Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Июль 2018, 16:54

Беҙҙең киләсәк –һеҙҙең ҡулда, йәштәр!

Мораҙым тарлауығында Рәсәй йәштәре көнө уңайынанйәштәр өсөн байрам ойошторолдо. Был сара быйыл Ирекмәндәр һәм Ғаилә йылынаарналды. Йыл атамаларына күрә, байрам да шул йүнәлештә барҙы.

Мораҙым тарлауығында Рәсәй йәштәре көнө уңайынан йәштәр өсөн байрам ойошторолдо. Был сара быйыл Ирекмәндәр һәм Ғаилә йылына арналды. Йыл атамаларына күрә, байрам да шул йүнәлештә барҙы. Тантана район ирекмәндәр ойошмаһы әҙерләгән флешмоб менән асылды.
- Йәштәр көнөн уҙғарыу күптән матур йолаға әйләнде. Район йәштәрен бергә туплаған был сараның төп маҡсаты – йәш быуынды сәләмәт йәшәү рәүешенә, спорт менән шөғөлләнеүгә әйҙәүгә, тәбиғәттә ял итеүҙе файҙалы итеп ойоштороуға, бер-береһе менән аралашып, дуҫлаштырыуға, берләштереүгә ҡайтып ҡала, - тине Эльвера Мөнир ҡыҙы йәштәр көнөнөң төп йүнәлешен билдәләп.


Спорт, йәштәр һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек начальнигы Илнур Сәйфуллин да үҙ сиратында район йәштәрен тәбрикләне.

Тантаналы өлөштә шулай уҡ йәштәр өсөн төрлө әһәмиәтле саралар үткәреүҙә, уларҙың ялын ойоштороуҙа хакимиәткә ярҙам иткәндәр бүләкләнде.

Йәштәр менән туранан-тура эшләгән бүлектең төп белгесе Артур Әбдрәхимовҡа БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Почет грамотаһы тапшырылды. Район мәҙәниәт һарайының балалар һәм йәштәр менән эшләү буйынса методисы Анна Емельянова ла лайыҡлы рәүештә ошо уҡ министрлыҡтың рәхмәт хаты менән билдәләнде. Әйтергә кәрәк, Анна айырыуса уңышлы ғына эшләп килә, уның йәштәр менән эшләү йүнәлешендә бер ни тиклем тәжрибәһе лә бар – ҡасандыр үҙе лә ошо бүлектә эшләп китте.

Шулай уҡ “Тылда яуҙа кеүек Рәсәй ирекмәндәр проектын тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн индергәне өсөн “Тыныслыҡ” хәрби-патриотик тәрбиә биреү үҙәгенең педагог-ойоштороусыһы Мария Васильева менән ошо проектта ҡатнашып, грант алған Динислам Ҡотләмбәтов та бүләкләнде.

Йәштәр бүлеге әҙерләгән сараларҙы үткәреүҙә һәр саҡ ярҙам иткән мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзиә Хөснуллина, Рәсәй ДОСААФ-ының төбәк бүлексәһе рәйесе Рәил Мырҙабулатов, мәҙәни яҡтан һәр ваҡыт терәк-таяныс булған белгестәр – Илгиз Ниғәмәтуллин, Руслан Абдуллин, Фәрүәз Миңлебаев, шәхси эшҡыуар Эльвира Мырҙабулатова, шулай уҡ бөтә сараларҙы район телевидениеһында һәм гәзиттәрҙә даими яҡтыртып барған коллегаларыбыҙ Ринат Әлимғужин, Айгөл Арыҫланбәкова, Азамат Ғәҙелшин да Башҡортостан Республикаһы Ирекмәндәр хәрәкәте үҙәгенең рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Районда үткән бөтә мәҙәни һәм спорт сараларында әүҙем ҡатнашҡан район ирекмәндәр ойошмаһы ағзалары – Гүзәл Усманова, Әҙилә Халиҡова, Гөлназ Амангилдина, Диана Носкова, Айзилә Аллағужина, Нәркәс Хөснуллина, Рөстәм Кинйәбулатов, Руслан Ғәбәҙәтов, Алһыу Әлмөхәмәтова, Илана Емельянова йәштәр бүлегенең Почет грамотаһы менән билдәләнде.

Тантаналы бүләкләү өлөшө тамамланғас, йәштәр концерт ҡараны. Унан инде төп саралар – асыҡ һауала ял итеү өсөн туҡталған урын – бивак ҡулайлаштырыу, “Ирекмәндәр йылы экваторы”, ғаилә ҡыҙыҡтарына арналған саралар башланды.

Конкурс шарттары буйынса бивак ҡулайлаштырыу ҙа ғаилә йолаларына арналған булырға тейеш ине. Баһалама ағзалары Ғаилә һәм Ирекмәндәр йылына арналған плакаттарҙан тыш, милли аш-һыу, күргәҙмәләргә лә иғтибар бирҙе.

Ғаилә мәҙәктәренә арналған бәйгелә иһә командалар төрлө ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе сәхнәләштереп күрһәтте.

Йәштәр өсөн шулай уҡ волейбол, гир күтәреү, армрестлинг, еңел атлетика, милли көрәш, бесән сабыу буйынса ярыштар үткәрелде.

Быныһы бик хуп. Шулай ҙа шәхсән күҙлектән сығып баһалағанда, йәштәр өсөн был тәңгәлдә заманға ҡулайлашыуға, заман шарттарына яраҡлашыуға йүнәлтелгән саралар – бизнес- семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре, сығарылыш кластары өсөн, бәлки, уҡыу йорттары менән осрашыу, һөнәр һайлауҙа йүнәлештәр күрһәтеү, төрлө өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанған, үҙ эшен йәштән асҡан, эшҡыуарлыҡ, фәнни өлкәләрҙә тәжрибәһе булған спикерҙар менән түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороу, йәштәр ихтыяжына өҫтөнлөк биреү урынлыраҡ булыр ине, минеңсә.

Әлбиттә, республика кимәлендә бындай саралар даими үткәрелеп тора, шулай ҙа ҡабатлауҙан доға иҫкермәй тигәндәй, район кимәлендә лә был йүнәлеште күтәреп ебәреү, һис шикһеҙ, ыңғай һөҙөмтәләр бирер ине.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Читайте нас: