Мораҙым
-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
3 Октябрь 2025, 16:37

Хеҙмәте алтын көҙҙәй мул уңышлы, ә үҙе яҡты, ғәҙел булмышлы

 Яғымлы ҡарашы менән иркәләп тә, тейешенсә бер аҙ шелтәләп тә рухи-әхлаҡи тәрбиә нигеҙе һалған, ҙур тормошҡа аҡ юл күрһәткән, ғүмер юлыңда аҙаштырмаҫ яҡты маяҡ булып янырҙай төплө белем һәм аҡыллы, матур кәңәштәрен биргән һөйөклө Уҡытыусыңдың исеме һәр саҡ йөрәк түрендә һаҡлана, күңелеңде йылыта. Изге һөнәр эйәләренең һабаҡтары фән тауҙарына үрләгәндә лә, ҡәҙимге тормош-көнкүрештә лә һәр кем өсөн тоғро ғүмер юлдашы булып тора.  Бөйөк һәм әһәмиәтле рус теленең аһәңле яңғырашын бар нескәлектәрендә балалар аңына еткереүсе һәм уға ҡарата мөхәббәт, тәрән ихтирам хистәре уятыусы Мортаза Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Хәлитованың да исеме нисәмә йөҙләгән баланың йөрәк түренән урын алған. Сөнки күптәр өсөн ул яратҡан уҡытыусы ғына түгел, бер ҡырмыҫҡа иләүеләй берҙәм һәм татыу коллектив ойоштора, бала күңелен тоя һәм үҫтерә белгән зирәк аҡыллы класс етәксеһе, оҫта тәрбиәсе лә.

Хеҙмәте алтын көҙҙәй мул уңышлы,  ә үҙе яҡты, ғәҙел булмышлы
Хеҙмәте алтын көҙҙәй мул уңышлы, ә үҙе яҡты, ғәҙел булмышлы

Мәғариф өлкәһенә 30 йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған, талапсан һәм ғәҙел булыуы, һөҙөмтәле хеҙмәте менән айырылып тороусы һәләтле уҡытыусының БР-ҙың мәғариф алдынғыһы һәм Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф һәм тәрбиә хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемдәре бар. Әммә тыйнаҡ, хатта кәрәгәненән артығы менән башкөлләй белем биреү эшенә сумған уҡытыусы өсөн нисәмә быуын уҡыусыларҙың, ата-әсәләрҙең оло ихтирам-хөрмәте иң юғары награда булып тора.

 

 Рәсимә Ҡорбанғәле ҡыҙы тамырҙары менән уңғандар төбәге – Сәлих ауылынан. 1972 йылдың алтын көҙҙәрендә эшһөйәр ғаиләлә тыуған ул. Әсәһе Зөбәйҙә Сәмиғулла ҡыҙы ғүмерен һатыусы һөнәренә бағышлаған, атаһы Ҡорбанғәле Кинйәғәле улы механизатор булып эшләгән. Тик ғаилә башлығы яҡты донъяларҙы бик иртә ҡуйған. Был ваҡытта Рәсимәгә 12 йәш кенә булған.

 Бәләкәстән китап уҡырға яратҡан ҡыҙҙың донъяға ҡарашы, рухи донъяһы нәфис әҙәбиәт өлгөләре нигеҙендә формалаша. Бөйөк Толстой теленә лә Исем урта мәктәбендә уҡыған осорҙа ғашиҡ була һәм киләсәктә ниндәй һөнәр һайлайым тип баш ватып та ыҙаланмай. Рус теленән мауыҡтырғыс дәрестәр алып барған, төплө белем биргән Алевтина Ивановнаның исеме ғүмерлеккә күңеленә уйылып ҡала.

 Исем урта мәктәбен тамамлағас, яҡты хыялдарын бойомға ашырыу маҡсатында Стәрлетамаҡ дәүләт институтының милли мәктәптә рус теле уҡытыусыларын әҙерләү факультетына уҡырға инә. 1994 йылда уны уңышлы тамамлап, тыуған яғына эшкә ҡайта.

 Рус теле уҡытыусыһы булараҡ үҙенең оло хеҙмәт юлын Яңы Петровка һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башлай. Һөнәре буйынса дүрт йыл ныҡлы тәжрибә туплап, өлөшөнә төшкән көмөшө менән табышып матур ғаилә ҡорорға ла өлгөрә. Бер йылдан йәштәр район үҙәгендә мөһабәт йорт һалып, Мораҡ ауылында төпләнә. Ә 1998 йылда донъяға килгән һөйөклө улдары - Алмаз тормоштарына йәм өҫтәй, әсә йөрәгенә бөтмәҫ дәрт-ялҡын өрә, наҙ яға.

 Артабан Рәсимә Ҡорбанғәле ҡыҙы Зәйнәб Биишева исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбендә эш башлай. 9 йыл дауамында бында сәмләнеп хеҙмәт иткән дәүерендә ул күпме балаға рус теле һәм әҙәбиәтенән төплө белем биреп, даһи ҙа, бай ҙа, яғымлы ла рус теле аша кескәй йөрәктәрҙә туған илебеҙгә, данлы тарихыбыҙға ҡарата мөхәббәт һәм ихтирам хистәрен тәрбиләүгә ирешә. Ә 2009 йылда Мораҡ башҡорт гимназияһына эшкә килгәс, элек-электән йөрәгенә яҡын булып һәр саҡ үҙенә тартып торған белем усағында шул юҫыҡта намыҫлы һәм тынғыһыҙ хеҙмәтен өр-яңы дәрт-ялҡын менән дауам итә. Тәүҙә 5-се класты алып 11-гә тиклем етәкләп, “ҡарлуғастары”н үҙ аллы тормошҡа осорған уҡытыусыға артабан өлкән кластарҙа рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу, уларҙы берҙәм дәүләт имтихандарына төплө әҙерләү кеүек яуаплы бурыстарҙы тапшыралар.

 

- Гимназия һөнәри өлкәлә тағы ла байыраҡ тәжрибә туплар өсөн ҙур этәргес биреүсе мәктәп булды, - ти мәғариф алдынғыһы.

 Ысынлап та, хөрмәтле уҡытыусының ҙур ҡаҙаныштары, балалары менән олимпиадаларҙа, ижади бәйгеләрҙә, проект эштәрендә еңеүҙәре, йәки алдынғылар сафына баҫыуҙары нәҡ ошо белем усағына килгәс башлана һәм артабан хеҙмәтенең мул уңышы ла юғарынан лайыҡлы баһалана.

 Рәсимә Ҡорбанғәле ҡыҙының гимназия уҡыусыларын берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләүенә хәҙер тиҫтә йылдан артыҡ. “Әҙерләү” тип әйтеүе генә анһат! Был һүҙ артында уҡытыусының күпме тырышлығы, каникулдар ваҡытында ла даими консультациялар, онлайн-дәрестәр, йөҙләгән төрлө темаға иншалар яҙырға өйрәтеүе һәм башҡа төрлө күҙгә күренмәгән тынғыһыҙ хеҙмәте йәшенеүен ата-әсәләр яҡшы белә. Сығарылыш кластарҙан тыш көндәлек дәрестәргә лә ныҡлап әҙерләнергә кәрәк бит әле, төн йоҡоһоҙ нисәмә уҡыусының дәфтәрен тикшерергә, балаларҙы олимпиадаларға, ижади бәйгеләргә әҙерләргә һәм яңы технологиялар заманында даими үҙ өҫтөңдә эшләргә, белемеңде камиллаштырырға кәрәк. Әммә ныҡ рухлы тынғыһыҙ йән барыһына ла өлгөрә, сөнки Хоҙай тарафынан фәҡәт үҙенә генә инселәнгән урыны ла, булмышы ла уның – Уҡытыусы! 

 

Автор: Гульшат Саитбаталова
Читайте нас