Мораҙым
-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
26 Сентябрь 2025, 11:58

Балаларға ҡояш йылыһын өләшә ул

Сабыйҙарҙы кескенәнән ожмахҡа тиң тыуған яғыбыҙҙың гүзәллеген, яҡты донъяның бар матурлығын күрә һәм тоя белергә өйрәтеүҙә, аҡ ҡағыҙҙай пак күңелдәрендә гел яҡшылыҡҡа һәм матурлыҡҡа ынтылыш үҫтереүҙә уларҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Әле йүнләп күлдәгендәге төймәһен дә ҡаптыра белмәгән кескәй ҡулдарҙы ҡәләм тоторға, яҙырға-һыҙырға, күптәрен хатта “әсәй”, “атай”, “Ватан” һүҙҙәрен иң тәүгә әйтергә өйрәткән дә, улар өсөн икенсе әсәй ролен үтәп, ҡояштай йөҙө, наҙлы ҡарашы менән йөрәктәренә наҙ яҡҡан да – Тәрбиәсе!  Бөгөнгө яҙмабыҙ геройы ла үҙ эшен яратып башҡарыусы, балалар өсөн йән атып тороусы тәрбиәселәрҙең береһе – Лилиә Ишбаева. Ул – “Уралҡай” балалар баҡсаһының “Ҡояшҡай” башҡорт төркөмө тәрбиәсеһе.

Балаларға ҡояш йылыһын өләшә ул
Балаларға ҡояш йылыһын өләшә ул

Лилиә Ҡорманғәле ҡыҙына мөләйемлек, ихласлыҡ хас, әйтерһең дә, был гүзәл зат ысынлап та үҙен ошо мәртәбәле һөнәргә бағышлар өсөн яҡты донъяға килгән.

- Йәйге ялдан һуң балаларымды шул тиклем һағынып сыҡтым. Улар бит береһенән-береһе ҡыҙыҡлы, уларҙы яратмау мөмкин түгел, - ти һәр баланы айырым шәхес итеп күрә белгән һәләтле хеҙмәткәр.

 

 Ул етәкләгән “Ҡояшҡай” төркөмөндә 22 бала тәрбиәләнә. Исеме есеменә тап килеп торғандай, 4-5 йәшлек сабыйҙар бигерәк теремек, йөҙҙәре ҡояштай балҡый. Тиктормаҫ, ифрат шуҡ булһалар ҙа, тәрбиәсе апайҙарының әйткәнен тыңлайҙар, әйткәненә ҡолаҡ һалалар. Һәр матур иртә төркөмдә саф башҡорт телендә һаулыҡ һорашыуҙан, бер-беренә сәләм юллауҙан башлана. Хәстәрлекле йөрәкле тәрбиәсе менән уның ярҙамсыһы, уң ҡулы – яңыраҡ ҡына 50 йәшен “туйлаған” алсаҡ йөҙлө Гөлүсә Айытҡолова сабыйҙарҙы һәр яҡлап үҫтерер өсөн ҙур тырышлыҡ һала.

 Буласаҡ уҡыусылар менән мәктәпкә әҙерлек тә күптән башланған. Бәләкәстәрҙең телмәрен һәм моторикаһын, донъяны танып-белеү һәләтен үҫтереү маҡсатында ҡулдан яҙыу-һыҙыуға өйрәтеү, картиналар, иллюстрациялар ярҙамында һөйләмдәр төҙөү һәм әкиәттәр һөйләү, һүрәт төшөрөү, пластилиндан һындар әүәләү баҡсала үткән һәр көндөң, мауыҡтырғыс дәрестәрҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора. Моң, физик культура, телмәр үҫтереү, математика, рәсем, әүәләү, аппликация – 20 минутҡа һуҙылған һәр дәрес балаларҙы киләсәк мәктәп тормошона әҙерләүгә үҙ өлөшөн индерә. Туған телебеҙгә, тыуған илебеҙгә ҡарата мөхәббәт һәм ихтирам хистәрен тәрбиәләүгә лә тәрбиәсе тарафынан айырым иғтибар бүленә. Бынан тыш юл, хәүефһеҙлек, урамда, кешеләр араһында үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләрен дә йыш ҡабатлатып, эстәлекле шиғырҙар ятлатып, балаларҙың хәтерен яҡшыртыу өҫтөндә эшкә лә иғтибар бүлергә онотмай тәрбиәсе.

- Бергәләп уйнайбыҙ, йырлайбыҙ, бейейбеҙ ҙә, кескәйҙәр менән мәңге йәш булып йөрөйбөҙ, - тип ихлас көлөп алды ул.  

 Балаларҙы бер төрлөлөк тиҙ ялҡыта. Шуға күрә дәрестәрҙе төрләндереү, уйын рәүешендә сабыйҙарға фәһемле фекерҙәрҙе еткерер, даирәләрен киңәйтер өсөн фантазияң ғына етһен! Өҫтәүенә заман балалары күпселек осраҡта тейешенән артыҡ әүҙемдәр, араларында тешләшкән, йәиһә тырнашырға яратҡандар ҙа, башҡалар менән уртаҡ тел таба алмаусы оялсандар ҙа осрай. Шуға күрә иртәнге 8-ҙән алып киске 6-ға тиклем тәрбиәселәргә сабыйҙарҙы даими күҙ уңында тоторға тура килә. Бала йөрәгенә асҡыс яратыу менән бергә ата-әсәләренә лә ярарға кәрәк бит әле. Ысынлап та, күпме түҙемлек, сабырлыҡ талап ителә тәрбиәсенән! Ә талымһыҙ йәнле Лилиә Ишбаеваның булмышына был иң күркәм кешелек сифаттары тыумыштан уҡ, үҙе тәрбиәләнгән матур ғәиләһендә үк һалынған.

Автор: Гульшат Саитбаталова
Читайте нас