Мораҙым
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
3 Апрель 2018, 00:34

Башҡортостанда Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика Ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сара 18-19 майҙа Октябрьский ҡалаһында үтә.

ӨФӨ, 2018 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.
Башҡортостанда Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика Ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сара 18-19 майҙа Октябрьский ҡалаһында үтә.
Конкурста ҡатнашыуға яңғыҙ башҡарыусылар һәм ҡурайсылар ансамблдәре саҡырыла. Бәйге ике турҙа, 12 йәшкәсә, 12-16 йәштәрҙә, 16 йәштән өлкән категорияларҙа уҙа.
Уларҙың башҡарыуында ике музыкаль әҫәр – оҙон көй һәм ҡыҫҡа көй яңғыраясаҡ. Ә бына 16 йәштән өлкән ҡурай класы буйынса урта һәм юғары һөнәри белеме булған яңғыҙ башҡарыусылар билет буйынса оҙон көй уйнаясаҡ.
Ҡурайсылар ансамблдәре бәйгеһе бер турҙа, ике йәш категорияһында уҙғарыла. Башҡорт халыҡ ҡоралында уйнаусылар жюриҙе конкурс репертуары ғына түгел, ә уйналған көйҙөң тарихын, легендаһын белеү менән дә хайран ҡалдырырға тейеш.
Бәйгеселәрҙе күренекле ҡурайсылар, сәнғәт оҫталары, ғалим-фольклорсылар, халыҡ сәнғәтен белеүселәр, уҙған йылдарҙағы еңеүселәр баһалаясаҡ.
Байрамдың ойоштороусылары – Башҡортостан Мәғариф министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте, Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы.
Республика байрамы һәләтле ҡурайсыларҙы – башҡарыусыларҙы асыҡлау, йәштәрҙе башҡорт халыҡ ҡоралына йәлеп итеү, ҡурайҙа уйнауҙың иң яҡшы халыҡ йолаларын пропагандалау, профессиональ башҡарыусылар һәм коллективтар, ҡатнаш башҡарыусылар составы өсөн яңы ҡурайҙа уйнау мөмкинлектәрен асыу маҡсатында үткәрелә.
Ғаризалар Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева урамы, 17/2 адресы буйынса йәки [email protected] электрон адресҡа ҡабул ителә. Телефон: 8 (347) 289-65-50.
http://www.bashinform.ru/news/1137420-v-bashkortostane-startoval-priem-zayavok-na-respublikanskiy-pr...
Читайте нас: