Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
20 Февраль 2018, 00:14

Өфөлә Зәйнәб Биишеваның 110 йыллығына тәүге тапҡыр үҙенең мәҡәләләре һәм уның хаҡында иҫтәлектәр баҫылды

Өфөлә «Китап» нәшриәтендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның 110 йыллығына китап баҫылып сыҡты. Йыйынтыҡҡа уның быға тиклем баҫылмаған мәҡәләләре, ижади портреттар, арнауҙар һәм Биишева хаҡында иҫтәлектәр ингән. Башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған күп кенә материалдар тәүгә донъя күрҙе.

ӨФӨ, 2018 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.
Өфөлә «Китап» нәшриәтендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның 110 йыллығына китап баҫылып сыҡты. Йыйынтыҡҡа уның быға тиклем баҫылмаған мәҡәләләре, ижади портреттар, арнауҙар һәм Биишева хаҡында иҫтәлектәр ингән. Башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған күп кенә материалдар тәүгә донъя күрҙе.

Яҙыусының китаптың беренсе бүлегендәге мәҡәләләре һәм очерктары ҙур иғтибарға лайыҡ. Мәҡәләләр 1943-1980 йылдарҙы үҙ эсенә ала. Улар башҡорт бейеүенә һәм Салауат Юлаев һәйкәленә, композитор Заһир Исмәғилевҡа, шағир, Советтар Союзы Геройы Муса Йәлилгә, яҙыусылар Һәҙиә Дәүләтшинаға, Сәғит Агишҡа, Һаҙи Таҡташҡа, йырсы Әсмә Шайморатоваға, бейеүсе Рәүилә Хажиеваға, хеҙмәт геройы Ләйлә Мәрҙәншинаға һәм башҡа билдәле мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә бағышланған.

Икенсе бүлектә Зәйнәб Биишеваның коллегалары һәм яҡындарының шиғри арнауҙары, иҫтәлектәре тупланған. Улар араһында — Зәйтүнә Шәрипова, Ғилемдар Рамазанов, Марат Минһажетдинов һәм башҡаларҙың тәүге тапҡыр баҫылған мәҡәләләре. Яҙыусының улы, ҙур ғалим-химик Тельман Әминевтың, ейәнсәре, әлеге көндә Чехияла йәшәгән йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәр Йәмилә Стехликованың очерктары айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Китаптың төҙөүсеһе һәм инеш һүҙ авторы — Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай.

«Китап өҫтөндә эш йылға яҡын барҙы. Республиканың Китап палатаһында, Башҡортостандың Милли китапханаһында, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы радиоархивында материалдар яйлап тупланды. Баҫма шуныһы менән үҙенсәлекле: ундағы материалдар: текстар, Зәйнәб Биишеваның ғаилә архивынан һирәк осраған фотоһүрәттәр, документтар тәүге тапҡыр донъя күрҙе», — тип һөйләне төҙөүсе.

Китап 1000 дана менән сыҡты. Исем туйы 7 февралдә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала уҙа.
Читайте нас: