Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Июль 2018, 16:18

Уның булмышы - ихласлыҡ

Ундайҙарҙы, ғәҙәттә, ҡояшҡа тиңләйҙәр. Сөнки тыныс, ипле булмыштары менән донъяны йәмләп йәшәгән был кешеләр янында үҙеңде нисектер яҡлаулы, ҡурсаулы итеп тояһың, күңелдә үҙенән-үҙе һиллек, йылылыҡ тыуа. Шуныһы ла мөһим: уларға һәр ваҡыт таянырға була. Нәҡ шундай ул - кешеләрҙе яратҡан, һәр көндән йәм-тәм табып Ялсы ауылында ғүмер иткән Мөслимә Зәйнәғәбдинова.

Ундайҙарҙы, ғәҙәттә, ҡояшҡа тиңләйҙәр. Сөнки тыныс, ипле булмыштары менән донъяны йәмләп йәшәгән был кешеләр янында үҙеңде нисектер яҡлаулы, ҡурсаулы итеп тояһың, күңелдә үҙенән-үҙе һиллек, йылылыҡ тыуа. Шуныһы ла мөһим: уларға һәр ваҡыт таянырға була. Нәҡ шундай ул - кешеләрҙе яратҡан, һәр көндән йәм-тәм табып Ялсы ауылында ғүмер иткән Мөслимә Зәйнәғәбдинова.
Әбйәлил ҡыҙы ул, күлдәргә бай йәмле төбәктең Яйҡар ауылында тыуып үҫкән. Мәктәп йылдарында аҡ халатлы табип булырға хыялланһа ла, яҙмыш уны бөтөнләй икенсе юлдан алып китә: ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алған йылды аяғын бешереп ярты йыл самаһы дауаханала ята һәм уҡырға инергә һуңлай, икенсе йылына иһә әхирәттәре йоғонтоһона бирелеп, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Тормошта бер нәмә лә осраҡлы түгел, тиҙәр, ысынлап та, уның тап ошо юлдан китеүе бушҡа булмағандыр, ҡулына диплом алған йәш белгес йүнәлтмә буйынса беҙҙең райондың Ялсы ауылына эшкә килә һәм ғүмерлек мөхәббәтен – Гәрәй Минияз улын осрата. Ҙур ҡыҙҙары Зәлиә донъяға килгәс, ҡатын-ҡыҙ эше, еңелерәк булыр тип, Ялсы балалар баҡсаһына эшкә күсә, белемен камиллаштырыу маҡсатында ситтән тороп Күмертау педагогия колледжын тамамлай. Был эшен бик ярата, байтаҡ йылдар эшләү дәүерендә ул сабыйҙарға бар күңелен һалһа, сабыйҙар уны үҙ сиратында икенсе әсәй һымаҡ күрә, атай-әсәйҙәр ҙә үҙен хөрмәт итә.

Мәҙәниәт өлкәһенә эшкә күскәс, башта ятыраҡ һымаҡ тойолһа ла, тиҙ арала күнегеп китә, элекке эшен яратып башҡарған кеүек үк, бында ла хеҙмәтенә үҙен башкөлләй бағышлай. 10 йыл тирәһе ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе булып эшләй, әлеге көндә директор вазифаһын башҡара.
- Үҙемде сәнғәткә ғашиҡ кеше тип һанайым, ижад кисәләрендә булырға, концерт, спектаклдәр ҡарарға яратам.
Ялсы, Һапаш, Вәлит ауылдары халҡы өсөн мәҙәниәт йорто берҙән-бер мәҙәни-ял итеү учреждениеһы булып тора. Хеҙмәттәштәрем - художество етәксеһе Рәзилә Йомаҡаева һәм китапханасы Нурзилә Исмәғилева менән бер-беребеҙгә ярҙам итеп, кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Ауыл биләмәһендә үткәрелгән бер концерттан да ситтә ҡалмайбыҙ. Репертуарыбыҙҙа башҡорт халыҡ йырҙары ла, заманса йырҙар ҙа, милли бейеүҙәр ҙә бар. Ғөмүмән, беҙҙең ауыл биләмәһе халҡы йырға, бейеүгә бик һәләтле. Үҙешмәкәр артистарыбыҙ мәҙәниәт йортонда, район һәм республикала үткән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша – йырлай, бейей, шиғыр һөйләй.

Мәҫәлән, күптән түгел районыбыҙ буйлап үткән “Бәндәбикә” автоуҙышында ҡатнаштыҡ. Унда беҙҙең мәҙәниәт йорто башҡорт халҡының милли йолаларын, рухи-мәҙәни ҡиммәттәрҙе пропогандалаған өсөн Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде, - ти яратҡан эше хаҡында Мөслимә апай.

Эш тураһында һүҙ сыҡҡас, шуны ла билдәләп үтмәү мөмкин түгел: Ялсы ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре өлкәндәр менән дә, балалар менән дә берҙәй эш алып бара, уларҙың ялдарын, буш ваҡыттарын күңелле һәм файҙалы үткәрер өсөн төрлө ҡыҙыҡлы саралар, конкурстар, спорт ярыштары үткәрә, улар өсөн яңы бейеүҙәр ҡуя, йырҙар өйрәнә. Балалар өсөн “Тамсылар” бейеү, “Ағиҙел егеттәре” вокаль, өлкәндәр өсөн “Ҡышҡы сейәләр” вокаль ансамблдәре , “Ағиҙел һылыуҙары”, “Ултырайыҡ әле бөгөн кис”, “Йомро-йомро йомғағым” түңәрәктәре ойошторғандар, һуңғыһында һәр шаршамбы кис ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ҡул эштәре менән шөғөлләнә, ырғаҡ, энәләр менән бәйләй, сигә, сәйләндәр үрә, шулай уҡ ҡул эштәре оҫталығы менән алмаша.
Уңғандың ҡулы - ун, тигәндәй, Мөслимә Мөслим ҡыҙының уңғанлығына хайран ҡалырлыҡ: мәҙәниәт йортона ла, йәмәғәт эшенә лә, гөлдәй итеп донъя көтөргә лә, ҡул эштәре менән шөғөлләнергә лә, Әбйәлилгә ҡайтып әсәһенә ярҙам итергә лә өлгөрә. Иң ҙур терәге, әлбиттә, уны һәр йәһәттән хуплап, дәртләндереп, ярҙам итеп торған тормош иптәше Гәрәй һәм ике ҡыҙы. Әйткәндәй, ҡыҙҙары күптән инде үҙ аллы: Зәлиә Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлап, әлеге көндә Өфө ҡалаһының Калинин районы администрацияһында бәлиғ булмағандарҙың эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын һаҡлау буйынса комиссия белгесе булып эшләй, Рүзилә Башҡорт дәүләт педагогия университетының магистратураһында музыка бүлегендә белем ала һәм З. Вәлиди исемендәге милли музейҙың музыка һәм нота бүлегендә уңышлы эшләп йөрөй.

Кешенең бәхетле булыу-булмауы, тимәк, тормошто аҡмы-ҡарамы итеп күреүе, иң тәү сиратта, кешенең үҙенән тора, тиҙәр белгестәр. Мәҡәләбеҙ геройы иһә үҙе әйтмешләй, күңел бөтөнлөгөнә эйә. Шулай булмай һуң, донъянан йәм табып, йөрәк йылыһын башҡаларға ихлас таратып йәшәй Әбйәлилдә тыуып, Күгәрсен ерен үҙ иткән Мөслимә Мөслим ҡыҙы.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Читайте нас: