

"Хәҙер инде беҙҙең арабыҙҙан киткән Шамил кейәүем менән Илиза һылыуым ошо ауылдың матур һәм абруйлы ғаиләләренең береһе булып торҙо. Бар яҡлап та уңған, татыу пар ауыл тормошоноң бөтә нескәлектәрен үҙ иңдәрендә татынылар: өй һалдылар, мал аҫранылар, бесән эшләнеләр, утын әҙерләнеләр, унан һуң газ индерҙеләр, картуф, баҡса үҫтерҙеләр, балалар үҫтерҙеләр, уларҙы уҡыттылар, башлы-күҙле иттеләр, унан ейәндәр ҡараштылар... Ошо һәм башҡа эштәрҙе улар һәр ваҡыт бергәләп, еренә еткереп башҡарҙылар. Өйҙә лә, ишек алдында ла бөтә нәмә тәртиптә, төптән уйлап эшләнелгән, балаларына ла шундай талаптар ҡуйып, аҡыллы итеп үҫтерҙеләр, юғары белем алырға ярҙам иттеләр, оло тормош юлына сығарҙылар.
“Ҡыҙыл Байраҡ” колхозында иретеп-йәбештереүсе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Шамил кейәү, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәңгелек йортона иртә күсте. Илиза һылыуым был юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙе, шулай ҙа бөгөлөп төшмәне, балаларына таянды, үҙе лә уларға терәк-таяныс булды.Туғандарға, күрше-тирәләренә, ауылдаштарына ла ҙур рәхмәт, уны яңғыҙ ҡалдырманылар, ярҙам ҡулын һуҙып торалар", - ти педагогик хеҙмәт ветераны Хәлиҙә апай Бикҡолова.
Йәнбәковтар өс бала үҫтергән. Ҡыҙҙары – Зөһрә менән Зинира ғаиләләре менән Салауат ҡалаһында йәшәй. Зөһрә - Салауат телевидениеһы хәбәрсеһе, Зинира – балалар баҡсаһында тәрбиәсе, Риф менән Рөстәм кейәүҙәр вахта ысулы менән эшләйҙәр. Икешәр бала тәрбиәләйҙәр.
Берҙән-бер улдары Илшат менән Ләйсән килен Мораҡта төпләнгәндәр, улар бер улға ғүмер биргәндәр.