Моңло тауышы һәм башҡарыу оҫталығы менән район ғына түгел, республика тамашасыларын да күптән әсир иткән йырсы, композитор, ҡурайсы Нәғим Нуриманов ошо көндәрҙә ижад өлкәһендә йәнә бер еңеү яуланы - Сибай ҡалаһында үткән башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” XIV төбәк-ара конкурсында үҙешмәкәр башҡарыусылар араһында 2-се урынға лайыҡ булды.
1996 йылда башланған һәм 2000 йылдан алып ике йылға бер уҙғарылған конкурста бығаса 35 йәшкә тиклемгеләр генә ҡатнаша алһа, быйылдан алып 50 йәшкә тиклемгеләр ҙә йырға оҫталығын һынай ала.
Быйылғы йыр бәйгеһендә 90 кеше, шул иҫәптән 37 бала һәм үҫмер ҡатнашҡан.
Йыр-моңдары менән күңелдәрҙе арбаған Нәғим Нуримановты сираттағы еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә тамашасыларҙы үҙ ижады менән менән ҡыуандырып торор тип ышанабыҙ!