Беренсе этап: [email protected] электрон адресына ебәрелгән фотоһүрәттәр һәм үҙаллы төшөрөлгән видео буйынса һайлап алыу. Хатта анкета мәғлүмәттәре: исем-шәриф, тыуған йыл, буй, әгәр булһа — түңәрәк-студия, ата-әсәнең телефоны күрһәтелергә тейеш. Шулай уҡ 3-4 актуаль портрет фотоһы һәм бер буй-һын төшөрөлгән фотоһүрәт кәрәк (фото 500 кб тиклем). Хат менән бергә видеовизитка ебәреү зарур, унда исемеңде, йәшеңде һәм үҙең хаҡында бер нисә һүҙ әйтергә кәрәк, ләкин 1 минуттан ашмаҫҡа тейеш. Видеоны яҡты бинала телефонға ла яҙҙырырға мөмкин. Бер хат итеп ебәрергә. Хаттың темаһы: «Йәмил роленә — исем-шәриф, тыуған йыл».