Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
6 Ноябрь 2018, 14:22

Ер эшенең йырсыһы

Ауылда йәшәүе бигүк еңелдән булмаһа ла, бында кешеләр нисектер ихласыраҡ, алсағыраҡ һымаҡ. Тормош та ысыныраҡ, көн дә иртә башлана, эш тә таң менән ҡайнай башлай. Хужалыҡтарҙа ла, машина-трактор оҫталыҡтарында ла көн шулай ҡояш нурҙары менән бергә башлана. Кемдер нимәлер йүнәтә, кемдер рәтләштерә тигәндәй- ауыл хужалығы эшсәндәре был тәңгәлдә етмеш һөнәр эйәһе булып та китәлер. Ҡара таңдан ҡара кискә тиклем ҡара тиргә батып эшләйҙәр улар. Шулай ҙа ошондай ер кешеләре тураһында хәҙер кино ла төшөрмәйҙәр, поэма ла яҙмайҙар. Хәйер, ундай иғтибар ябай ер кешеләренә әллә ни кәрәк тә түгелдер. Һәүетемсә генә үҙ эштәре менән мәшғүл ер кешеһе.

Ауылда йәшәүе бигүк еңелдән булмаһа ла, бында кешеләр нисектер ихласыраҡ, алсағыраҡ һымаҡ. Тормош та ысыныраҡ, көн дә иртә башлана, эш тә таң менән ҡайнай башлай. Хужалыҡтарҙа ла, машина-трактор оҫталыҡтарында ла көн шулай ҡояш нурҙары менән бергә башлана. Кемдер нимәлер йүнәтә, кемдер рәтләштерә тигәндәй- ауыл хужалығы эшсәндәре был тәңгәлдә етмеш һөнәр эйәһе булып та китәлер. Ҡара таңдан ҡара кискә тиклем ҡара тиргә батып эшләйҙәр улар. Шулай ҙа ошондай ер кешеләре тураһында хәҙер кино ла төшөрмәйҙәр, поэма ла яҙмайҙар. Хәйер, ундай иғтибар ябай ер кешеләренә әллә ни кәрәк тә түгелдер. Һәүетемсә генә үҙ эштәре менән мәшғүл ер кешеһе.
Донъя картаһында беҙҙең район, бәлки, күҙгә лә салынмайҙыр. Шулай булһа ла, Рәсәйҙең, Башҡортостандың бер өлөшө ул. Ер шарының тап ошо өлөшөндә, ә ниндәйҙер Осло йә Алжирҙа түгел, ниндәй хәл-ваҡиғалар бара, ниндәй тормош менән ҡайнайҙар – беҙҙең халыҡҡа ла тап ошо ерле яңылыҡтар ҡыҙыҡлы, ерле мәғлүмәттәр кәрәк. Бына ошо бәрәкәтле Күгәрсен ере, уның эшсән халҡы тураһында 33 йыл буйына яҙа ла инде беҙҙең район гәзитенең алмаштырғыһыҙ журналисы Анатолий Казаков.
Ауыл хәбәрсеһенең өҫтөнлөгө лә шунда –уны ла яҡшы белә халыҡ, ул да уҡыусыһын йөҙгә танып тора. Ҡайҙа көнбағыш уралар, ҡайҙа ужым сәсәләр, ҡайһы хужалыҡҡа ҡеүәтле комбайн, трактор алып ҡайтҡандар, анау хужалыҡта быҙау аҙбарын ҡышҡылыҡҡа әҙерләгәндәрме – бына ошондай һәм башҡа көндәлек эштәр менән гәзит уҡыусыны таныштырып бара ул Анатолий Сергеевич.

Бына нимә һөйләйҙәр уның хаҡында райондың хужалыҡ етәкселәре.
Олег НИКОЛАЕВ, “Иртөбәк агрофирмаһы” йәмғиәте директоры:
- Анатолий Сергеевич менәнме? Бер-беребеҙҙе тулыһынса аңлау һәм күп йыллыҡ уртаҡ эш. Ул беҙгә бик күп ярҙам итә. Ял көндәрендә лә, байрамдарҙа ла үҙ ваҡыты менән иҫәпләшеп тормай, һәр ваҡыт эш өҫтөндә. Кешеләр менән уртаҡ тел дә тиҙ таба, проблемалар айышына ла бик тиҙ төшөнә. Уҡымышлы, белдекле кеше икәнлеге күренеп тора. Уның менән эшләүе рәхәт. Ябай ер кешеләре үҙҙәре тураһында яҙғандарын уҡып, дәртләнә, эшләгән эштәренең юҡҡа түгел икәнлегенә ҡыуана. Ундай журналистар ауылда ерендә бик кәрәк. Тыуған ергә, ауыл хужалығына, ер эшенә һөйөү тәрбиәләй бит улар.
Айрат БОЛҒАИРОВ, “Күгәрсен агрофирмаһы” йәмғиәте етәксеһе:
- Ул – шәхес. Райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡайнай, беҙ уны бөтә сараларҙа ла күрәбеҙ, ҡулында һәр саҡ - фотоаппарат. Миңә ҡалһа, ул бик ҙур эш башҡара – район тарихын мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индерә. Ул бөтә ауыл хужалығы предприятиеларының эшен яҡтыртып бара, нәҡ гәзит аша беҙ күрше-тирә хужалыҡтарҙа нимәләр барғанын, уларҙың ниндәй уңыштары, ниндәй яңы техникалары барлығын беләбеҙ. Уны ҡәләме аша бөтә яңылыҡтарҙы ла белеп торабыҙ.
Ринат ЙӘНБӘТОВ, юл төҙөү-ремонтлау хужалығы идаралығы начальнигы:
- Мин ҡайһы саҡта үҙем дә белмәй ҡалам эшселәремдең ҡайһы ерҙә эшләп йөрөгәнен, ә бына Сергеевич белә. Етмәһә, эшселәрҙең барыһын да йөҙгә таный, исемләп белә. Хеҙмәт кешеһең абруйын күтәрә белә. Беҙ бит үҙебеҙ өсөн түгел, халыҡ өсөн тырышабыҙ.
Сергей ТУЖИЛКИН, крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе:
- Беҙҙең хужалыҡҡа һәр ваҡыт килә ул, эш барышы менән даими ҡыҙыҡһынып тора, ныҡ иғтибарлы, беҙҙе бер ҡасан да онотмай. Йәрминкәләрҙә лә мотлаҡ фотоға төшөрөп ала. Беҙҙең хаҡта яҙғандарын уҡып, яңы башланғыстарға ла дәртләнеп тотонабыҙ. Уның һымаҡтар күберәк булһын ине ул.
Вәли БАЙМОРАТОВ, журналистика ветераны:
- Беренсенән, ваҡытында миңә шундай шәп ике урынбаҫар – Анатолий Казаков менән Сәғиҙә Әхмәрова биргәне өсөн Миәкә районына рәхмәтлемен. Улар менән мин бик оҙаҡ йылдар эшләнем.
Ә Казаковты ниндәй бер һүҙ менән ҡылыҡһырлар инең тип һораһалар “егәрле” тиер инем. Миәкә район гәзитендә эшләгәндән һуң, 1985 йылда ул беҙҙең редакцияға килде. Шул йылдан алып бына 38 йыл ғүмерен журналистикаға арнаны. Тырыш, ышаныслы, уҡымышлы кеше ул. Уның эшкә һуңлап йөрөгәнен хәтерләмәйем. Шәмбеме, йәкшәмбеме – ҡасан әйтһәң дә эшкә сығыр ине. Ә бит үҙҙәренең хужалыҡтары ла ҙур ғына.
Ҡасан ял итә тиһегеҙме? Тәүге 10-15 йылда ул бер тапҡыр ҙа отпуск алманы. 3-4 көн ял итәме, юҡмы, беҙ уны кире эшкә саҡырта торғайныҡ. Ул йылдарҙа, йәғни, совет осоронда, ауыл темаһы һәр номерҙың 1-се, 3-сө биттәрендә мотлаҡ яҡтыртылып барырға тейеш ине. Быны райком үҙе тикшереп торҙо. Шул уҡ йылдарҙа утау булһынмы, мал аҙығы әҙерләү булһынмы – дөйөм эштәрҙә һәр саҡ ойоштороусы булды, башҡаларға өлгө күрһәтеп, үҙе иң алдан йөрөнө.
Юбиляр хаҡында, әлбиттә, күптәр йылы һүҙ әйтергә теләр ине. Шулай ҙа, эш һанда түгел, ә уның ысын күңелдән әйтелеүендә.
Үҙ еренең ысын хужаһы ул Анатолий Сергеевич. Ул Башҡортостандың ауыл хужалығы, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлыҡтарының Почет грамоталары менән дә бүләкләнгән. 1966 йылда педагогия институтын тамамлап, рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан йылдарын да иҫәпкә алғанда, уның хеҙмәт стажы - 52 йыл. Ғаиләһендә лә абруйлы. Ҡатыны – мәғариф хеҙмәте ветераны, Мораҡ беренсе мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Зоя Игнатьевна менән 45 йыл бергә йәшәйҙәр, өс ир балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биргәндәр.
Анатолий Сергеевичтың тағы ла бер көслө һыҙаты – ул бер ҡасан да кеше тикшермәй. Теге йәки был ваҡиға йә берәйһенең насар ҡылығы ныҡ йәненә тейгәндә, көслө тәьҫир иткән осраҡта ла артыҡ һүҙгә бирелмәй, ымлап тигәндәй генә үҙ ҡарашын белдерә лә –бөттө. Ә бына йылы һүҙгә, маҡтау һүҙҙәренә ул бик тә йомарт. Кеше йәнле булыуының билдәһе ул. Шуның өсөн дә уны барыһы ла хөрмәт итәлер.
Ә ни өсөн йырсы тиһегеҙме? Уның мәҡәләләренең атамаларына иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: ҡайһы саҡта рифмалап та ебәрә, тәрән мәғәнә лә, тормошсан юмор ҙа, ер кешеһенә, ер эшенә һөйөү, ер кешеһенә хөрмәт менән һуғарылған йыр ҙа ярылып ята уларҙа.

Неля КУШНЕРОВА.



Читайте нас: