҙҙең арабыҙҙа!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Читайте нас: