Тәүҙә район үҙәге һәм Исем урта мәктәптәрендә республикабыҙҙың төрлө ҡала-райондарынан килгән туған тел уҡытыусылары, әҙибәнең бай ҡомартҡыһын өйрәнгән уҡыусылар ҡатнашлығында конференция уҙғарылды. Унда конкурста юғары баһаланған дәрес эшкәртмәләренең практик өлгөләре, йәғни, асыҡ дәрестәр, яҙыусы ижадын төрлө яҡлап асҡан проекттар ҡаралды.
Өфө ҡунаҡтары Зәйнәб Абдулла ҡыҙының тыуған төйәге – Туйөмбәт ауылында урынлашҡан музейға сәйәхәт ҡылды. Артабан Балалар ижад үҙәге эргәһендәге яҙыусы бюсына сәскә һалғандан һуң, мәртәбәле сара район мәҙәниәт һарайында дауам итте.
Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев оло байрам төҫөн алған күркәм сараға килгән ҡунаҡтарҙы, конференцияла ҡатнашыусыларҙы ихлас тәбрикләп, З. Биишева исемендәге район әҙәби премияһын тапшырҙы.
Быйыл ул мәртәбәле премияға Гөлдәр Абдуллина - “Кугарчинские вести” гәзитендә оҙаҡ йылдар хаттар бүлеге мөдире вазифаһын намыҫлы башҡарған, хәҙер реклама һәм матбуғатҡа яҙылыу бүлеген етәкләй, журналистика өлкәһендәге емешле хеҙмәте, районыбыҙҙың “Күгәрсен районы. Үткәндәрҙе хәтерләп, хәҙергене баһалап, киләсәккә ышанып”, “Улар еребеҙҙе данланы” китаптарына тос өлөш индергәне өсөн;
Әкрәм Бейешев (үлгәндән һуң, 2003 йылдың октябрендә арабыҙҙан китте) – күренекле профессор, ғалим, 50 – нән ашыу фәнни эш авторы, күп милләтле республика халҡы араһындағы дуҫлыҡ, мәҙәни һәм рухи яҡтылыҡ идеялары менән һуғарылған әҫәрҙәре өсөн; Рәмил Мәжитов – Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, БР–ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева исемен һәм ижадын мәңгеләштереүгә тос өлөш индергәне өсөн – лайыҡ булдылар.
Рәмил Ғиниәт улы яҙыусы исемен популярлаштырыу һәм мәңгеләштереү маҡсатында Зәйнәб Биишева исемендәге йорт-музей төҙөү, премия булдырылыу тарихына туҡталып үтте, был юҫыҡта уның һәм Мортаза Рәхимовтың хеҙмәте, ысынлап та, баһалап бөткөһөҙ. Әкрәм Бейешев өсөн премияны уның улы – медицина фәндәре кандидаты, табип-гирудотерапевт Айҙар Ғәзизов алды. Һәр береһе хеҙмәтен баһалағандары өсөн бөтәһенә оло рәхмәт һүҙен еткерҙе. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн һәм юбилейы айҡанлы Зәйнәб Биишева исемендәге йорт-музей мөдире Зәбирә Кәримова Күгәрсен районының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Кисәнең хөрмәтле ҡунаҡтары – Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев һәм хеҙмәт ветераны, Мифтахетдин Аҡмулла, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты, “Халыҡтар дуҫлығы” ордены кавалеры Ләлә Биишеваның ихлас сығыштары сараның сағыу биҙәге булды. “Урал” хәйриә фонды вәкиле Ришат Зәйнәғәбдинов яҡташыбыҙ, республикабыҙҙың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың әҙибә тураһында яҙылған йылы һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе.
Профессор, филология фәндәре докторы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филология факультеты деканы Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситова конкурс йомғаҡтары менән таныштырып, еңеүселәрҙе сәхнә түренә саҡырҙы. Бәйгелә ҡатнашып, фәнни һәм ижади проекттары, дәрес эшкәртмәләре юғары баһаланғандар араһында күгәрсендәрҙең байтаҡ булыуы һөйөндөрҙө.
Ҙур күләмле, йөкмәткеле сара “аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы” туған телебеҙ, иҫ киткес бай йөкмәткеле әҙәбиәтебеҙ, күпте күргән, күпте кисергән халҡыбыҙ, милләтебеҙ киләсәген ҡайғыртып йәшәгән, ал-ял белмәйсә намыҫ менән ижад иткән ил инәһе, бөйөк әҙибә – Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева рухының һаман да халҡыбыҙ йөрәгендә йәшәүен тағы ла бер ҡат раҫланы.
Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.