Ишембай районының Сәлих ауылында тыуып үҫкән Алһыу Мөхәррәм ҡыҙының ғүмерен балаларға белем биреүгә арнауы осраҡлы түгел. Уҡытыусы һөнәре улар ғаиләһендә быуындан-быуынға күсеп килә. Алһыу дөйөм педагогик стажы 540 йылға яҡын булған Минһажетдиновтар династияһының дүртенсе быуын вәкиле. 1910 йылда Алһыуҙың ҡарт олатаһы Учалы районының Ҡобағош ауылы уҙаманы Хәләф Минһажетдинов олатаһының йортонда балалар уҡыта башлай, әммә халҡының хоҡуғы, ирке өсөн көрәшкән, башҡорттар араһында грамоталы кадрҙар әҙерләргә тырышҡан Хәләф Минһажетдинов нахаҡҡа ғәйепләнеп, 46 йәшендә генә һәләк була, репрессия ҡорбанының исеме 1968 йылда ғына аҡлана. Хәләфтең юлын балалары Марат, Жәүәт һәм Рауза дауам итә. Жәүәт Хәләф улы -Алһыуҙың олатаһы. Уны заманында Учалы районының Ҡобағош ауылы халҡы оло ихтирам менән хәлфә тип йөрөткән. Ауылда мәктәп булмаһа ла, һөнәренә тоғро Жәүәт балаларҙы үҙенең йортонда уҡытҡан. Иң ҡыуаныслыһы – мөғәллим Хәләфтең тиҫтәнән ашыу ейән-ейәнсәре юғары белемгә эйә булып, күбеһе педагог юлын һайлай.Улар араһында Алһыуҙың әсәһе Әлмира Жәүәт ҡыҙы ла бар, ул дүрт тиҫтә йылға яҡын ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнай, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры вазифаһын башҡара.
Бәләкәйҙән әсәһенең уҡытыусылыҡ эшен яратып башҡарыуын күреп үҫкән ҡыҙ ҙа үҙен киләсәктә тап ошо өлкәлә күрә. “Туған телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға һөйөүҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булған әсәйем тәрбиәләне. Шуға ла мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау торманы. Әсәйем кеүек балаларға белем биргем, мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәгем килде”, - ти ул.
Шулай итеп, тырыш ҡыҙ һис бер икеләнеүһеҙ Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһына юллана, филология факультетына уҡырға инә һәм яҡты хыялдарына юл һалыусы, күңеленә ятҡан һөнәренә юл ярыусы күңелле лә, мауыҡтырғыс та студент тормошона сума. Маҡсаттарына ҡыйыу ынтылған һәм төплө белем алырға тип килгән ҡыҙ бында ла тырышып уҡый, төрлө конкурс, конференцияларға ҡатнаша, үҙен әүҙем студенттарҙың береһе итеп таныта. Тырыш ҡыҙ юғары уҡыу йортон ҡыҙыл димломға тамамлап, һөнәрле белгес булып сыға.
Диплом алған йыл Алһыу Мөхәррәм ҡыҙы өсөн шатлыҡлы, иҫтәлекле ваҡиғаларға бай була. Ошо уҡ йылдың йәйендә ул һөйгәне, беренсе курстан алып дуҫлашҡан Күгәрсен районының Мораҡ ауылы егете Илнур Ғарифйән улы Бикбаев менән ғаилә ҡора, йәштәр егеттең тыуған ауылында төпләнә. Һәм йәш белгес үҙенең хеҙмәт юлын Мораҡ 1-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай.
- Тәүге тапҡыр дәрестәр үткәргән мәлемде әле лә хәтерләйем, ныҡ тулҡынлана торғайным. Мәктәптә уҡыта башлаған тәүге генә көндәр. Баҫҡыстан өҫкө ҡатҡа күтәрелеп барам. Шунда бер өлкән класс уҡыусыһы мне уҡыусы типтер инде сәсемдән тартып китте, - тип яңы эш башлаған мәлдәрен иҫләп көлдөрөп тә алды әңгәмәсем. – Уҡыу уҡыу инде, эшләп китеүе бөтөнләй икенсе. Һөнәребеҙҙең бөтә нескәлектәренә өйрәткән, мине шунда уҡ әйҙәп алып киткән өлкән коллегаларыма – Гүзәл Мөхлис ҡыҙы Сәхибгәрәеваға, Зөлфиә Фәйзулла ҡыҙы ҡыҙы Илмөхәмәтоваға, Фирҙәүес Хәсән ҡыҙы Хәбибуллинаға бик рәхмәтлемен, - тип остаздарын хөрмәтләп телгә алды ул.
Хәҙер Алһыу Мөхәррәм ҡыҙының район үҙәгенең иң ҙур белем усаҡтарының береһендә эшләй башлауына егерме йылға ваҡыт үткән, ул апаруҡ тәжрибә туплаған, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһын яҡшы белгән, коллективта үҙ кешегә әйләнгән өмөтлө уҡытыусыларҙың береһе. Һәр эште еренә еткереп башҡарған, үҙен көслө филолог итеп танытҡан белгескә башҡорт теле дәрестәрен генә түгел, рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен дә ышанып биргәндәр.
Уҡыусылары менән район, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, призлы урындар ҙа алалар. “Балалар бәйгеләрҙә йәки конференцияларҙа ҡатнашһа, предметҡа ҡыҙыҡһыныуы арта. Әлбиттә, башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, төп маҡсатым –уҡыусыларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү, уларҙы күберәк башҡортса аралаштырыу, рус һәм башҡа милләт балаларында башҡорт теленә ихтирам тойғоһон уятыу”, - ти Алһыу Мөхәррәм ҡыҙы.
Тырыш һәм үҙ өҫтөндә даими эшләүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған уҡытыусы үҙе лә төрлө һөнәри бәйгеләрҙә ихлас ҡатнаша һәм еңеүҙәргә өлгәшә. 2021 йылда “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”бәйгеһенең муниципаль этабында еңеү яулап, республика кимәлендә район данын яҡлай. Төбәк-ара статусына эйә булған, төрлө район-ҡалаларҙан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән килгән 70-тән ашыу уҡытыусы араһында көс һынашып, “Педагогик өмөт” номинацияһында еңеү яулай.
- Һөнәри конкурста ҡатнашыу – минең өсөн ҙур тәжрибә булды. Рухлы, тәжрибәле, көслө, яңы идеялар менән янып торған уҡытыусылар менән таныштым. Уңыштарға килгәндә инде уларҙы мин үҙемдең генә уңышым тип түгел, бала саҡтан туған телемә һөйөү тәрбиәләгән әсә-атайым, олатайым, институт йылдарында белем асҡыстары биргән остаздарымдың ҡаҙанышы ла тип ҡабул итәм. Бәйгелә ҡатнашыу ул бер генә кеше атҡарып сыға торған эш түгел. Ғаиләңдә, мәктәбеңдә һине аңлап, ярҙам итеп торған саҡта ғына яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеп була. Мине аңлаған, һәр саҡ терәк булған иремә, яҡындарыма, хеҙмәттәштәремә ҙур рәхмәт, - ти ул.
Ошо мәртәбәле бәйгелә ҡатнашыу Алһыу Мөхәррәм ҡыҙы өсөн тағы ла яңы мөмкинлектәр аса. Төплө белемле, тырыш уҡытыусыны БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы Әбүталипова аспирантураға уҡырға саҡыра. Алһыу Мөхәррәм ҡыҙы фәнде төплөрәк өйрәнеү, телдең нескәлектәренә нығыраҡ төшөнөү өсөн башкөлләй яңынан фән донъяһына сума. Ошо осорҙа фән өлкәһендәге абруйлы журналдарҙа уның 19 фәнни эше баҫыла. “Башҡортостан уҡытыусыһы”журналында дәрес өлгөһө донъя күрә.
2021 йылда Алһыу Мөхәррәм ҡыҙы “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары” республика конкурсында еңеүсе исемен яулап, БР Хөкүмәтенең 50 мең һумлыҡ грантына ла лайыҡ була.
Шулай уҡ Алһыу Бикбаева республиканың башҡорт теле һәм әҙәбиәте ассоциацияһы, төбәктең методик активының әүҙем ағзаһы булып тора, ассоциация һәм методик актив тәжрибә уртаҡлашыу, оҫталыҡ дәрестәре менән бүлешеү, уҡытыусыларға төрлө йүнәлештә ярҙам күрһәтеү майҙансығы булараҡ республиканың иң әүҙем уҡытыусыларын бер ҡорға йыйған. Алһыу Мөхәррәм ҡыҙы мәктәп, район тормошонда ғына түгел, ә республиканың көслө, рухлы мәғариф йәмәғәтселеге менән аралашып, улар менән бер тулҡында булып, ҡайнап йәшәй.
Ул ғына түгел, республиканың тел уҡытыусылары араһында ихтирам яулаған уҡытыусы райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһен дә етәкләй
Үҙ һөнәрен яратып, бөтә күңелен һалып башҡарған Алһыу Мөхәррәм ҡыҙының белем биреү өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте БР Мәғариф министрлығының, район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән билдәләнгән.
Эше менән дә, булмышы менән дә күркәм Алһыу Мөхәррәм ҡыҙы ғаиләһендә лә бик бәхетле. Мораҡ ауылы егете Илнур Ғарифйән улы менән ғаилә ҡороп, инде-иңгә терәшеп йәшәүҙәренә лә 20 йылға яҡын ваҡыт үтеп киткән. Буласаҡ тормош иптәше менән ул “йәшлек” ҡалаһы – Стәрлетамаҡта таныша, ул саҡта Алһыу беренсе курста уҡып йөрөһә, егеттең Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының физика-математика факультетында 3-сө курста белем алған сағы була. Ике йәш йөрәк байтаҡ ҡына дуҫлашып йөрөгәндән һуң, сәстәрен-сәскә бәйләй. Әле Илнур Ғарифйән улы райондың полиция хеҙмәтендә яуаплы вазифа биләй, район эске эштәр бүлегенең начальник урынбаҫары булып хеҙмәт итә, полиция подполковнигы. Йәш ғаиләнең ырыҫын арттырып, донъяларын нурға күмеп ике балалары үҫә. Өлкәндәре Илмир Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 10-сы класында белем ала, физик яҡтан ныҡлы, көслө булып, һәр яҡлап сынығып үҫергә теләгән егет бокс түңәрәгендә шөғөлләнә, мәктәптең баскетбол командаһы составында уйнай. Үҙенең һәләттәрен төрлө яҡлап асырға теләгән егет З.Биишева исемендәге Мораҡ сәнғәт мәктәбенең аккордеон класын да тамамлаған. Теүәл фәндәрҙе үҙ иткән егет киләсәктә ошо йүнәлеш буйынса китергә уйлай. Ҡыҙҙары Алина ошо уҡ белем усағының 6-сы кадет класында белем ала. Музыкаға, йыр-моңға ғашиҡ ҡыҙ сәнғәт мәктәбенең хор бүлегендә шөғөлләнә, мәктәптә, районда уҙғарылған сараларҙың уртаһында ҡайнай. Яҡшы уҡый ҙа ул, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша, әле яңыраҡ “Кейекбаев уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһында класташы Кира Мансурова менән 1-се урын яулағандар.
Эштәренең тынғыһыҙ һәм ауыр булыуына ҡарамаҫтан, улар һөйөклөләрен иғтибар-хәстәренән, һөйөү-наҙынан мәхрүм итмәй. Йәшлек дәртен эшкә егеп өйөндә лә, эшендә лә өлгөргән матур пар күркәм йорт та һалып сыҡҡан, матур итеп донъя көтәләр.
Райондың тотҡаһы булған бына шундай төплө белемле, алдынғы ҡарашлы һоҡланғыс парҙар ауылыбыҙҙы балҡытып, йәмләп, башҡаларҙы һоҡландырып, ата-әсәһен, туғандарын ҡыуандырып артабан да гөрләтеп йәшәһен!