Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
23 Август 2018, 00:36

Республикала «Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра» башҡорт йыры фестивале ойошторола

Башҡортостанда «Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра» башҡорт халыҡ тарихи йыры төбәк фестивале уҙғарыла.

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.
Башҡортостанда «Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра» башҡорт халыҡ тарихи йыры төбәк фестивале уҙғарыла.
Фестивалде Стәрлетамаҡ район мәҙәниәт һарайы ойоштора. Сара 19 сентябрҙә республиканың Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында була.
Ҡатнашыусыларҙың сығыштары «Башҡорт халыҡ тарихи йыры»; «Биҙәү-ҡулланма ижады» номинациялары буйынса баһалана
Конкурсҡа 16 йәшкә тиклемгеләр, 16-25 йәшлектәр, 26-42 йәшлектәр, 43 йәштән өлкәндәр саҡырыла.
Ҡатнашыуға ғаризалар 2018 йылдың 12 сентябренә ҡәҙәр ҡабул ителә. Электрон адрес: [email protected]. Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефондар: 8(3473) 26-73-78, 8-917-809-30-33, сайтта һәм төркөмдә.
Читайте нас: