Мораҙым
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
12 Апрель 2018, 12:24

“Тормош һуҡмаҡтарындағы аҙымдар”ҙа – илебеҙ һәм халҡыбыҙ тарихы

Мораҙым ауылында йәшәүсе хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғаләм Ҡотлогилдинды районыбыҙҙа белмәгән кеше һирәктер. Утлы яу юлын үткән кисәге һалдат хәҙер олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һаман да “илем, халҡым” тип янған ысын патриот. Ул тормоштағы хәл-ваҡиғалар, яңылыҡтар, илебеҙҙең сәйәси тормошо хаҡында һәр саҡ хәбәрҙар булыуы, һәр ҡайһыһына шәхсән баһа биреү һәләте, алдынғы ҡарашы менән айырылып тора. “Ҡыҙыл Йондоҙ”, ике Дан ордены һәм бихисап миҙалдарға эйә булған ветеран “Тормош һуҡмаҡтарындағы аҙымдар” тип аталған яңы китабын баҫтырҙы.

Мораҙым ауылында йәшәүсе хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғаләм Ҡотлогилдинды районыбыҙҙа белмәгән кеше һирәктер. Утлы яу юлын үткән кисәге һалдат хәҙер олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һаман да “илем, халҡым” тип янған ысын патриот. Ул тормоштағы хәл-ваҡиғалар, яңылыҡтар, илебеҙҙең сәйәси тормошо хаҡында һәр саҡ хәбәрҙар булыуы, һәр ҡайһыһына шәхсән баһа биреү һәләте, алдынғы ҡарашы менән айырылып тора.
Яңыраҡ “Ҡыҙыл Йондоҙ”, ике Дан ордены һәм бихисап миҙалдарға эйә булған ветеран “Тормош һуҡмаҡтарындағы аҙымдар” тип аталған яңы китабын баҫтырҙы. Китапта атаһына эйәреп ауыр эштә сынығып, Н. Островскийҙың “Ҡорос нисек сыныҡты?” романындағы Корчагин рухында тәрбиәләнгән ябай ауыл малайының нисек намыҫлы Совет разведчигы булып китеүе, урау һәм бик ауыр юлдар аша Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индереүе хаҡында тәфсирләп яҙыла.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Читайте нас: