Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Март 2018, 12:38

2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк VI Бөтә донъя фольклориадаһының саралар планы раҫланды

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов 2020 йылда республикала VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса саралар планын раҫланы.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов 2020 йылда республикала VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса саралар планын раҫланы .

Документҡа ярашлы, 2018 йылдың тәүге яртыһында фольклориаданың логотибын һәм бренд китабы әҙерләнәсәк. Рус һәм башҡорт телдәрендә «Башҡортостан халыҡтары фольклоры» энциклопедияһы нәшер ителәсәк.

– Фольклориаданың Башҡортостанда – Европа һәм Азия сигендә урынлашҡан республикала үтеүе яҡшы күренеш. Мәҙәниәттәр Көнсығыш һәм Көнбайышты ғына түгел, бөтә донъя халыҡтарын да берләштерә ала. Бер-береһенең ҡаҙаныштары менән танышып, рухи йолаларының байлығын һәм үҙенсәлеген аңлап, кешеләр мәҙәни тормошто байыта һәм ҡитғаларҙы яҡынайта, — тип билдәләне республика Башлығы Рөстәм Хәмитов. — VI Бөтә донъя фольклориадаһының Өфөлә үтеүе – Башҡортостандың милләт-ара берҙәмлекте, халыҡтар дуҫлығын үҫтереүгә һәм Рәсәйҙең берҙәмлеген нығытыуға индергән өлөшөн таныу ул. ШОС һәм БРИКС саммиттары кеүек халыҡ-ара кимәлдәге саралар уҙғарыу тәжрибәһенә эйә булған Башҡортостан, һис шикһеҙ, ошо яуаплы эште лә атҡара аласаҡ.

Читайте нас: