

Уҙған быуаттың 80-се йылдарында Нуҡай 8 йыллыҡ мәктәбе электр менән йылытыуға күсә. Ҡаҙанлыҡта оператор булып Рафиҡов Хәләф Ғәйепйән улы, мәктәп ҡарауылсыһы, оператор булып Байғүбәков Барый Хөснөтдин улы, Хәсәнов Сулпан Закир улы эшләй.
1984 йылдарҙа, иҫке мәктәп яраҡһыҙ булыу сәбәпле, шул уҡ ихатала ҡарағай буранан яңы 9 йыллыҡ мәктәп төҙөлдө. Белем усағы электр менән йылытылды. Ул йылдарҙа Рафиҡов Рәхимйән Мәхийән улы директор булды.
2007 йылда Нуҡай ауылында ике ҡатлы бина – социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлдө. Төп дөйөм белем биреү мәктәбе лә шунда урынлаштырылды. Яңы мәктәп төҙөлгән осорҙа директор вазифаһын Ҡарабаев Әмерйән Сәлимйән улы башҡарҙы. Һуңынан Псәнчин Руслан Фәрит улы, Мансурова Рита Рафиҡ ҡыҙы, Мәүлетов Рәсүл Әбделғәзиз улы, Байғүбәков Рифат Риф улы директор булып эшләне. Яңы, яҡты мәктәптә Дауытова Әлфиә Абрар ҡыҙы, Ҡарабаева Гөлшат Сәлимгәрәй ҡыҙы, Дауытова Рабиға Дамир ҡыҙы, Бикбаева Раушания Мәхәмәт ҡыҙы, Ибраһимова Миләүшә Йәғәфәр ҡыҙы, Мырҙабулатов Ҡадир Бикмырҙа улы, Үтәғолова Зөлфиә Рәис ҡыҙы, Илмөхәмәтова Зилә Рәжәп ҡыҙы, Байғүбәков Рифат Риф улы, Байғүбәкова Эльвира Риф ҡыҙы, Мәүлетов Рәсүл Әбделғәзиз улы балаларға белем бирҙе. Байғүбәков Риф Зариф улы завхоз эшен башҡарҙы.
Яңы социаль-мәҙәни үҙәк, ауылға газ килеп етмәү сәбәпле, тәүҙә утын менән йылытылды, бер йылдан газға күсте. Бикбаев Ҡәнзәфәр Дамир улы, Булатов Баязит Әбделғәфәр улы, Сәлихов Хәлит, Рафиҡов Ирек Миңлеғәли улы, Рафиҡов Рәис Миңлеғәли улы һәм Әбйәлилов Рөстәм Нәсибулла улы оператор, Байғүбәков Барый Хөснөтдин улы ҡарауылсы эшен башҡарҙы.
***
Мәктәбебеҙ балаларҙың шәхес булараҡ формалашыуында ҙур роль уйнаны. Советтар Союзы осоронда октябряттар, пионерҙар һәм комсомол ойошмалары көслө, йәнле эшләп килде. Беренсе класс уҡыусыларын октябряттар сафына алыу тантанаһы Октябрь байрамына тура килтерелә ине. Яҡшы, тырышып уҡыған өсөнсө класс балаларына пионерҙар галстугы тағылды. Комсомолға алыныу, значоктар тағыу үҙе бер ҙур мәртәбә булып торҙо.
Нуҡай мәктәбендә уҡыу барышында аҙна һайын бер класс дежур итте. Улар аҙна буйы мәктәптә тәртип менән таҙалыҡты һаҡлап, һуңынан һөҙөмтәләр яһап, “Ҡармаҡ” исемле стена гәзите сығарҙы. Һәр кластың һайлап ҡуйылған үҙ мөхәррире, рәссамы булды.
Даими рәүештә радиоузель эшләне, һәр кластың дикторҙары уҡыусыларҙың яңылыҡтары – уҡыу, тәртип, “Тимур командаһы”ның эштәре, фермаға барып ярҙам итеү тураһында һөйләй торғайны.
В.И.Лениндың тыуған көнөнә арналған саралар, 19 майҙа пионерҙар слеты, шулай уҡ пионер, комсомол йыйылыштары даими үкәрелеп торҙо.
Өлкән класс уҡыусылары октябряттарҙы шефлыҡҡа алып, вожатый булып ихлас йөрөнөләр. Уҡыусылар араһындағы был күҙгә күренмәгән эштәрҙе өлкән вожатый Йәнбәтова Рәмилә етәкләне. Көҫәпова Миңзифа Зәйнулла ҡыҙы ла 12 йыл (1974-1986 й.) өлкән пионервожатый булды.
Һәр отряд, дружина ниндәйҙер геройҙың исемен йөрөттө, үҙҙәренең девиздары булды. Яҡшы уҡыған пионерҙар байрамдарҙа дружинаның флагын тотоп, борғо ҡысҡыртып, барабан һуғып, тантаналы рәүештә үтә торғайны.
Уҡыу йылы барышында яҙын, көҙөн пионерҙарҙы комсомол сафына алыу тантанаһы үтте. Пионерҙар ҡыуана-ҡыуана комсомол уставын ятланылар. Комсорглыҡҡа һәм комсомол комитетына әүҙем уҡыусылар һайланды.
Ғөмүмән, балалар мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәне. Ярыша-ярыша уҡып, макулатура, металлолом йыйып, алдынғылыҡты яулау өсөн йәнле ярыш барҙы.
***
Нуҡай мәктәбенән бик күп арҙаҡлы шәхестәр сыҡҡан: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Байморатов Вәли Ғәбит улы, ракета бригадаһының дивизия командиры Әҙелғужин Ғайса Ғилмулла улы, запастағы полковник Көҫәпов Рәүф Миңнулла улы, атом һыу аҫты кәмәләре дивизияһы командиры Нурмөхәмәтов Рәфис Ишмырҙа улы, подполковник Ҡарабаев Шакирйән Шәйхетдин улы, Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе Байгилдин Сөнғәтулла Зәйнулла улы, СССР Юғары Советы Президиумы Указы буйынса Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланған Көҫәпов Сәит Мөхәмәҙи улы, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Һөйөндөков Рәшит Ғәлимйән улы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Әлимғужин Фәрид Муллахмәт улы, III дәрәжә Хеҙмәт даны ордены кавалеры Илмөхәмәтов Ғәлим Мырҙағәле улы, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы Байғүбәкова Хәзирә Зариф ҡыҙы һ.б.
Төрлө йылдарҙа районыбыҙҙа етәксе вазифаларҙа эшләгән Итҡолов Юнир Рәфҡәт улы менән Әлибаева Гүзәл Ғибаҙулла ҡыҙы ла беҙҙең мәктәбебеҙ ғорурлығы, улар тыуған ауылын, мәктәбен онотмайҙар. Мәсет төҙөгәндә матди ярҙамдары ҙур булды. Ауылда үткән сараларға ла ярҙам итәләр, мәҫәлән, Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйете байрамдары уларҙың күстәнәсһеҙ үтмәй.
***
Борон-борондан беҙҙең башҡорт халҡы белемле, ғилемле кешеләрҙе ҙурлаған, хөрмәт иткән. Уҡытыусылар ауыл халҡына, уҡыусыларына үрнәк булып торған. Уларҙың бер нисәүһен телгә алып китмәһәк яҙыҡ булыр...
Булатов Миңлеәхмәт Вәлиәхмәт улы ябай колхозсы ғаиләһендә тыуып үҫә. Армияға тиклем Мораҡ педучилищеһында белем ала, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ситтән тороп Бөрө педагогия институтының химия, биология факультетын тамамлай. Ғүмер буйы ошо фәндәрҙән ентекле, төплө белем бирҙе.
Миңлеәхмәт Вәлиәхмәт улы ябай уҡытыусы ғына булманы, үҙ өҫтөнә оло яуаплылыҡ алып, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып та эшләне, Салауат исемендәге бүлексәнең парторгы булараҡ, халыҡты сәйәси мәғлүмәттәр менән таныштырҙы, һайлауҙарға агитаторҙар әҙерләне.
Ул директор булған осорҙа уҡытыусылар “контроль һауымға” йөрөнө: аҙна һайын һәр класс етәксеһе үҙенең уҡыусылары менән фермаға барып, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеп, һуңынан һығымта яһап, “Боевой лист” сығарып, малсылар алдында концерт ҡуялар ине.
Бакирова Роза Абдулла ҡыҙы Юлдыбай ауылында тыуып үҫә. Атаһы Абдулла Хөснулла улы ауыл мәктәбендә директор булып эшләй. Ул һуғышҡа киткәндә Роза Абдулла ҡыҙына 2 йәш кенә була. Башҡорт мәктәбен тамамлағандан һуң Мораҡ педагогия училищеһында белем ала һәм Яҡшембәт мәктәбендә уҡыта. 1970 йылдарҙа Нуҡай мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Ул оҙаҡ йылдар рус теле һәм әҙәбиәтенән дә уҡытты.
Рафиҡов Миңлеғәле Кинйәғәле улы Нуҡай ауылында ябай колхозсылар ғаиләһендә тыуып үҫә. Өс йыл ярым Тымыҡ океанда моряк булып хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Мораҡ педагогия училищеһында уҡый. Һуңынан Сибай ҡалаһында белемен камиллаштыра, хеҙмәт һәм физкультура дәрестәренән уҡыта. Мәктәптең фанера кабиналы иҫке “ЗИС – 5” машинаһының алыштырғыһыҙ шоферы ла була.
Миңлеғәле Кинйәғәле улы уҡытыусыларҙы, техник хеҙмәткәрҙәрҙе, 5-8-се класс уҡыусыларын тейәп урманға утын әҙерләргә йөрөтә торғайны. “Балта, ҡул бысҡыларын, ашамлыҡтарҙы, ҡаҙан-күнәктәрҙе тейәп, машина ҡуҙғалыу менән йырлай-йырлай китер ине”, - тип хәтерләйҙәр Нуҡай мәктәбен тамамлаусылар.
Миңзифа КӨҪӘПОВА,
Наилә ЙӘҒӘФӘРОВА.
Фотолар шәхси архивтарҙан алынды.
(Дауамы була).