Мораҙым
-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
24 Ноябрь 2025, 11:50

Туған телгә һөйөү уята

БР Мәғарифты үҫтереү институтында “Башҡортостан Республикаһының төбәк һәм этномәҙәни үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыуҙы тәьмин иткән иң яҡшы уҡытыу-методик комплекттар” конкурсы үтте.

Туған телгә һөйөү уята
Туған телгә һөйөү уята

Унда мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм башланғыс дөйөм, төп дөйөм, урта дөйөм белем биреүҙең төп белем биреү программаларын үҙләштергән уҡыусылар өсөн “Урал батыр” эпосын өйрәнеү буйынса белем биреү программаһы һәм дидактик материалдар номинацияһында Мораҡ ауылындағы “Шишмәкәй” балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы Ишкилдина Нәзирә Шәйхислам ҡыҙы ҡатнашты һәм Мәғариф министрлығының сертификаты менән бүләкләнде.
 Кескәйҙәрҙә туған телгә ҡарата һөйөү уятыусы Нәзирә Шәйхислам ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия һәм бай мәҙәни традицияларҙы һаҡлап ҡалыу юлында илһам теләйбеҙ.

Автор: Гульназ Саитбатталова
Читайте нас