

Быйыл гимназияның 11-се класын тамамлаған 33 уҡыусының ун дүрте уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн I һәм II дәрәжә - алтын һәм көмөш миҙалдарға лайыҡ булған..Бына улар: Әлфинә Мозафарова, Ленара Азаматова, Динар Вәлитов, Гөлназ Ғүмәрова, Дарья Дзюбо, Аделя Халиҡова, Рөстәм Юланов, Әминә Юскаева, Арыҫлан Сәйетбатталов, Нәзилә Аҡназарова, Арина Дауытова, Гүзәл Сәйфетдинова, Руслан Кирилин, Әлмира Йосопова. Әйткәндәй, уларға төрлө фәндәрҙән айырым уңыштары өсөн Маҡтау грамоталары ла бирелде.
Ғөмүмән, Башҡортостандың тәүге Президенты М.Рәхимов исемен бушҡа йөрөтмәй белем усағы. Гимназия директоры Фәйрүзә Азамат ҡыҙы Ибраһимова ҡулынан төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, ярыштарҙа һәм башҡа сараларҙа әүҙем ҡатнашҡаны, призлы урындар яулағаны өсөн маҡтау грамоталары алған уҡыусыларҙың күплеге нәҡ шуны раҫланы. Әйткәндәй, тырыш улдар-ҡыҙҙар үҫтергән ата-әсәләргә лә рәхмәт хаттары тапшырылды.
Гимназистар 11 йыл буйына үҙҙәренә төплө белем һәм ныҡлы тәрбиә биргән, һәләттәрен төрлө яҡлап асҡан, ҡанат ҡуйған, оло еңеүҙәргә дәртләндергән, асыштарға этәргән остаздары өсөн “Мәктәп оскары” булдырған. Улар ҡәҙерле уҡытыусыларына “Ҙур корабль капитаны”, “Мәктәп эштәрен ойоштороу генийы”, “Мәктәп саралары режиссеры”, “Сығарылыш вальсы маэстроһы”, “Спорт залы лидеры”, “Һөнәрҙәр остазы” кеүек статуэткалар тапшырып, оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.