Мораҙым
-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
12 Декабрь 2025, 18:50

Зирәктәр һәм етеҙҙәр көс һынашты

Яңыраҡ Мортаза Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһы һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе базаһында шахмат уйындары һәм өҫтәл теннисы буйынса ярыштар үтте. Мәғариф ойошмалары эшсәндәре араһында уҙған һәм үҙ эсенә спорттың биш төрөн – шахмат, өҫтәл теннисы, йөҙөү, волейбол һәм саңғы ярыштарын алған ҡышҡы спартакиада шулай башланды.

Зирәктәр һәм етеҙҙәр көс һынашты
Зирәктәр һәм етеҙҙәр көс һынашты

 Спорт һөйөүселәрҙе бер урынға туплаусы спартакиада тантаналы рәүештә асылды. Мәғариф бүлеге начальнигы  Рәсүл Әхмәтйәнов профсоюздың мәғариф ойошмалары менән тығыҙ, берҙәм хеҙмәттәшлеген билдәләп, профсоюз тормошонда әүҙемлек күрһәткәндәргә, хеҙмәттә лә, спортта ла һынатмағандарға оло рәхмәтен еткерҙе. Урындағы мәғариф эшсәндәре профсоюзы спорт ярыштарында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, уларға уңыштар, яңы еңеүҙәр теләне.

 Был ярыштарҙа бөтәһе 12 белем ойошмаһы ҡатнашты. Өҫтәл теннисы буйынса уйындарҙа беренселек өсөн “көрәш” ҡыҙыу барҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-аттар араһында иң оҫта өсәү билдәләнде. Лайыҡлы 1-се урынды Дмитрий Евсеев (Мораҡ 1-се урта мәктәбе) һәм Татьяна Надеина (Воскресенк мәктәбе) яулаһа, 2-се урынға Илдар Аҡназаров (М.Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһы) һәм Зөлфирә Ишҡыуатова ( Мораҡ 1-се урта мәктәбе), ә 3-сө урынға Мансур Әбүкәев (Йомағужа 1-се урта мәктәбе) менән Маргарита Ермолаева (Волостновка мәктәбе) сыҡты.

 Һөҙөмтәлә теннис буйынса ярышта командалар араһында беренселекте Мораҡ 1-се урта мәктәбе, 2-се урынды М.Ғ.Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһы, 3-сө урынды Воскресенск ауылы мәктәбе яуланы.

 Зирәктәр, төплө аҡыллылар уйыны – шахмат буйынса ярыштар ҙа көсөргәнешле барҙы. Көслө заттар араһында “алтын”ды Айнур Хәйеров (Йомағужа 1-се урта мәктәбе) яулаһа, “көмөш”тө Наил Сәлихов (Яңы Хвалын урта мәктәбе), “баҡыр”ҙы Айрат Байназаров (Волостновка мәктәбе) алды.

 Ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң-иң зирәге Екатерина Хандошко (Воскресенск мәктәбе) булып сыҡты. “Көмөш” миҙалға Рәсимә Болғаирова (Мораҡ 1-се урта мәктәбе) һәм “баҡыр”ға Светлана Толкун (Йомағужа 2-се урта мәктәбе) эйә булды. Команда иҫәбендә шахмат буйынса беренселек Йомағужа 1-се урта мәктәбендә булһа, 2-се урын – Волостновка мәктәбендә, 3-сө урын – М.Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһында.

 Ярыштарҙа ҡатнашыусылар гимназия ашнаҡсылары әҙерләгән тәмле төшкө аштан ауыҙ итте. Еңеүселәр, призёрҙар маҡтау ҡағыҙҙары һәм миҙалдар менән бүләкләнде.

 Район профсоюз ойошмаһы рәйесе Рәфҡәт Мырҙабаев спорт һөйөүсе мәғариф эшсәндәренә фәһемле спорт уйындарында ҡатнашҡандары өсөн оло рәхмәтен белдерҙе һәм артабан хеҙмәттәшлектә лә әүҙем булыуҙарын, эштәрендә, спортта уңыштар теләне.

 Ҡышҡы спартакиада старт алды. Яңы 2026 йылға аяҡ баҫҡас дауам итәсәк спорт ярыштарында ла тынғыһыҙ мәғариф эшсәндәре һынатмаҫ әле. Балаларға белем биреп кенә ҡалмай, таһыллыҡта, спортта, физик ныҡлыҡта тирә-яҡҡа өлгө булып, йәштәрҙе лә, үҫеп килеүсе быуынды ла һау-сәләмәт йәшәү рәүешенә, спортҡа йәлеп итә бит улар.

Автор: Гульшат Саитбаталова
Читайте нас