Мораҙым
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Апрель 2018, 00:37
Башҡортостанда Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә арналған башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар конкурсы ғаризалар ҡабул итә
хәниә Фәрхи иҫтәлегенә «Онотолор тимә…» I төбәк-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар конкурсы ғаризалар ҡабул итә. Конкурс 18 майҙа Тәтешле районында үтә.
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.
Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә «Онотолор тимә…» I төбәк-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар конкурсы ғаризалар ҡабул итә.
Конкурс 18 майҙа Тәтешле районында үтә.
Конкурс Рәсәйҙең эстрада йырсыһы, актриса һәм композитор, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхиҙең иҫтәлегенә арнала. Конкурстың исемендә – йырсының популяр йырҙарының береһе.
Бәйге проектын йырсының бер туған һеңлеһе, Тәтешле районында йәшәүсе Фирүзә Ибәтуллина әҙерләгән. Сараны уҙғарыуға мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренә республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың гранты бүленгән.
Конкурс ике йәш категорияһында уҙғарыла: 20-35 йәштәр һәм 35 йәштән өлкәнерәктәр.
Һәүәҫкәр һәм профессиональ башҡарыусыларҙы жюри айырым баһалай. Конкурста ҡатнашыусылар Хәниә Фәрхиҙең репертуарынан икешәр йыр башҡара.
Жюри бер Гран-при яуласыны һәм «Профессионалдар» һәм «Һәүәҫкәрҙәр» категорияларында лауреат һәм дипломант исемдәрен билдәләй, тейешле дипломдар һәм бүләктәр бирә. Бынан тыш, йәмәғәт ойошмалары һәм бағыусы бүләктәре булдырырға мөмкин. Жюригә Башҡортостандың һәм Татарстандың күренекле композиторҙары, йырсылар, сәнғәт оҫталары инә.
Ойоштороусылар: Республика халыҡ ижады үҙәге булышлығында Тәтешле районы хакимиәте.
Бәйгелә ҡатнашыу өсөн 2018 йылдың 1 майына ҡәҙәр
[email protected]
,
[email protected]
электрон адрестарына видеоматериалдарға һылтанма һәм ғариза ебәрергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефондар: (347) 289-65-50, 289-66-96, (34778) 2-14-24, 2-15-96.
http://www.bashinform.ru/news/1141800-v-bashkirii-konkurs-ispolniteley-bashkirskoy-i-tatarskoy-pesni...
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?