Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
22 Ғинуар 2018, 17:25

«Ҡалдырма, әсәй!» китабы авторы Айгиз Баймөхәмәтов ҡарауһыҙ балалар хаҡында яңы әҫәр яҙған

Етемдәр тураһында «Ҡалдырма, әсәй!» китабы авторы Айгиз Баймөхәмәтов яңы әҫәр яҙған.

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Етемдәр тураһында «Ҡалдырма, әсәй!» китабы авторы Айгиз Баймөхәмәтов яңы әҫәр яҙған. Ул «Урам балалары» тип атала һәм ҡарауһыҙ ҡалған үҫмерҙәр тормошо хаҡында бәйән итә.

«Был әҫәремде 2013-2017 йылдарҙа яҙҙым. Урам балаларының тормошон ентекле өйрәндем. Балалар йортонда йәшәгәндә, үҫмерҙәр йыш ҡаса торғайны, кире ҡайтҡас, үҙҙәренең подвалда нисек көн күреүен һөйләй ине. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында СССР тарҡалғандан һуң улар күбәйҙе, яйлап был мәсьәләне хәл итеүгә өлгәшеү, яҡшы, әлбиттә, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына автор. — Шуныһы ғәжәп: башҡорт әҙәбиәтендә ошо темаға арналған бер генә әҫәр ҙә юҡ. Мин тағы ла бер тапҡыр ғаиләлә тәрбиәләнеү кеше өсөн ни тиклем мөһим икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алғым килә. Яңы китабым республикала иғлан ителгән Ғаилә йылына бағышланған».

Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» автобиографик повесы — иң күп данала баҫылған заманса башҡорт китабы. Байтаҡ телдәргә тәржемәләнгән. М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында һәм Х.Намсараев исемендәге Бүрәт драма театрында ошо повесть буйынса спектаклдәр сәхнәләштерелә. 2015 йылда автор Башҡортостандың Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булды. Йәш авторҙың икенсе китабы «Әкиәтһеҙ бала саҡ» тип атала.
Читайте нас: