Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
29 Май 2018, 14:34

Әҙип әҫәре менән тере

Район китапханаһында күренекле йәмәғәт эшмәкәре,билдәле яҙыусы- педагог, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаеваның Башҡортостандыңхалыҡ яҙыусыһы, төрки ҡатын-ҡыҙҙары араһындағы тәүге трилогия авторы, яҡташыбыҙЗәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишеваның тормошона, уның ижад юлына бағышланған “Оло Эйек ҡыҙы” тип аталған китабының презентацияһыбулып үтте.

Район китапханаһында күренекле йәмәғәт эшмәкәре, билдәле яҙыусы- педагог, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаеваның Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, төрки ҡатын-ҡыҙҙары араһындағы тәүге трилогия авторы, яҡташыбыҙ Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишеваның тормошона, уның ижад юлына бағышланған “Оло Эйек ҡыҙы” тип аталған китабының презентацияһы булып үтте. Унда район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльвера Фәйрушина, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире, республика “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева, шулай уҡ китапхана мөдирҙәре, ойошма етәкселәре, журналистар, яҙыусының ижадын хөрмәт иткән яҡташтары ҡатнашты.

Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гөлфиә Искәндәрова сараның төп маҡсатын билдәләп сығыш яһағас, һүҙ район хакимиәте башлығына тапшырылды. Ул үҙ сиратында авторҙы 75 йәшлек юбилейы менән тәбрикләп, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы, күренекле яҡташыбыҙ Зәйнәб Биишеваның ижадына етәксе күҙлегенән сығып баһа бирҙе, уның әҫәрҙәренең үлемһеҙ булыуы, бөгөнгө быуында илһөйәрлек, телһөйәрлек рухын тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
- Күренекле яҡташыбыҙ Зәйнәб апай Биишеваның да, Мәрйәм апай Бураҡаеваның да эшмәкәрлеге, ижады киләсәк быуынды рухи яҡтан көслө итеп тәрбиәләүҙә ысын мәғәнәһендә оло әһәмиәткә эйә. Республикала ғына түгел, районда ла халыҡ яҙыусыһының исемен мәңгеләштереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарыла. “Оло Эйек ҡыҙы” китабы ла быға асыҡ миҫал булып тора. Үҙәк майҙанда төҙөлә башлаған парк та нәҡ яҙыусы исемен мәңгеләштереү эштәре сиктәрендә бара, - тине Ғайса Ғилметдин улы һәм был парк киләсәктә бөйөк яҙыусы Зәйнәб Биишева исемен йөрөтәсәк тип ҡыуандырҙы. -Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыллығын билдәләгән көндәрҙә Күгәрсен районы хакимиәте, “Наҡаҫ” социаль үҫеш фонды ярҙамы менән донъя күргән был китап ысын мәғәнәһендә башҡорт әҙәбиәтенең хәтер хазинаһы булып тора.


Зәйнәб Биишева тураһындағы хәтирәләре менән “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева ла уртаҡлашты.

- Зәйнәб апай Биишева аҙмы-күпме булһа ла, аралашып йәшәргә тура килде. Ул ваҡытта беҙ әле йәштәр инек. Ҡайсаҡ уның менән һөйләшеү түгел, эргәһенә барырға ла баҙнат итмәй торғайныҡ. Ә ул шундай ябай кеше булды. Һәр ваҡыт беҙгә шылтыратып хәлдәрҙе, яңылыҡтарҙы белешеп торор ине. Ә беҙ, йәштәр, нисек инде ундай бөйөк кеше миңә улай шылтырата икән тип, ҡурҡып, хатта уңайһыҙланып, оялып китә торғайныҡ. Ул милләтен яратты, халҡын ихтирам итте, йәштәрҙе күтәрҙе, беҙҙе үҙ ҡурсауына алып, кәңәштәрен биреп торҙо. Ул биргән кәңәштәрҙе, әйткәндәй, бөгөн дә тотороға тырышабыҙ,- тине ул.

Тәьҫораттары менән Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы үҙе лә бүлеште.


- Зәйнәб апай тураһында иҫтәлектәрҙе күптә яҙырға уйлай инем. Уның һуңғы йылдарҙағы иң яҡын кешеһе, серҙәше мин булдым. Күңелеңдең иң төпкөл урынында һаҡланған серҙәрҙе бер кемгә лә һөйләмәй мөмкин түгел. Зәйнәб апайҙың сер һаҡлар кеше булыуым менән дә мин сикһеҙ бәхетле. Белеүегеҙсә, ул өс ир бала әсәһе ине, һуғыштан ҡаты яраланып ҡайтҡан ирен дә үҙе ҡараны, Хафаза апаһы ла уның ҡарамағында булды. Ауыр мәлдәре лә булды. Шундай сағында ул күңелен бушатырға, серҙәрен уртаҡлашыуға мохтаж ине.


Зәйнәб апай менән бергәләп Күгәрсен яҡтарын ла ҡайтҡыланыҡ. Ул ваҡытта уға 70 йәштәр тирәһе, миңә 35 йәш ине. Юлда ул һәр ваҡыт эс серҙәрен һөйләр ине. Уның бөтә һөйләгәндәрен яҙмаһам да, халҡы, теле , ере өсөн янып-көйөүҙәрен, шатлыҡ-ҡыуаныстарын ҡағыҙға төшөрмәү мөмкин түгел, сөнки нәҡ ошондай күңел яҡынлығында ғына уның ниндәй кеше булыуын күрергә була ине, ә был үҫеп килгән быуын өсөн айырыуса кәрәк.


Зәйнәб апай тураһында яҙырға тигән маҡсат ҡуйып, уның хаҡында хәтирәләремде аҡҡа күсергәс, китап итеп баҫтырырға ниәтләп, Күгәрсен районы хакимиәте башлығына мөрәжәғәт иттем. Етәкселек тарафынан хуплау тапҡас, оҙаҡҡа ла һуҙылмай был китап донъя күрҙе, уларға рәхмәтем ҙур, - тине ул.

“Оло Эйек ҡыҙын” әҙәбиәт һөйөүселәргә генә түгел, уҡыусыларға, уҡытыусыларға ла тәҡдим итергә була. Уны уҡығас, яҙыусы башҡорт халҡы өсөн кем ине, ябай тормошта кем булды, уның тормошо һәм шәхесе бөгөнгө башҡортҡа, тотош башҡорт йәмғиәтенә ниндәй һабаҡ бирә, уның күңел донъяһы кимәле ниндәйерәк ине, уны нимә көйөндөрҙө, нимә һөйөндөрҙө – ошо һорауҙарға яуаптар алып, яҙыусыны бөтөнләй икенсе күҙлектән асырға була. Китапта шулай уҡ халыҡ яҙыусыһының уй-кисерештәре, һыҙланыуҙары, көйөп – яныуҙары, шатлыҡ-ҡыуаныстары менән һуғарылған хаттары ла баҫылған.

Яҙыусы тураһында хәтирәләре менән оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә эшләгән ветеран-уҡытыусы Зәкиә Йәрмөхмәтова ла бүлеште.

Әҙибәләр менән осрашыу Теләүембәт ауыл клубында ла булды. Унда Мәрйәм Бураҡаева менән Гөлфиә Янбаева урындағы халыҡ менән һөйләште, гәзиткә яҙылыу ойошторҙо.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Автор фотолары.
Читайте нас: