Ауыл хужалығында ғына түгел, ауыл ерендә уттай ҡыҙыу эш мәле булғанда ниндәй концерт-тамаша ҡайғыһы булһын инде тиһәк тә, мал-тыуарҙы ҡаршылап, кәртә-ҡуралар ябылғас, халыҡ моңло йырҙар тыңлап, дәртле бейеүҙәргә ҡушылып елкенеп, йәшәүгә көс-илһам алып ҡайта.
Ә бына ҡара таңдан ҡара кискә тиклем баҫыуҙа бил бөккән ауыл хужалығы эшселәре ысын мәғәнәһендә башкөлләй эшкә сумған, уларҙа йыр ҡайғыһы түгел, илгә икмәк кәрәк. Элек-электән килгән матур йола буйынса мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре агитбригадалар ойоштороп, игенселәрҙе лә төшкө аш мәлендә генә булһа ла, йыр-моң менән ҡыуандыра. Сәхнәләрҙән төшөп сәхрәләрҙә алҡыштарға күмелеү ҙә шул бер осор инде. Икмәк еҫтәре таралып торған киң баҫыуҙарҙа йыр ҙа икенселәй яңғырай, күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын сиртеп, йөрәктәргә үтеп инерлек илаһи көс-ҡеүәткә эйә була.
Йәш йырсылар Елена Киршина,Евгения һәм Виталий Усовтар, Шәйрә Әлимғужина, Илдус Юнысов, Линар Абдуллиндар башҡарыуында йырҙар, ҡурай моңдары “Тәүәкән” хужалығы игенселәре күңеленә хуш килде, кәйефтәрен күтәрҙе. Хәҙер инде иң мөһиме –урып-йыйыу эштәрен көн матур торғанда имен-аман атҡарып сығыу. Икмәк булһа, йыр ҙа була тигәндәр бит әле, тимәк, уңыш та быйыл йырларлыҡ кимәлдәлер тиергә була.