Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр намыҫлы хеҙмәт һәм баш ҡаланың мәғариф системаһын үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн «Өфө ҡалаһының почетлы педагогы» исеме булдырылды. Уға 16 уҡытыусы лайыҡ булды. Ошо исем менән 50 мең һум премия ла түләнде.
Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса Өфө мэры Ратмир Мәүлиев хәбәр итеүенсә, бындай педагогтарға түләүҙе 60 мең һумға тиклем арттырырға тәҡдим ителә. Был исем ҡаланың 30 уҡытыусыһына бирелә, тип асыҡлыҡ индерҙе ул. Проект ҡала советы ултырышында тикшереүгә сығарылды.
Уҡытыусылар - иң ауыр һәм яуаплы, ихтирамлы һөнәр эйәләре! Өҫтә атап кителгән премия, үкенескә күрә, Өфө ҡалаһы педагогтарына ғына тәғәйенләнгән. Ауыл уҡытыусылары ла өҫтәгеләр иғтибарынан ситтә ҡалмаҫ, уларҙың да ауыр һәм яуаплы эше лайыҡлы баһаланыр, тип ышанғы килә!