Мораҙым
-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
3 Октябрь 2025, 10:32

Уҡытыусыларға - хөрмәт һәм ихтирам

 Уҡытыусы! Был яғымлы һүҙ ниндәй генә телдә әйтелһә лә, һәр ваҡыт оло хөрмәт менән яңғырай. Уҡытыусы – белем донъяһына әүрәтеүсе генә түгел, йөрәктәргә бөтмәҫ наҙ һалып, иңдәргә ҡанат ҡуйып, ҙур тормош юлына алып сығыусы.  Шундайыраҡ йылы һүҙҙәр менән башланды кисә район мәҙәниәт һарайында тиҙҙән Уҡытыусылар көнө айҡанлы уҙған матур байрам сараһы.  Сарала район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин, “Берҙәм Рәсәй” партияһының региональ башҡарма комитеты етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Руслан Насретдиновтың ҡатнашыуы уның мәртәбәһен арттырҙы.  Хөрмәтле ҡунаҡтар һәм район мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов тантана сәбәпселәрен ихлас тәбрикләп, барсаһына аҡ теләктәрен еткерҙе. Намыҫлы хеҙмәте менән айырылғандарҙы, юғары күрһәткестәргә өлгәшкәндәрҙе маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләп үттеләр.

Уҡытыусыларға - хөрмәт һәм ихтирам
Уҡытыусыларға - хөрмәт һәм ихтирам

 Яратҡан артистарыбыҙ, район һәм мәктәп таланттарының сағыу концерт сығыштары сараға байрам төҫөн өҫтәне. Уҡытыусыға бағышланған йырҙар бигерәк тә изге һөнәр эйәләренең күңелдәренә наҙ булып яғылды.    

Автор: Гульшат Саитбаталова
Читайте нас