Яңы башланғыс ауыл мәктәптәре директорҙарын һөнәри уңышҡа дәртләндереүгә һәм республиканың алыҫ райондарында белем биреү учреждениеһы етәксеһе һөнәренең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән. Аҡса йыл һайын республика бюджетынан махсус ойошторолған конкурста еңеүсе тип танылған белем биреү ойошмаларының иң яҡшы етәкселәренә бүленә.
Грант алыусылар бер нисә талапты үтәргә бурыслы, шул иҫәптән аҡса алғандан һуң мәктәптә кәмендә 10 йыл эшләргә кәрәк. Ошо шартты үтәмәгән осраҡта аҡсаны республика бюджетына кире ҡайтарыу талап ителә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда йыл һайын ауыл ерендә эшләгән дөйөм белем биреү ойошмалары етәкселәре өсөн 50 грант булдырылды. Һәр гранттың суммаһы – 690 мең һум.