

Район мәктәптәре йөҙ ҙә ун ете 11-се класс уҡыусыһын оло тормош юлына сығарҙы. Улар менән бер рәттән өс йөҙ ҙә етмеш һигеҙ 9-сы класс уҡыусыһы өсөн дә Һуңғы ҡыңғырау яңғыраны.
Быйыл М.Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһы үҙенең 33 ҡошсоғон осора – 11-се “а” класын 11 (класс етәксеһе - Ҡорбанаева Вәсилә Зиннур ҡыҙы)
, 11-се “б”класын (класс етәксеһе - Ғүмәров Алик Роберт улы) 22 егет-ҡыҙ тамамлай. Районыбыҙҙың алдынғы уҡыу йортондағы тантана ғәҙәттәгесә Башҡортостан һәм Рәсәй гимндары менән башланды. Рәсәй, Башҡортостан һәм Күгәрсен районы флагын күтәреү хоҡуғы уҡыу алдынғыларына - 11-се “а” һәм “б” класы уҡыусылары Арыҫлан Сәйетбатталовҡа, Розалина Иҫәнбаеваға һәм Ленара Азаматоваға тапшырылды.
Гимназия директоры Фәйрүзә Ибраһимова сығарылыш уҡыусыларын ихлас ҡотланы, хоҡуҡ буйынса уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының абсолют еңеүсеһе, шулай уҡ география, тарих һәм иҡтисад буйынса төбәк этабы призеры Иҙел Исҡужинға ( 9-сы “ш”класы), инглиз теле буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы призеры Арслан Сәйетбаталовҡа (11-се “б” класы), уҡыусыларҙың хоҡуҡ буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы призеры Радмил Ғөбәйҙуллинға Маҡтау грамотаһытапшырҙы.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Сәйфуллин да үҙе һәм район башлығы исеменән уҡыусыларға үҙенең иң изге теләктәрен еткерҙе.
Быйылғы ун беренселәрҙең һәм туғыҙынсыларҙың тәүге уҡытыусылары исеменән Садиҡова Әлиә Ғәфүр ҡыҙы сығыш яһаны, ата-әсәләр исеменән Вера Соколова рәхмәт һәм тәбрикләү һүҙҙәрен әйтте.
Сарала шулай уҡ 2036 йылда буласаҡ сығарылыш класс уҡыусылары – беренселәр ҡатнашты. Улар быйыл мәктәпте тамамлаған апай-ағайҙарына шиғырҙар һөйләп ишеттерҙе, теләктәр яҙылған ҡағыҙ самолеттар тапшырҙы. Сығарылыш класс егет-ҡыҙҙары ла яуапһыҙ ҡалманы, шайморатовсылар “Мәктәп йылдары” йырын йырлап, вальста өйөрөлдө, 11-селәр гитара моңо аҫтында йыр йырлап ишеттерҙе. Гимназияның символик асҡысын Богдан Вәлиев 10-сы класс уҡыусыһы Наилгә тапшырҙы.
“Артабан 11-селәр менән 9-сылар – ата-әсәләрҙең йөрәктәрен һағышҡа һалып, бала саҡтың һуңғы вальсына өйөрөлдө.
11-се “б”класы уҡыусыһы Руслан Кириллин менән 1-се “б”класы уҡыусыһы Алтынай Мырҙабулатова һуңғы ҡыңғырау яңғыратты.
***
Ошо уҡ көндө кис Мораҡ башҡорт гимназияһының, Мораҡ 1-се, Йомағужа 1-се, 2-се, Исем, Теләүембәт, Тәүәкән, Волостновка урта мәктәптәренең сығарылыш класс уҡыусылары Мораҡ ауылының З.Биишева исемендәге ял паркына “Яҙғы бал”ға йыйылды.