Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
14 Март 2018, 11:34

«Рәсәй-Башҡортостан», «Юлдаш» радиоларының дикторы, Башҡортостандың Халыҡ артисы Әхәт Мортазин 59 йәшендә беҙҙең аранан китеп барҙы.

Әхәт Мотаһар улы 1959 йылда Учалы районында тыуған. Совет Армияһында хеҙмәт иткәс, Башҡорт дәүләт унивесрситетының филология факультетын тамамлай. 1980 йылдар аҙағында ул конкурс үтеп, Башҡортостан радиоһына диктор итеп эшкә алына. Бер үк ваҡытта радиолағы яңылыҡтар хеҙмәтенең башҡорт редакцияһына уңышлы етәкселек итә. Тиҙ арала танылыу алған диктор Башҡортостан телевидениһында ла тапшырыуҙар алып бара.

2000 йылдарҙа „Башҡортостан„ дәүләт унитар предприятиеһы барлыҡҡа килгәс, Әхәт Мортазин унда диктор һәм яңылыҡтар бүлеге хеҙмәткәре булараҡ хеҙмәт юлын дауам итә.

Әхәт Мортазин эшләгән тапшырыуҙар, уның башҡарыуында уҡылған радио һәм телеспектаклдәр ике телерадиокомпанияның да „Алтын фондында„ һаҡлана. Уларҙы ике радио ла һәр ваҡыт бик теләп эфирға бирә.

Башҡортостандың Халыҡ артисы, үҙ эшенең ысын оҫтаһы,күренкле диктор Әхәт Мотаһар улы Мортазиндың яҡты иҫтәлеге радио тыңлаусылар, телевизор ҡараусылар һәм коллегаларының хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр!

ГТРК «Башкортостан» сайтынан.

Читайте нас: