Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
4 Март 2018, 21:48

Ҡурай Башҡортостандың территориаль бренды булараҡ теркәлде

2018 йылдың 1 мартында ҡурай Башҡортостандың территориаль бренды булараҡ теркәлде. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Башинформ» агентлығына Федераль интеллектуаль милек хеҙмәтенән патент алыуҙары хаында хәбәр итте.

ӨФӨ, 2018 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

2018 йылдың 1 мартында ҡурай Башҡортостандың территориаль бренды булараҡ теркәлде. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Башинформ» агентлығына Федераль интеллектуаль милек хеҙмәтенән патент алыуҙары хаында хәбәр итте.

Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова патент алыу тураһында яңылыҡты Федерация субъекттарында традицион тауарҙарҙы — «төбәк брендтарын» асыҡлау һәм уларҙы теркәү буйынса эште ойоштороу мәсьәләләре буйынса тематик осрашыуҙа иғлан итте. Сара Бөтә Рәсәй патент-техник китапханаһында уҙҙы һәм 250-нән ашыу ҡатнашыусыны, шул иҫәптән 40-тан күберәк төбәк вәкилдәрен йыйҙы.

«Беҙҙең осрашыу сенаторҙарға һәм төбәктәргә артабан да ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Шуға бәйле Федераль интеллектуаль милек хеҙмәтенең рәсми сайтында тауар килеп сыҡҡан урындың исемен хоҡуҡи яҡлауҙың актуаль мәсьәләләренә арналған махсус портал булдырылған», — тип хәбәр итте Лилиә Ғүмәрова.

Сенатор үҙ сығышында төбәктәрҙең географик урынға һәм быуындан быуынға тапшырыла килгән йолаларға бәйле үҙенсәлекле тауарҙары йәһәтенән юғары потенциалға эйә булыуҙарын билдәләне. Улар араһында «Башҡорт балы», «Хохлома», «Тула перәниге» бар.

Фекер алышыуҙа Федерация Советы ағзалары, Федераль интеллектуаль милек хеҙмәте етәксеһе Григорий Ивлиев, федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары, эксперттар берләшмәһе вәкилдәре, илебеҙҙең традицион тауарҙарын етештереүселәр ҡатнашты.
Читайте нас: