Мораҙым
-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
19 Ноябрь 2025, 14:50

“Уралҡай”ҙа “Аҡбуҙат” проекты тормошҡа ашырыла

“Уралҡай” балалар баҡсаһында “Аҡбуҙат” проекты эшләй башланы. Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн белем биреү проекты башҡорт телен һаҡлауға һәм өйрәнеүгә йүнәлтелгән. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

“Уралҡай”ҙа “Аҡбуҙат” проекты тормошҡа ашырыла
“Уралҡай”ҙа “Аҡбуҙат” проекты тормошҡа ашырыла

  Проекттың маҡсаты - мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың башҡорт телен, тел мәҙәниәтен белеү кимәлен күтәреү, шулай уҡ милли балалар баҡсаларында белем биреү эшмәкәрлеген камиллаштырыу.

  Проект ете модуль аша тормошҡа ашырыла:

“Ғаиләм” - башҡорт халҡының традицион ғаилә ҡиммәттәренә арналған;

“Уйнайыҡ” - уйын формалары ярҙамында тел компетенцияларын үҫтереү;

“Аралаш” - телмәрҙе башҡорт телендә бирелгән темалар буйынса диалогтар аша үҫтереү. Балалар театрҙарын һәм мультстудияларҙы ойоштороу;

“100 һүҙ” - иң күп ҡулланылған 100 башҡорт һүҙен билдәләү, 100 һүҙҙе үҙләштереү һәм нығытыу;

“Бейейек” - башҡорт халыҡ бейеүҙәре менән танышыу, милли бейеүҙәр буйынса түңәрәктәр ойоштороу;

“Полиглот” - бер сит телдә һәм башҡорт телендә дәрестәр ойоштороу, донъя халыҡтары мәҙәниәте менән танышыу, телмәр компетенцияларын үҫтереү;

“Атайсал” - балаларҙы Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте, уның территорияһында йәшәгән халыҡтар, географик (туристик) объекттар, ҡаҙаныштар менән таныштырыу.

  Был проектта балалар баҡсаһының өс төркөмө ҡатнашасаҡ. “Бәпембә” кескәйҙәр төркөмөндә  (тәрбиәсеһе - Ә.Һ.Айытҡолова)  - “Ғаиләм”, “Уйнайыҡ”, “Ҡояшҡай” уртансылар төркөмөндә (Л.Ҡ.Ижбаева) - “Ғаиләм”, “Уйнайыҡ” , “Аралаш”, “100 һүҙ”, “Аҡ сәскә” өлкәндәр төркөмөндә (Ф.Х. Хөсәйенова)  “Ғаиләм”, “Уйнайыҡ” , “Аралаш”, “100 һүҙ”, “Бейейек”, “Полиглот”, “Атайсал” модулдәре тормошҡа ашырыласаҡ.

  Был проектҡа ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Башҡорт телен үҫтереүгә һәм һаҡлауға ҙур аҙым булыр тип ышанабыҙ.

Гәүһәр БОЛҒАИРОВА,  “Уралҡай” балалар баҡсаһының

башҡорт теле уҡытыусыһы.

Мораҡ ауылы.

Автор: Гульназ Саитбатталова
Читайте нас